Көйөргәҙе районы: өлгөләр араһындағы айырма
136 юл: | 136 юл: | ||
=== Атҡаҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәрҙәре === |
=== Атҡаҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәрҙәре === |
||
* Мостафина Лениза Мөхәмәҙей ҡыҙы |
|||
=== Атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре === |
=== Атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре === |
||
=== Атҡаҙанған төҙөүселәре === |
=== Атҡаҙанған төҙөүселәре === |
07:40, 3 ноябрь 2019 өлгөһө
Көйөргәҙе районы рус. Куюргазинский район | |
---|---|
Район гербы | Район флагы |
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 13 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Ермолаево ауылы |
Ойошторолған | 1931 йыл |
Хакимиәт башлығы | Ильясов Юлай Талха улы |
Халыҡ һаны | 26 259 [1] кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | 11,1 |
Майҙаны | 2 370 |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | 80 239 000 000 |
Сайт | http://kuyrgaza.tukaeva.ru |
Көйөргәҙе районы (рус. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.
География
Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7 % территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары — бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, балсыҡһыл тупраҡ (суглинок), агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү, ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.
Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал — Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ — Сибай — Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.
Тарих
Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы .Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда киренән район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.
Иҡтисады
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар — 43,1 %, урыҫтар — 28 %, башҡа милләттәр — 28,9 %.[13]
Административ бүленеш
2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район составына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар.[14]
- Бахмут үҙәге Бахмут ауылы
- Ермолаево — Ермолаево ауылы
- Илкәнәй — Илкәнәй ауылы
- Иҙәк — Ишмәт — Иҙәк — Ишмәт ауылы
- Керәүле-Илюшкин — Керәүле-Илюшкин ауылы
- Ленин — Бөгөлсән ауылы
- Мораптал — Яңы Мораптал ауылы
- Отрада — Иҫке Отрада ауылы
- Свобода — Свобода ауылы
- Таймаҫ — Яңы Таймаҫ ауылы
- Шәбағыш — Шәбағыш ауылы
- Яҡшымбәт — Яҡшымбәт ауылы
Мәғариф
Районда 57 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище; 24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.
Транспорт
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Билдәле шәхестәр
- Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (1915—1945), Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, башҡорттар араһынан беренсе Советтар Союзы Геройы, 1939 йылғы Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ҡаһарманы.
- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (1913—1970) — Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, Советтар Союзы Геройы.
- Ғайсин Хәсән Назар улы(8 май 1908 йыл — 12 август 1991 йыл) — Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан,Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы.
- Недошивин Вениамин Георгиевич (5.10.1917—25.01.1988) — Советтар Союзы Геройы (1944). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1944—1963 йылдарҙа СССР дәүләт именлеге һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Подполковник. Сығышы менән Ермолаевка ауылынан[15].
- Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы(15 декабрь 1932) —Ялсыҡай ауылынан, Социалистик Хеҙмәт Геройы, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы (1973). КПСС-тың XXV съезы делегаты[1]. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), һигеҙенсе, туғыҙынсы (1971—1980), унынсы, ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Абдуллина Гөльямал Кәлимулла ҡыҙы (9.12.1957), хеҙмәт ветераны, «Искра» хужалығының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — Яҡшымбәт ауылынан табип-офтальмолог.
- Кинйә Арыҫланов (1723 -??) — Беренсе Кинйәабыҙ ауылынан 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы полковнигы, башҡорт дворяны, абыҙ, философ, дин белгесе, старшина.
- Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (15.07.1928—30.06.2012), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002). Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Кинйәабыҙ ауылынан[16].
- Раил Байбулатов (2 июнь 1937 йыл — 22 июль 2002 йыл) — Яманғол ауылы, яҙыусы, публицист, тәржемәсе. .
- Баязит Бикбай (9 ғинуар 1909 йыл — 2 сентябрь 1968 йыл) — Ҡалта ауылынан, башҡорт шағиры, прозаик, драматург, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Диҡҡәт Бураҡаев(30 декабрь 1932—1981) — Үрге Мотал ауылы, геолог.
- Йомағолов Илшат Хәлил улы — Тимербай ауылынан, актёр, драматург.
- Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи (1763—1849) — Бесәнсе ауылынан, 18 быуат шағиры.
- Мөхәммәт Исҡужин — Урта Мотал ауылынан, мәғрифәтсе.
- Исҡужин Рудик Ғәзиз улы – дәүләт эшмәкәре, Таймаҫ ауылы
- Тамара Ғәниева-Кинйәбай ауылынан, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры.
- Әлмира Бикҡолова (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — Ҡалта ауылынан, ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
- Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (10.09.1948), табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Зәк-Ишмәт ауылынан.
- Айрат Ҡобағошов — Таймаҫ ауылынан, композитор.
- Өлфәт Ҡобағошов — Таймаҫ ауылы, рассәм-скульптор, Кинйә Арыҫланов һәйкәле авторы.
- Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20.08.1951), башҡорт журналисы, шағир һәм балалар яҙыусыһы. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Баязит Бикбай (2011) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты.
- Кинйәкәйев Сабир Мөьмин улы. — Түбәнге Мотал ауылынан, шағир, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.
- Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы — Таймаҫ ауылынан, яҙыусы,
- Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.08.1938), дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Төкән ауылынан[17].
- Шәмсетдин Зәки — Иҙәк — Ишмәт ауылынан, суфый-шағир.
- Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы — (5.12.1938), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1992 йылдарҙа Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы. Яңы Мораптал ауылынан.
- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы — Яманһары ауылынан, БАССР-ҙың беренсе Мәғариф халыҡ комиссариаты рәйесе.
- Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы — Иҫке Мораптал ауылынан, беренсе профессиональ йырсы, композитор.
Башҡортостандың атҡаҙанғән хеҙмәткәрҙәре
Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Әбсәләмов Камил Ғәлләм улы — Таймаҫ совхозы механизаторы, 1966 йылдың 8 октябрендә тапшырылған.
- Аҙнабаева Рәүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы — Салауат исемендәге колхоздың быҙау ҡараусыһы, 1997 йылдың 4 ноябрендә тапшырылған.
- Әлмөхәмәтов Йәнмырҙа Аҡмырҙа улы — Таймаҫ совхозы механизаторы, 1974 йылдың 12 апрелендә тапшырылған.
- Әминев Ишбулды Ғайса улы — Киров исемендәге колхоздың тракторсы-машинисы, 1994 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған.
- Боҫҡанова Фәүзиә Хәмәтхужа ҡыҙы — "Искра" колхозы һауынсыһы, 1985 йылдың 3 ғинуарында тапшырылған.
- Вахитов Шәүәли Мөхәмәт улы — Таймаҫ совхозының машина менән һауыу оҫтаһы, 1973 йылдың 14 мартында тапшырылған.
- Ғәлимов Марат Усман улы — Киров колхозы агрономы, 2001 йылдың 27 декабрендә тапшырылған.
Атҡаҙанған уҡытыусылары
- Абдуллинна Рауза Абдулла ҡыҙы — 1997 йылдың 11 ноябрендә тапшырылған.
- Абуҡаева Фирҙәүес Хәлил өыҙы - 1983 йылдың 1 октябрендә тапшырылған.
- Аритҡолов Фәнил Насретдин улы — 1989 йылдың 27 февралендә тапшырылған.
- Бикмөхәмәтова Рабиға Шәрифйән ҡыҙы
- Вострикова Александра Семеновна
- Ғәлина Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы
- Горбанева Вера Александровна
- Евина Валентина Ивановна
- Йоғова Дилара Барый ҡыҙы
- Заикина Лилия Ивановна
- Иванов Виктор Николаевич
Атҡаҙанған медецина хеҙмәткәрҙәре
- Ибраһимова Венера Ғиззәтулла ҡыҙы
- Фазлыйәхмәтов Фәйзулла Зәкиулла улы
- Юлбарыҫов Рәжәп Рамаҙан улы
Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Дәминова Гөлнур Йәүҙәт ҡыҙы
- Ҡашапова Нәзилә Сабит ҡыҙы
- Солтанов Мостафа Кәрим улы
Атҡаҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәрҙәре
- Мостафина Лениза Мөхәмәҙей ҡыҙы
Атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре
Атҡаҙанған төҙөүселәре
Атҡаҙанған иҡтисадсылары
Атҡаҙанған урмасылары
Атҡаҙанған хоҡуҡсылары
Атҡаҙанған ер төҙөүселәре
Атҡаҙанған шахтасылары
Атҡаҙанған электриктары
Иҫтәлекле урындар
- Кинйә музейы
- Кинйә мәмерйәһе
- Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр. Улар «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Бик һирәк ерҙәрҙә үҫә.
- Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы.
- Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары. Улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған.
- Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге. Яманһары ауылы.
- Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ. Яҡут ауылынан 2 км алыҫлыҡта ята.
- Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы.
- Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.
Һылтанмалар
- Көйөргәҙе районы хәҡимиәте рәсми сайты (урыҫ.)
- Башҡортостан Республикаһы рәсми мәғлүмәт сайтында Көйөргәҙе районы (урыҫ.)
- Уфаген сайтында Көйөргәҙе районы ауылдары (урыҫ.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государствеңой статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
- ↑ Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населеңых пунктов» (Принят Государствеңым Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
- ↑ Недошивин Вениамин Георгиевич — Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)