2 март: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Дөйөм исемлек: күренеште төҙәтеү
65 юл: 65 юл:
* [[Петров Николай Павлович]] (1930—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2002 йылдарҙа [[Бәләбәй районы|Бәләбәй район]] «Сельхозтехника» бүлексәһе (артабан ремонт-техник предприятиеһы) директоры. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған механизаторы. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры. [[Бәләбәй]] ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2007).
* [[Петров Николай Павлович]] (1930—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2002 йылдарҙа [[Бәләбәй районы|Бәләбәй район]] «Сельхозтехника» бүлексәһе (артабан ремонт-техник предприятиеһы) директоры. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған механизаторы. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры. [[Бәләбәй]] ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2007).
* [[Атнабаева Людмила Гавриловна]] (1940—26.08.2016), [[мәғариф]] алдынғыһы. 1977—1997 йылдарҙа [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] ҡалаһы 9-сы мәктәбенең [[инглиз теле]] уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), [[«Почёт Билдәһе» ордены]] кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
* [[Атнабаева Людмила Гавриловна]] (1940—26.08.2016), [[мәғариф]] алдынғыһы. 1977—1997 йылдарҙа [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] ҡалаһы 9-сы мәктәбенең [[инглиз теле]] уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), [[«Почёт Билдәһе» ордены]] кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
* [[Фәтҡуллин Мансур Төхбәт улы]] (1940—2.09.2009), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Мәсетле районы]] [[Әбдрәхим]] ауылынан.
* [[Фәтҡуллин Мансур Төхбәт улы]] (02.03.1940—2.09.2009), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Мәсетле районы]] [[Әбдрәхим]] ауылынан.
}}</onlyinclude>
}}</onlyinclude>



14:15, 2 март 2020 өлгөһө

2 март — григориан стиле буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.

март
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
        1 2 3
4 5 6 7 8 9 10
11 12 13 14 15 16 17
18 19 20 21 22 23 24
25 26 27 28 29 30 31
2024 йыл

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
Милли байрамдар
Һөнәри байрамдар

Тарихи ваҡиғалар

  • 1498 йыл: Васко да Гама эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
  • 1699 йыл: Франция тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
  • 1711: Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
  • 1791: Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор ҡулланылыуға индерелә.
  • 1797: Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
  • 1831: Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
  • 1855: Рәсәй империяһы тәхетенә Александр II ултыра.
  • 1911: М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
  • 1917: Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола.
  • 1917: Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла.
  • 1917: РСДРП (б)-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола.
  • 1919: Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә.
  • 1921: Лабин Республикаһы иғлан ителә.
  • 1925: Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителә.
  • 1930: «Правда» гәзитендә Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
  • 1933: Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була.
  • 1935: Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға сығыу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
  • 1939: 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
  • 1949: Самолёттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Ул 94 сәғәт дауам итә, самолет Lucky Lady II (B-50 Superfortress) тип атала. Экипаж 13 ир-егеттән тора, яғыулыҡ ҡойоусы осҡос уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
  • 1951: НБА-ның бөтә йондоҙҙарының беренсе матчы ойошторола.
  • 1956: Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
  • 1958: В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
  • 1959: СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла.
  • 1962: Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
  • 1963: Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
  • 1964 — «Битлз» төркөмө тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
  • 1965 — АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
  • 1967 — «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
  • 1968 — Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
  • 1969 — Тауыштан шәберәк осоусы француз самолеты «Конкорд»тың тәүге һынау осошо.
  • Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса.
  • 1970 — Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
  • Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
  • 1973 — Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
  • 1974 — Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
  • 1975 — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
  • 1983 — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
  • 1986 — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
  • 1988 — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
  • 1992 — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
  • Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына.
  • Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
  • 1993 — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
  • Украинаның Медицина фәндәре академияһы ойошторола.
  • 2001 — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
  • 2007Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се Асыҡ республика конкурсы асыла.
  • 2008 — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә.

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Был көндө вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)