А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
[[1989 йыл]]дың [[10 ғинуар]]ында А. Э. Тюлькиндың тол ҡалған ҡатыны А. Н. Михайлова мемориаль әйберҙәре һәм әҫәрҙәре менән бергә йортто бүләк итеү айҡанлы, музейға нигеҙ һалына. Бындай ҡарарға А. Н. Михайлова Өфөлә А. Э. Тюлькиндың тыуған көнөнән 100-йыллығын билдәләп үткәрелгән байрам сараларынан һуң килә. Ошо көндәрҙә [[М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы]]нда А. Э. Тюлькиндың әҫәрҙәре күргәҙмәһе лә ойошторола. А. Н. Михайлова рәсми рәүештә мөлкәтте бүләк итеү ҡағыҙын БАССР-ҙың Министрҙар кабинеты исеменә яҙа. А. Э. Тюлькин йорт-музейы [[1994 йыл]]дың [[18 май]]ында М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы булараҡ асыла.
 
А. Э. Тюлькин был йортта [[1922 йыл]]дан алып ғүмеренең аҙағынаса йәшәгән һәм эшләгән. Йорт Өфө ҡалаһының үҙенә бер төрлө сәнғәт тормошо үҙәге булған: бында рәссамдар, шағирҙар, музыканттар, актерҙар, педагогтар йыйылған, сәнғәт тураһында һүҙ барған, шиғырҙар уҡылған, музыка яңғыраған. А. Э. Тюлькин үҙенең өйөн «бәләкәй генә, тик үҙемдеке генә булған киңлектең өлөшө» тип һанаған<ref>[http://s5.afisha.net/Afisha7Files/UGPhotos/e46/e469d58a-80eb-4ddd-95ee-a3e1a38c3586/p_F.jpg Фото]</ref>. Бында ул бөтә әҫәрҙәрен тиерлек ижад иткән, улар хәҙер — [[М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындамузейы]]нда, Дәүләт Третьяков галереяһында һәм Шәреҡ халыҡтары Дәүләт сәнғәт музейында ([[Мәскәү]]), Рус Дәүләт музейында ([[(Санкт-Петербург]]), М. А. Врубель исемендәге Омск дәүләт һынлы сәнғәт музейында, [[Татарстан Республикаһы]]ның дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡаҙан) һәм Рәсәйҙең башҡа музейҙарында һаҡлана.
 
Бынан тыш, Тюлькиндарҙың Благоев урамында квартиралары ла булған.
19 155

үҙгәртеү

Навигация