Иҙрисов Фәрит Фәтих улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
6 юл: 6 юл:
|Фон = non_performing_personnel
|Фон = non_performing_personnel
|Полное имя =
|Полное имя =
|Дата рождения = 12.06.1954
|Дата рождения = 12.07.1954
|Место рождения = {{ТУ|Ырымбур}} ҡалаһы
|Место рождения = {{ТУ|Ырымбур}} ҡалаһы
|Дата смерти =
|Дата смерти =
17 юл: 17 юл:
}}
}}


'''Иҙрисов Фәрит Фәтих улы''' ([[12 июнь]] [[1954 йыл]]) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник<ref>[http://gorodskoyportal.ru/ufa/news/news/32555462/ В школе № 80 состоялась встреча с Фаритом Идрисовым]{{ref-ru}}{{V|10|06|2019}}</ref>. [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы]] (1997), [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны]]ның музыка авторы<ref name='bashopera'>{{cite web|url=http://www.bashopera.ru/artists/168/1309|title=Фәрит Иҙрисов|publisher=bashopera.ru|accessdate=2015-03-21}}</ref>.
'''Иҙрисов Фәрит Фәтих улы''' ([[12 июль]] [[1954 йыл]]) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник<ref>[http://gorodskoyportal.ru/ufa/news/news/32555462/ В школе № 80 состоялась встреча с Фаритом Идрисовым]{{ref-ru}}{{V|10|06|2019}}</ref>. [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы]] (1997), [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны]]ның музыка авторы<ref name='bashopera'>{{cite web|url=http://www.bashopera.ru/artists/168/1309|title=Фәрит Иҙрисов|publisher=bashopera.ru|accessdate=2015-03-21}}</ref>.


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылдың 12 июнендә [[Ырымбур]] ҡалаһында тыуған.
Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылдың 12 июлендә [[Ырымбур]] ҡалаһында тыуған.
[[1980]] йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. С. Петров класы) тамамлай. Консерваториянан һуң Ульяновск ҡалаһындағы Юғары хәрби-команда элемтә училищеһына оркестр дирижеры итеп ебәрелә, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт итә.
[[1980]] йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. С. Петров класы) тамамлай. Консерваториянан һуң Ульяновск ҡалаһындағы Юғары хәрби-команда элемтә училищеһына оркестр дирижеры итеп ебәрелә, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт итә.



12:49, 8 июль 2019 өлгөһө

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы
Тыуған

12 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Ырымбур ҡалаһы

Ил

Рәсәй

Һөнәрҙәре

дирижёр

Жанрҙар

опера, балет

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (12 июль 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник[1]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының музыка авторы[2].

Биографияһы

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылдың 12 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. С. Петров класы) тамамлай. Консерваториянан һуң Ульяновск ҡалаһындағы Юғары хәрби-команда элемтә училищеһына оркестр дирижеры итеп ебәрелә, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт итә.

1986 йылда Фәрит Иҙрисов Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрын ойоштора, үҙе 1986—1999 йылдарҙа оркестрҙың етәксеһе һәм баш дирижёры була.

2002 йылда Ҙур театрҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор М. Эрмлерҙа стажировка үтә. Стажировка үткәндән һуң 2002 йылда Ф. Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестрына дирижёр итеп эшкә саҡырыла[2]. Бер үк ваҡытта 2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры дирижеры һәм 2011 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй.

Ижады

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов «Фауст» (Ш. Гуно), «Бал-маскарад» (Дж. Верди), «Ауыл намыҫы» (П. Масканьи) һәм «Кәмитселәр» (Р. Леонкавалло), «Ҡарһылыу» (Н. Римский-Корсаков), «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» (Заһир Исмәғилев) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйыуҙа ҡатнаша[2] Фәрит Фәтих улының әйтеүенсә, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһын республиканың суверенитетын иғлан итер алдынан, 1993 йылда 11-нән 12 октябрға ҡарай төндә яҙған[3]. Гимн музыкаһы башҡорт халыҡ йыры «Урал» нигеҙендә яҙылған.

Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы Иҙрисов башҡорт шағирҙары һүҙҙәренә ижад иткән ҡырҡҡа яҡын йыр һәм романс авторы. Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. рус, башҡорт һәм татар композиторҙарының тынлы һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәренең аранжировкаларын яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. В школе № 80 состоялась встреча с Фаритом Идрисовым (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2019)
  2. 2,0 2,1 2,2 Фәрит Иҙрисов. bashopera.ru. Дата обращения: 21 март 2015.
  3. Нина Руцкая. Башҡортостан гимны авторҙары бер тин дә гонорар алмаясаҡ. mkset.ru (23 сентябрь 2008). Дата обращения: 21 март 2015.
  4. Указ Президента РБ «О присвоении почетного звания "Народный артист Республики Башкортостан" Идрисову Ф.Ф.» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2019)

Һылтанмалар