Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
39 юл: 39 юл:


== Хәтер ==
== Хәтер ==
[[Ҡазан|Ҡаҙандың]] [[Вахитовский район|Вахитов районындағы урам уның исемен йөрөтә]]
[[Ҡазан|Ҡаҙандың]] Вахитов районындағы урам уның исемен йөрөтә.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

18:13, 9 июнь 2019 өлгөһө

Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Большое Мереткозино[d]
Вафат булған көнө 2 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Хәләл ефете Ихсанова, Нажиба Гимаевна[d]
Әһәмиәтле кеше Айгуль Миннуллина[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө сценарий яҙыусы, яҙыусы, сәйәсмән, драматург, публицист
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[1], драма[d][1] һәм публицистика[d][1]
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы
Әүҙемлек урыны Татарстан Республикаһы[1]
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр театр пьесаһы[d], шиғыр[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт tufanminnullin.com
 Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы Викимилектә

Туфан Абдулла улы Миңнуллин (татар. Туфа́н Габдулла́ улы Миңну́ллин; 19352012) — совет һәм рәсәй драматургы, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ҡаҙан ҡалаһының почетлы гражданы. Сығышы буйынса татар.

Биографияһы

Тыуған 1935 йылдың 25 авгусында Оло Мереткозин (хәҙерге Татарстандың Ҡама Тамағы районы) ауылында тыуған

1952 йылда урта мәктәпте тамамлай.

19561961 йылдарҙаМәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге Театр училищеһында уҡый.

19611964 йылдарҙа Минзәлә академия театрында актёр булып эшләй, бер үк ваҡытта драматургия менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1962 йылда Минзәлә академия театрында уның «Беҙҙең ауыл кешеләре» комедияһы ҡуйыуға ҡабул ителгән. Шул уҡ йылда Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында уның «Азат» (Ирекле) пьеса-әкиәте ҡуйыла.

19641967 йылдарҙа — Ҡаҙан телестудияһында, мөхәррир булып эшләй, бер үк ваҡытта «Чаян» (Скорпион) журналында әҙәби хеҙмәткәр бурысын үтәй.

1968 йылдан профессиональ әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

19751977 йылдарҙа — Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарында уҡый. 19841989 йылдарҙа — ТАССР Яҙыусылар Союзының идара рәйесе.

СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), СССР Юғары Советы ағзаһы.

Вафат 2 май 2012 йылдың 2 майында Ҡазанда, РКБ-ла йөрәк өйәнәгенән вафат була[2]. Ҡаҙандың Яңы Татар зыяратында ерләнгән.

Тол ҡатыны — Ғ. Камал исемендәге театр актрисаһы. Нәжибә Ихсанова (1938 йылғы), ҡыҙы — Әлфиә Миңнуллина — журналист.

Ижады

Театр йәмәғәтселегендә киң танылыу алған пьесалар: «Беҙҙең ауыл кешеләре» (1961 йылда ҡуйылған), «Беҙ һайлаған яҙмыштар» (1972); «Беҙ китәбеҙ, һеҙ ҡалаһығыҙ» (1986); «Хушығыҙ» (1993); тарихи драмаһы сәхәбәләр хаҡында Емельян Пугачёвтың тарафдашы Бәхтийәр Ҡанҡаев тураһында «Бәхтийәр Ҡанкаев» (1974) тарихи драмаһы; комедия «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Әлдермеш ауылынан Әлмәндәр», «Илгизәр + Вера», «Йөрәкәйем» һәм башҡалар; «Ай булмаһа, йондоҙ бар» («йолдыз ай булмас бар»), «Колыбельная» («Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр») драмалары һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • М. Йәлил исемендәге премия лауреаты (1974)
  • РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1979) — Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында ҡуйылған «Әлдермештән Әлмәндәр» («Белая ворона») пьесаһы өсөн
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия (1979)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Хәтер

Ҡаҙандың Вахитов районындағы урам уның исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0222295
  2. Ушел из жизни Туфан Миннуллин