Лобастова Светлана Александровна: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Лобастова Светлана Александровна''' (14 сентябрь 1949 йыл) — физик. Тех..." исемле яңы бит булдырылған
 
24 юл: 24 юл:
{{иҫкәрмәләр}}
{{иҫкәрмәләр}}
== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013| index.php/7946}}
* {{БЭ2013|index.php/7946}}
* [http://www.bashedu.ru/sotrudnikam-kafedry-prikladnoi-fiziki Лобастова Светлана Александровна]
* [http://www.bashedu.ru/sotrudnikam-kafedry-prikladnoi-fiziki Лобастова Светлана Александровна]

06:23, 14 декабрь 2019 өлгөһө

Лобастова Светлана Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Лобастова Светлана Александровна (14 сентябрь 1949 йыл) — физик. Техник фәндәре кандидаты (1990)[1]. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004)[2].

Биографияһы

Светлана Александровна Лобастова 1949 йылдың 14 сентябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килгән. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң [[Архангел] урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1973 йылдан БДУ-ла уҡыта башлай. 1985 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылдан — килешеү нигеҙендәге фәнни тикшеренеүҙәр етәксеһе[1]. Ғәмәли физика кафедраһы мөдире. Доцент (2007). 1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге туң ер тоҡомдарының йылылыҡ физикаһы һәм механикаһы, геоэкологик мониторинг проблемаларына арналған. С. А. Лобастова тарафынан арктик һәм субарктик терр ялар өсөн тәбиғи-техник системаларҙа битләүҙәге физик геокриологик процестар тикшерелә һәм классификациялана, криолитозона ерҙәрен һаҡлауҙың, дисперслы нефть системаларын ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә, нефтле структура булдырыусы «В» универсины сығарыла һәм «Уфанефтехим» берекмәһендә уны етештереү үҙләштерелә. Ер тоҡомдарының термоэрозия йырынын һәм эрозияға ҡаршы ныҡлығын яҡшыртыу, тундра ерҙәрен һаҡлау һәм яңыртыу б са тикшереү ысулдары автоюлдар, үткәргес торбалар һәм башҡаларҙы төҙөүҙә ҡулланыла[1].

90-ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

Экологические основы землепользования при освоении и разработке газовых и газоконденсатных месторождений Крайнего Севера. М., 2000 (авторҙаш);

Эколого-экономическое управление охраной окружающей среды. М., 2003 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар