Ғәлиә мәҙрәсәһе — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
 
== Уҡытыу барышы ==
[[Мәҙрәсә|Мәҙрәсәлә]] белем алыу алты йыл буйы бара, уҡыу планына 30 процент донъяуи фәндәр буйынса дәрестәр ҡаралған була. Дәрестәрҙең өстән бере генә дин дәрестәре булһа, [[Ғәрәп теле|ғәрәп]], [[Урыҫ теле|урыҫ]], [[Төрки (тел)|төрки]], [[Француз теле|француз]] телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, психология, педагогика фәндәре лә төплө уҡытыла.
 
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе дини юғары белем биргән уҡыу йорто булһа, ҡалған предметтар буйынса гимназия кимәлендә белем бирелә. Шуға күрә үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙең бөтә мосолмандары араһында ла был уҡыу йортоноң абруйы ҙур була. [[Ырымбур|Ырымбурҙың]] уҡыу йорттары буйынса идаралыҡ етәкселәренең береһе булған А. Любимов мәҙрәсәне ҡарап сыҡҡас, бик ҙур баһа бирә. Бындағы белем биреү стандарттары ғына түгел, һәйбәт итеп йыһазландырылған физика, химия кабинеттары, дини, фәнни-популяр, нәфис әҙәбиәт, төрлө журналдар, төрки, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрендә баҫылған гәзиттәр тупланған бай китапхана тикшерергә килгән чиновникты ғәжәпкә ҡалдырған. Һуңғараҡ татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, черкес һәм башҡа телдәрҙә лә матбуғат баҫмалары алдырғандар.
[[Файл:Шакирды медресе Галия.jpg|thumb|250пкс|«Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре.]]
Мәҙрәсә шәкерте [[Шәйехзада Бабич]] үҙе «Парлак» исемле журнал сығара башлай. Ул һуңғараҡ киң билдәле шағир булып китә, [[башҡорт милли хәрәкәте]] етәкселәренең береһе, рухи йүнәлеш биреүсеһе булып таныла. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә [[Варшава]] консерваторияһы профессоры В. Клеменц уҡыған шәкерттәрҙең рухын үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу-уҡытыу эштәре юғары кимәлдә ойошторолған булған. Әйтәйек, төрки халыҡтарҙың тарихын танылған шәрҡиәт белгесе, һуңынан башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе булып киткән [[Зәки Вәлиди]] уҡытҡан, ғәрәп теленән билдәле ғәрәп теле уҡытыусыһы Закир Ҡадири белем биргән.
39

үҙгәртеү

Навигация