2 март: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎{{Йыл көндәре}}: clean up, replaced: Категория:Йыл көндәре → Категория:Йыл көндәре|02 using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
92 юл: 92 юл:
* [[Заварицкий Александр Николаевич]] (2.03.1884—23.07.1952), ғалим-геолог, петрограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). [[Башҡортостан]] [[Көньяҡ Урал]]ында ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнеүсе. Ике Сталин (1943, 1946) һәм [[Ленин премияһы|Ленин]] (1958) премиялары лауреаты, ике [[Ленин ордены]] (1944, 1945) кавалеры. Сығышы менән [[Өфө]] ҡалаһынан.
* [[Заварицкий Александр Николаевич]] (2.03.1884—23.07.1952), ғалим-геолог, петрограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). [[Башҡортостан]] [[Көньяҡ Урал]]ында ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнеүсе. Ике Сталин (1943, 1946) һәм [[Ленин премияһы|Ленин]] (1958) премиялары лауреаты, ике [[Ленин ордены]] (1944, 1945) кавалеры. Сығышы менән [[Өфө]] ҡалаһынан.
* [[Әмирхан Еники]] (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. [[Татарстан|Татар АССР-ының]] халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1979) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Благовар районы]] [[Үрге Ҡарғалы]] ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
* [[Әмирхан Еники]] (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. [[Татарстан|Татар АССР-ының]] халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1979) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Благовар районы]] [[Үрге Ҡарғалы]] ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
* [[Новосёлов Виктор Фёдорович]] (2.03.1929—14.03.1997, ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963—1993 йылдарҙа [[Өфө нефть институты]]ның, 1990 йылдан [[Өфө дәүләт нефть техник университеты]]ның нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). [[РСФСР]]‑ҙың (1979) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). Сығышы менән элекке (1923—1934 йылдарҙағы) Урал өлкәһенең Новосёлов ауылынан.
* [[Новосёлов Виктор Фёдорович]] (2.03.1929—14.03.1997, ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963—1993 йылдарҙа [[Өфө нефть институты]]ның, 1990 йылдан [[Өфө дәүләт нефть техник университеты]]ның нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). [[РСФСР]]‑ҙың (1979) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979).
* [[Беляков Вячеслав Филиппович]] (2.03.1939), баянсы, педагог, юғары мәктәп һәм музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1968—1983 йылдарҙа [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның кафедра мөдире, 1974—1978 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры. Профессор (1980). [[РСФСР]]‑ҙың (1974) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962). Сығышы менән [[Мәскәү]] ҡалаһынан.
* [[Беляков Вячеслав Филиппович]] (2.03.1939), баянсы, педагог, юғары мәктәп һәм музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1968—1983 йылдарҙа [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның кафедра мөдире, 1974—1978 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры. Профессор (1980). [[РСФСР]]‑ҙың (1974) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962). Сығышы менән [[Мәскәү]] ҡалаһынан.
* [[Нәжибә Сафина]] (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Яңауыл районы]] [[Киҫәкҡайын]] ауылынан.
* [[Нәжибә Сафина]] (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Яңауыл районы]] [[Киҫәкҡайын]] ауылынан.

06:21, 4 декабрь 2019 өлгөһө

2 март — григориан стиле буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.

март
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
        1 2 3
4 5 6 7 8 9 10
11 12 13 14 15 16 17
18 19 20 21 22 23 24
25 26 27 28 29 30 31
2024 йыл

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
Милли байрамдар
Һөнәри байрамдар

Тарихи ваҡиғалар

  • 1498 — Васко да Гама эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
  • 1699 — Француз тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
  • 1711 — Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
  • 1791 — Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор ҡулланылыуға индерелә.
  • 1797 — Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
  • 1831 — Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
  • 1855 — Рәсәй тәхетенә Александр II ултыра.
  • 1911 — М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
  • 1917
    • Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола.
    • Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла.
    • РСДРП-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола.
    • АҠШ конгресы Джонс законын ҡабул итә, уның нигеҙендә Пуэрто-Рико АҠШ биләмәһе итеп иғлан ителә, унда йәшәүселәр АҠШ граждандары хоҡуҡтарын ала.
  • 1919 — Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә.
  • 1921 — Лабин Республикаһы иғлан ителә.
  • 1925 — Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителә.
  • СССР-ҙың барлыҡ ғәскәри частарына Реввоенсоветтың Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында бер башлыҡлылыҡ индерелеү тураһындағы бойороғо ебәрелә.
  • 1930 — «Правда» гәзитендә Сталиндың коллективлаштырыу барышында «урындарҙағы арттырып ебәреүҙәр» тураһындағы «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
  • 1933 — Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була.
  • 1935 — Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға сығыу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
  • 1939 — 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
  • 1949 — Самолёттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Ул 94 сәғәт дауам итә, самолет Lucky Lady II (B-50 Superfortress) тип атала. Экипаж 13 ир-егеттән тора, яғыулыҡ ҡойоусы осҡос уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
  • 1951 — НБА-ның бөтә йондоҙҙарының беренсе тапҡыр матчы үтә.
  • 1956 — Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
  • 1958 — В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
  • 1959 — СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла.
  • 1962 — Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
  • 1963 — Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
  • 1964 — «Битлз» төркөмө тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
  • 1965 — АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
  • 1967 — «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
  • 1968 — Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
  • 1969 — Тауыштан шәберәк осоусы француз самолеты «Конкорд»тың тәүге һынау осошо.
  • Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса.
  • 1970 — Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
  • Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
  • 1973 — Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
  • 1974 — Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
  • 1975 — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
  • 1983 — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
  • 1986 — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
  • 1988 — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
  • 1992 — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
  • Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына.
  • Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
  • 1993 — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
  • Украинаның Медицина фәндәре академияһы ойошторола.
  • 2001 — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
  • 2007Мәсетле районы Оло Ыйыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се Асыҡ республика конкурсы асыла.
  • 2008 — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә.

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Был көндө вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)