31 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →Дөйөм исемлек: күренеште төҙәтеү, өҫтәмә мәғлүмәт |
ә clean up using AWB |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
{{Ук}} |
|||
'''31 ғинуар''' — [[григориан стиле]] буйынса йылдың 31-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 334 көн ҡала ([[кәбисә йыл]]ында 335). |
'''31 ғинуар''' — [[григориан стиле]] буйынса йылдың 31-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 334 көн ҡала ([[кәбисә йыл]]ында 335). |
||
{{Ай календары|date={{CURRENTYEAR}}-01-01}} |
{{Ай календары|date={{CURRENTYEAR}}-01-01}} |
18:47, 30 май 2020 өлгөһө
31 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
31 ғинуар Викимилектә |
31 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 31-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 334 көн ҡала (кәбисә йылында 335).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар
- Науру: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1921: РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы тарафынан Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе М. Д. Халиҡов етәкселегендә «Оло Башҡортостан» сиктәрен билдәләү буйынса комиссия ойошторола.
- 1935: Башҡортостан АССР-ында яңы 14 район ойошторола: Асҡын, Благовар, Боҙаяҙ, Иглин, Илеш, Йомағужа, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Краснокама, Малаяҙ, Тәтешле, Фёдоровка, Шаран, Әлшәй.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шәрифә Тимерғәлина (1910—26.02.1939), СССР-ҙың комсомол эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1939 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың I саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Әлхәйҙәров Нурғәлей Хәйҙәр улы (1930—18.10.2004), киномеханик, 1950–1994 йылдарҙа Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауыл мәҙәниәт йорто киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), СССР-ҙың кинематография отличнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Ҡорғат ауылынан.
- Шәрипов Илгиз Ҡадир улы (1960), ғалим-инженер, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1983—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Красный пролетарий» заводының инженер-техник һәм етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан — баш инженеры, 1996 йылдан — генераль директоры; 2007—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (1887—12.01.1956), шағир-импровизатор. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
- Доброрез Василий Павлович (1917–04.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашҡан яугир. Айырым инженер‑сапёр батальонының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950).
- Черток Юрий Владимирович (1957), спортсы-тренер. Халыҡ-ара шашка буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1978), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1998), халыҡ-ара спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ежов Борис Дмитриевич (1908—14.11.1978), рәссам, 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976).
- Зарудий Феликс Срульевич (1938), ғалим-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница ҡалаһынан.
- Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (1953), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (1919—27.01.2012), театр актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
Дөйөм исемлек
- 1797: Франц Шуберт, Австрия композиторы.
- 1924: Тенгиз Абуладзе, совет грузин кинорежиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1953: Иванов Сергей Борисович, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре