2 февраль: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →{{Ваҡиғалар}}: аныҡлаштырыу |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: өҫтәмә мәғлүмәт |
||
47 юл: | 47 юл: | ||
==== 0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
==== 0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
||
* [[ |
* [[Мөхәмәт Арыҫланов]] (1910—20.10.2001), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1938—1973 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]ның баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1936—1941 йылдарҙа [[Башҡорт театр-художество училищеһы]], 1973—1978 йылдарҙа [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]] уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1954—1955 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдар союзының идара рәйесе. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың (1954) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты (1973). Ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры (1955, 1971). |
||
* [[Янышев Фәнис Фәтих улы]] (1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] лауреаты (2010). |
* [[Янышев Фәнис Фәтих улы]] (1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] лауреаты (2010). |
||
* [[Хәмбәлеева Әлфиә Саяр ҡыҙы]] (1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995). |
* [[Хәмбәлеева Әлфиә Саяр ҡыҙы]] (1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995). |
17:02, 29 ғинуар 2020 өлгөһө
2 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 33-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 332 көн ҡала (кәбисә йылында 333).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар
- Әзербайжан: Йәштәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө (Сталинград янында еңеү хөрмәтенә)
Тарихи ваҡиғалар
- 506: Король Аларих II бойороғо буйынса «Вестготтарҙың Рим законы» исемле яңы хоҡуҡи йыйынтыҡ әҙерләнә һәм индерелә.
- 629: Дзёмэй Японияның 34-се императоры итеп иғлан ителә.
- 962: Оттон I Изге Рим империяһының императоры була.
- 1033: Конрад II төньяҡ Бургундия аҡһөйәктәре тарафынан бургунд короле итеп иғлан ителә.
- 1119: 162-се Рим папаһы итеп граф Гвидо һайлана, ул Каликст II исемен ҡабул итә.
- 1207: Хәҙерге Латвия һәм Эстония биләмәләрендә Изге Рим империяһы составында Терра Мариана кенәзлеге барлыҡҡа килә.
- 1386: Люблинда шляхтаның дөйөм йыйынында Литва кенәзе Ягайло Владислав II исеме аҫтында Польша короле итеп һайлана.
- 1421: Чжу Ди император булғанда Ябыҡ ҡаланы төҙөү тантаналы рәүештә тамамлана.
- 1440: Фридрих III Габсбург Германия короле була.
- 1536: Испан конкистадоры Педро де Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1626: Инглиз короле Карл I тәхеткә ултыра.
- 1886: АҠШ-та тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Һыуыр көнөн билдәләйҙәр.
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советы «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу» тураһында декрет ҡабул итә.
- 1919: Мәскәүҙә беренсе рабфак асыла.
- 1919: РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе.
- 1924: СССР һәм Бөйөк Британия араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1924: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе итеп Алексей Иванович Рыков ҡуйыла.
- 1924: Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторола.
- 1932: Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла.
- 1938: Башҡортостанда Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторола.
- 1940: СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторола.
- 1943: Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата.
- 1986: Лихтенштейнда ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнаша.
- 1987: Референдумда Филиппин Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1993: Чехословакия тарҡалғандан һуң, Вацлав Гавел Чехияның беренсе Президенты була.
- 1993: Андорра Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1999: Саксония Ирекле Дәүләтендә (Германия) Башҡортостан Республикаһының көндәре асыла.
- 1999: Уго Чавес Венесуэланың Президенты була.
- 2001: «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла
- 2005: Арманду Эмилио Гебуза Мозамбик Президенты була.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мөхәмәт Арыҫланов (1910—20.10.2001), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1938—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1936—1941 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы, 1973—1978 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1954—1955 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдар союзының идара рәйесе. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың (1954) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1973). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955, 1971).
- Янышев Фәнис Фәтих улы (1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2010).
- Хәмбәлеева Әлфиә Саяр ҡыҙы (1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ларин Юрий Анатольевич (1922—27.07.1981), артиллерист, өлкән лейтенант (1952), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (1937), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).
- Харисов Марат Шамил улы (1947), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Полковник.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Крашенинников Фёдор Павлович (1898—16.02.1979), театр актёры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1937—1963 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Республика Рус драма театры актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949, 1955).
- Ҡантыҡов Йонос Хәбибулла улы (1938—1991), «Салауатбыяла» йәмғиәте автотранспорт цехының элекке шофёры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кузина Людмила Павловна (1943), педагог, Күмертау ҡалаһының «Гармония» 1-се урта мәктәбенең 1983—2004 йылдарҙағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аҙнабаева Рәүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы (1963), Көйөргәҙе районы С. М. Киров исемендәге хужалыҡ һауынсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ковальский Алексей Алексеевич (1968), Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, физика-математика фәндәре кандидаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры. Рәсәй Федерацияһының II класлы дәүләт советнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (1919—21.08.1991), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан.
- Әмиров Марс Басыр улы (1939—10.02.2010), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1966—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Ғүмәрова Минзифа Ғабит ҡыҙы (1949), хеҙмәт ветераны. 1966—2004 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002).
Дөйөм исемлек
- 1208 йыл: Хайме I, Арагон короле.
- 1494 йыл: Бона Сфорца, Польша батшабикәһе.
- 1522 йыл: Лодовико Феррари, Италия математигы.
- 1616 йыл: Себастьян Бурдон, Франция рәссамы.
- 1786: Жак Филлип Мари Бине, Франция математигы, механик һәм астроном.
- 1883: Михаил Гнесин, Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, педагог.
- 1885: Михаил Фрунзе, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы полководецы.
- 1904: Михаил Чкалов, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, Советтар Союзы Геройы.
- 1906: Муса Йәлил, СССР шағиры. Советтар Союзы Геройы (1956, үлгәндән һуң), Ленин премияһы лауреаты (1957. үлгәндән һуң).
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре