16 апрель: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: күренеште төҙәтеү |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: аныҡлаштырыу |
||
22 юл: | 22 юл: | ||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
||
* [[Корнеева Александра Яковлевна]] (1915—2.10.1989), театр актёры, педагог. 1947—1970 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры]] актрисаһы, бер үк ваҡытта [[Өфө сәнғәт училищеһы]] уҡытыусыһы. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған артисы (1969). Сығышы менән [[Мәскәү]] ҡалаһынан. |
* [[Корнеева Александра Яковлевна]] (1915—2.10.1989), театр актёры, педагог. 1947—1970 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры]] актрисаһы, бер үк ваҡытта [[Өфө сәнғәт училищеһы]] уҡытыусыһы. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған артисы (1969). Сығышы менән [[Мәскәү]] ҡалаһынан. |
||
* [[Ҡормаева Әлфиә Әхтәм ҡыҙы]] (1945), ғалим-аллерголог, дерматолог. 1968—1988 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1988—1998 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт педагогия |
* [[Ҡормаева Әлфиә Әхтәм ҡыҙы]] (1945), ғалим-аллерголог, дерматолог. 1968—1988 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1988—1998 йылдарҙа хәҙерге [[М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ]]ның медицина-биологик белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1997—2009 йылдарҙа Америка-Башҡорт интерколледжы президенты, 2010 йылдан [[Канада]]ла эшләй. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1990). Сығышы менән [[Өфө ҡалаһы]]нан. |
||
}}</onlyinclude> |
}}</onlyinclude> |
||
19:02, 5 апрель 2020 өлгөһө
16 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 106-сы (кәбисә йылында 107-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 259 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар
- Болгария: Беренсе Конституция көнө.
- АҠШ: Патриоттар көнө.
- Башҡортостан: Милли кейем көнө.
- Әрмәнстан: Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1929: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты архивы ойошторола (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли архивы составында)
- 1934: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исем булдырыла.
- 1955: Ленинградта рус телендә баҫылған «Нева» әҙәби журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 2005: Башҡорт Википедияһының тыуған көнө. Туған телебеҙҙәге виртуаль энциклопедияла «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә яҙыла.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Корнеева Александра Яковлевна (1915—2.10.1989), театр актёры, педагог. 1947—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ҡормаева Әлфиә Әхтәм ҡыҙы (1945), ғалим-аллерголог, дерматолог. 1968—1988 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1988—1998 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ның медицина-биологик белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1997—2009 йылдарҙа Америка-Башҡорт интерколледжы президенты, 2010 йылдан Канадала эшләй. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (1926—2.10.2003), ғалим-тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Прохоров Михаил Владимирович (1924—28.06.2012), нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1987 йылдарҙа Коми АССР‑ындағы сейсморазведка партиялары эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (1939), ғалим-ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы (1976, 1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Оло Баҙраҡ ауылынан.
- Алексеева Ирина Васильевна (1954), ғалим-музыка белгесе, педагог. 1979 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары. Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын (Өфө, 2003 йылдан башлап) үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Әхмәтвәлиев Ринат Рәүеф улы (1959), ғалим-химик‑органик. 2005 йылдан — Өфөләге «Синтезнефтехим» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (2001). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1319: Иоанн II, Франция короле.
- 1495: Петер Апиан, Германия астрономы, математик һәм картограф.
- 1889: Чарли Чаплин, АҠШ киноактёры, режиссёр һәм сценарист.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре