Википедия:Терминдар буйынса фекерләшеү: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл: 10 юл:
== Ҡарасайлылармы, ҡарасайҙармы? ==
== Ҡарасайлылармы, ҡарасайҙармы? ==
[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]], [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], [[Ҡатнашыусы:Азат Хәлилов|Азат Хәлилов]], [[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]],[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]], [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]], [[Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕ|З. ӘЙЛЕ]],{{u|Тутыйғош}}, {{u|Банат Валеева-Яубасарова}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Ләйсән}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Тутыйғош}}, {{u|Хаят Йосопова1}}, {{u|Шәһәрбаныу}}, {{u|Юлдашева Луиза}}, {{u|Һәҙиә}}, {{u|Әхмәтова Алһыу}}!Конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләр араһында "Ҡарасайлылар" тигәне бар. Мин уны "Ҡарасайҙар" тип алырға кәрәк тип һанайым ([[:ru:Карачаевцы]]). Урыҫтар "Башкирцы" тип тә алған ул, әммә беҙ бит ''башҡортлолар'' түгел. Мәҡәләне яҙырҙан алда бер фекергә килеп ҡуяйыҡ әле--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 17:29, 6 июнь 2020 (UTC)
[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]], [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], [[Ҡатнашыусы:Азат Хәлилов|Азат Хәлилов]], [[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]],[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]], [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]], [[Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕ|З. ӘЙЛЕ]],{{u|Тутыйғош}}, {{u|Банат Валеева-Яубасарова}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Ләйсән}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Тутыйғош}}, {{u|Хаят Йосопова1}}, {{u|Шәһәрбаныу}}, {{u|Юлдашева Луиза}}, {{u|Һәҙиә}}, {{u|Әхмәтова Алһыу}}!Конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләр араһында "Ҡарасайлылар" тигәне бар. Мин уны "Ҡарасайҙар" тип алырға кәрәк тип һанайым ([[:ru:Карачаевцы]]). Урыҫтар "Башкирцы" тип тә алған ул, әммә беҙ бит ''башҡортлолар'' түгел. Мәҡәләне яҙырҙан алда бер фекергә килеп ҡуяйыҡ әле--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 17:29, 6 июнь 2020 (UTC)
* Ҡарасайҙар дөрөҫ була--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 19:19, 6 июнь 2020 (UTC)




== Хөрәсәнме, Хорасанмы? ==
== Хөрәсәнме, Хорасанмы? ==

19:19, 6 июнь 2020 өлгөһө

Терминдар буйынса фекерҙәргә йомғаҡ яһаусылар кәрәк

БашВикила ҡулланылған терминдар һәм һүҙбәйләнештәр буйынса фекер алышыу ярайһы уҡ уңышлы башланды. Урынлы тәҡдимдәр сығарыла, нигеҙле фекерҙәр әйтелә. Әммә, күптәренә әле йомғаҡ яһалмаған. Йомғаҡ яһауҙы яйлап ебәрмәһәк, фекер алышыуыбыҙҙың мәғәнәһе китәсәк. Башланғысыбыҙ туҡтап ҡалыуы ихтимал. Аңлауымса, хакимдар йомғаҡ яһарға тейеш тип уйлайһығыҙ. Хакимдарҙың ундай бурысы ла, хоҡуғы ла ҡаралмаған. Быға тиклем яһалған бер нисә фекер алышыу бәхәсһеҙ ине, икеләнмәйсә йомғаҡ яһаным. Ҡалғандары буйынса ҡарар ҡабул итергә һәм йомғаҡ яһарға шикләнәм. Шуға күрә терминдар буйынса йомғаҡ яһаусылар эшмәкерлеген ойошторорға тәҡдим итәм. Миҫал өсөн РуВикиның Википедия:Подводящие итоги тәжрибәһен ҡарарға була. Уларҙа юйылыуға ҡуйылған мәҡәләләр бик күп, шуға Подводящий итоги статсусын индергәндәр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:29, 12 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Минең уйымса, был эшмәкәрлекте ике төрлө ойошторорға була. Ҡайһыһындыр һайларға кәрәк, икеһе бергә була алмай:

  1. ысул. Шәхсән ҡарар ҡабул итеү — теләк белдергән кемгәлер (бер нисә кеше булыуы мөмкин) йомғаҡ яһаусы флагын һайлау аша бирәбеҙ һәм ул кеше фекер алышыуға үҙ-аллы йомғаҡ яһай.
  2. ысул. Кәмендә өс кешенән торған шура (комиссия) һайлайбыҙ һәм улар бергә кәңәшләшеп ҡарар ҡабул итә. Шура ағзаларын теләк белдергәндәр араһынан һайлап ҡуябыҙ.

Һайлауҙы асыҡ, йәки йәшерен тауыш биреү аша ойошторорға була. Терминдар буйынса фекер алышыуҙа барыһы ла ҡатнаша ала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:29, 12 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау

Ҡарасайлылармы, ҡарасайҙармы?

Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Азат Хәлилов, Alfiya55,Айсар, Ryanag, З. ӘЙЛЕ,Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу, Ләйсән, Таңһылыу, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә, Әхмәтова Алһыу!Конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләр араһында "Ҡарасайлылар" тигәне бар. Мин уны "Ҡарасайҙар" тип алырға кәрәк тип һанайым (ru:Карачаевцы). Урыҫтар "Башкирцы" тип тә алған ул, әммә беҙ бит башҡортлолар түгел. Мәҡәләне яҙырҙан алда бер фекергә килеп ҡуяйыҡ әле--Guram52 (әңгәмә) 17:29, 6 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Хөрәсәнме, Хорасанмы?

Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Азат Хәлилов, Alfiya55,Айсар, Ryanag, З. ӘЙЛЕ,Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу, Ләйсән, Таңһылыу, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә, Әхмәтова Алһыу! Конкурсҡа "Хөрәсәндәр" һәм "Хөрәсән теле" тигән темалар тәҡдим ителгәйне (уны Рөстәм Нурыев "хорасан" тип төҙәтте). Alfiya55 Хорасан тигән мәҡәлә яҙған һәм был уның фарсыса әйтелешенә тап килә. Әммә башҡа күп кенә мәҡәләләрҙә был һүҙ "хөрәсән" тип ҡулланылған. Дөрөҫ, халҡыбыҙҙа, ҡайҙан килеп сыҡҡанын белмәһәк тә, "Хөрәсән ялҡауҙары" тигән идиома бар. Артабан һорауҙар тыумаһын өсөн ошо һүҙҙең яҙылышын хәл итеп ҡуйһаҡ ине--Guram52 (әңгәмә) 06:18, 3 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Клан атамалары

Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Азат Хәлилов, Alfiya55,Айсар, Ryanag, З. ӘЙЛЕ,Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу, Ләйсән, Таңһылыу, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә, Әхмәтова Алһыу! Клан атамаларын -ид ялғауы менән тәржемә итеү дөрөҫмө! Башҡортса -и генә булмаймы?. Мәҫәлән, сәлжүкидтар тип тәржемә ителгән. Минеңсә, сәлжүкиҙәр. Аббасидтар түгел — ғаббасиҙар. Омейядтар түгел, өмәүиҙәр.--Guram52 (әңгәмә) 07:41, 20 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Тыуған яҡты өйрәнеүме әллә төбәкте өйрәнеүме

Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Азат Хәлилов, Alfiya55,Айсар, Ryanag, З. ӘЙЛЕ,Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу, Ләйсән, Таңһылыу, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә, Әхмәтова Алһыу! Музейҙар темаһында быны аныҡлап ҡуйыу мөһим. Бығаса беҙ краеведческий - "тыуған яҡты өйрәнеү" тип ҡулланып килдек. Әммә был һүҙ бәйләнеш тотош уҡ теүәл биреп бөтә тип әйтеп булмайҙыр, сөнки материалдар тыуған яҡҡа ғына түгел, уның шәхестәренә лә, төбәк менән бәйле башҡа факттарға ла бағышлана. Хәҙер бер нисә сығанаҡта "төбәкте өйрәнеү" тигән тәржемә осраны. Минеңсә, был уңышлыраҡ вариант. Шуға күрә "төбәкте өйрәнеү музейы" тип алыу мәнфәғәтлерәк түгелме икән? --Guram52 (әңгәмә) 18:44, 17 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Крайҙы өйрәнеү ↔ Тыуған яҡты өйрәнеү

Ә бына «Крайҙы өйрәнеү» йәки «Тыуған яҡты өйрәнеү» тураһында килешергә кәрәк ине. Һүҙлектәр буйынса икеһе лә дөрөҫ. Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы һәм Лағыр мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейы, Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булып төрлөсә китеп бара. Бер төрлө итәбеҙме. төрлөсә булһынмы? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:03, 18 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай → Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Бөгөн Ҡоролтайҙан шылтыратып әйттеләр: Республикаһы һүҙенән һуң -ның ялғауы кәрәкмәй. Рәсми яҙылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һүҙе менән булған һылтанмаларҙы төҙөтеп сығырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:42, 12 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Индейҙар, индеецтар

Заманында Ишбаев исемле ҡатнашыусы тырышып-тырышын Категория:Индейҙар тип эшләгән ине. Хәҙер тағы ла индеецтар китте. Ҡайһыһын алабыҙ? --ZUFAr (әңгәмә) 03:06, 18 декабрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Лопасть, Лопатка, Лопаточная машина

ВКонтакте-ла тәржемә эҙләйҙәр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:28, 23 ноябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Тамамлаусылар↔тамамлағандар

Категориялар исемендә «Уҡыу йортон тамамлаусылар» тип түгел, ә «Уҡыу йортон тамамлағандар» тип яҙырға кәрәк тигән фекер алышыу ВК-ҙағы чатта бара. Хөрмәтле викиарҡадаш, бындай мөһим һөйләшеүҙәре Википедия форумында, бында алып барарға кәрәк. ВК-ҙаҡы һөйләшеү аға ла китә, уны киләсәк быуындар күрмәсәйек, поисковиктар күрмәйәсәк. Бында булған мәғлүмәт быуаттарға ҡаласаҡ.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:23, 20 ноябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Категория:Уҡыу йорттарын тамамлаусылар был мега категорияға ингән барлыҡ категорияларҙы, категорияларға ингән мәҡәләләрҙе төҙәтеп сыҡырға кәрәк. Һылтанмаһын бында һалып ҡуям. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:12, 20 ноябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Оттиск → баҫҡы һүрәт

Гравюра сәнғәте буйынса бер яңы һүҙ тәҡдим итәм. Оттиск(с металлических деревянных досок)- баҫҡы һүрәт. Төрөктәрҙә оттиск- баскы икән. Ҡалғандарҙыҡы башҡортса аңлашылып бөтмәйәсәк.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 02:42, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Гравюрала баҫҡы һүрәт тиһәк (унда ысынлап та һүрәт), гәзит оттискыһын баҫҡы күсермә тигәндә лә булалыр тип уйлайым, сөнки гәзит гранкаһын һүрәт тип әйтеп булмайҙыр ул. Alfiya55 (әңгәмә) 18:21, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һуңғы тәҡдим менән килешергә була! Күсермә һүҙе телдә ҡулланыла. Баҫҡы тигән һүҙ юҡ шикелле ул.--Азат Хәлилов (әңгәмә) 18:24, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Баҫҡы тигән һүҙ башҡортса юҡ, төрөк өлгөһө буйынса Шәһәрбаныу тәҡдим итә. Мин был тәҡдимгә төрлө яҡтан ҡарап ҡараным, аналогтар эҙләнем, бысҡы, һоҫҡо, кирге тигән һүҙҙәр иҫкә төштө. Мәғәнә буйынса бөтәһе лә эш ҡоралы булып сыҡты. Баҫҡы - эш ҡоралы түгел, ә эш һөҙөмтәһе. Шуға ризалашыу ауырыраҡ булды, аналогтар юҡ шикелле. Әммә ҡабатлай-ҡабатлай әллә өйрәнеп киттем))) Баҫма тигән вариант барыр ине ул, мин бер рәссамды тәржемә иткәндә баҫма һүрәт тип алып та киттем шикелле. Әммә гәзиткә ҡарата баҫма тиһәң, издание - баҫма менән бутала инде, баҫма күсермә тиһәң, икеһе лә ма-мә ҡолаҡҡа ятышлы түгел. Аптырағас, баҫҡыны ҡабул иткәндәй булдым. Гел генә оттиск тип русса йөрөтөү ҙә шәп түгел бит. Alfiya55 (әңгәмә) 21:32, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Шикле инде. Башҡорт теленә ихтилал тигән термин да кереп китте. Күтәрелеште шулай йөрөтә башланылар. Әллә, бәлки, кемдәрҙер күнегеп китер.🙂--Азат Хәлилов (әңгәмә) 03:21, 9 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Пәйғәмбәр ↔ Бәйғәмбәр

Был тема буйынса бында ике йыл элек фекерләшкәйнек, әммә...

Әлеге ваҡытта БашВикила Пәйғәмбәр 255 тапҡыр, Бәйғәмбәр 12 тапҡыр осрай. Пәйғәмбәр һүҙле мәҡәлә исемдәре ла бар. Баҫма сығаҡтарҙа башлыса пәйғәмбәр һүҙен ҡуллана. БашВикила Пәйғәмбәр һүҙен ҡалдырырға тигән фекерҙәмен. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:22, 13 август 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Бәйғәмбәр вариантын Ҡөрьәнде тәржемә итеүҙә ҡатнашҡан, "Башҡортостан" гәзитенең бүлек мөдире булған Дәүләт Дәүләт улы Мәһәҙиев тәҡдим иткәйне һәм индертеп ебәргәйне. Уның дәлилдәре: п өнө башҡорт теленә хас өн түгел, шуға электән бәйғәмбәр тип йөрөгәндер, ҡайһы бер диалекттарҙа (көньяҡ р-ндарҙа, Ейәнсура районында, мәҫәлән) әле лә бәйғәмбәр йөрөй. Ғәрәп телендә лә б менән микән, был турала Дәүләт ағай ни тигәнен онотҡанмын. сөнки п-лы һүҙҙәр фарсынан ингән тип ҡарала. Әммә бәйғәмбәр барыбер ерегеп китә алманы, сөнки п менән әйтеүселәр күпкә күберәк, хатта пиғәмбәр тигән варианттары ла бар әле уның. Alfiya55 (әңгәмә) 18:16, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Рәсми телдә пәйғәмбәр йөрөй инде ул. Әҙәбиәттә ҡайһы бер яҙыусылар һәм шағирҙар тарафынан бәйғәмбәр тип яҙылған. Китап итеп баҫтырылып сыҡҡан. Википедияла, моғайын, ошо ике фактор буйынса ла ҡулланылғандыр.--Азат Хәлилов (әңгәмә) 18:32, 8 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Хата булмаһа - ике вариант та әҙәби телдә ҡулланылһа, икеһен дә ҡалдырырға мөмкин. --Ryanag (әңгәмә) 14:22, 10 октябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Эткүл →← Иткүл→ ← Этҡол?

Рөстәм Нурыев, ZUFAr Бына, күптән килгән бәхәскә бер "һырға" - Эткүлме, Этҡолмо тип бәхәсләшеп сәс ағарғайны)) Баҡһаң, өлкәлә ике оҡшаш атамалы күл - береһе - Иткүл, икенсеһе Эткүл. Бына хәҙер баш ватырға инде - ҡайһыһы нимә. Еткуль[1], Иткуль[2]--Guram52 (әңгәмә) 10:47, 21 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Хорватияның административ берәмеге

Хорватияның административ берәмеге хорв. županija, рус. жупания, ингл. County тип атала. Жупан — берәмек етәксеһе, башлығы. Административ берәмектең исемен башҡортса жупанлыҡ тип алдым. Хан → ханлыҡ һымаҡ итеп. Башҡа тәҡдимдәр булырмы? Риза булһағыҙ {{Риза}} тип тауыш бирегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 20:45, 23 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Бөтә Башҡорт → Бөтә Башҡортостан

Бөтә Башҡорт Советтар съезы мәҡәләһен бәлки Бөтә Башҡотостан Советтары съезы тип үҙгәртергә кәрәк, шулай уҡ дәүләт атамаһына бәйле һүҙҙәрҙе («бөтә украин...» — «бөтә Украина...» һ.б.) тулыһынса яҙырға кәрәктер.--Ryanag (әңгәмә) 02:02, 23 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Авары и Аварцы

Башҡортса ru:Авары һәм ru:Аварцы нисек тәржемә ителә? Тарихи темаларҙа башлыса «Авары» термины йыш осрай һәм Мириада исемлегенә инә. --Ryanag (әңгәмә) 02:02, 23 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • АВАРЦЫ — аварҙар, авар халҡы

Дағстанда йәшәгән халыҡ (Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005) --ZUFAr (әңгәмә) 03:26, 24 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Дауахана - больницамы?

Айсар, Рөстәм Нурыев, ZUFAr,Больница дауахана икән, лечебница ул саҡта нимә була? ---Guram52 (әңгәмә) 12:03, 5 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • «Дауахана»ға мин төҙәткәйнем. Республика матбуғаты больницаны дауахана тип бирә, лечебница башлыса ветлечебница тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Хәстәхәнә иҫке һүҙҙәр рәтендә йөрөп, бик һирәк яҙыла. --Айсар (әңгәмә) 18:26, 5 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Айсар, Рөстәм Нурыев, ЛЕЧЕБНИЦА группа помещений, здание или комплекс зданий санатория, предназначенного для лечения больных с использованием физических и химических свойств воды различных температур - водолечебница или применения лечебных грязей и глин - грязелечебница - [3]--Guram52 (әңгәмә) 08:45, 6 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Шифахана һәм дауахана һүҙҙәре лә ҡулланылмай ине. Шуға күрә хастахана һүҙе ҡулланышта яңыртылыуы насар булмаҫ ине. ХАСТАХАНА тип татарҙар күптән ала. --Guram52 (әңгәмә) 08:49, 6 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Янғантау ләм дауаханаһын [4] ни тип алабыҙ? Грязебольница килеп сыға бит былай булғас. Мойнаки (грязелечебница), Ессентукская грязелечебница нисек тәржемә итәбеҙ?--Guram52 (әңгәмә) 08:56, 6 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Айсар Был кемдеңдер өлгөһө түгел, ошо һүҙҙәрҙе тап шулай больница - хастахана, лечебница - дауахана, санаторий - шифахана тип тәржемә итергә тигән фекерҙе мин инде 20 йыллап элек "Башҡортостан" гәзитенә яҙғайным.Ул баҫылып сыҡҡайны. Шифахана ҡулланышҡа инеп китте. Терминология комиссияһында ла минең тәҡдимдәр ҡаралғайны буғай. Тик ҡулланышҡа индерергә ашыҡманылар. Ә кәрәклеге хәҙер килеп сығып тора--Guram52 (әңгәмә) 09:53, 6 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Әйткәндәй, "Урал" гәзитендә беҙ тап шулай яҙа башлағайныҡ инде 1995 йылға, мин Өфөгә киткәнгә тиклем үк.--Guram52 (әңгәмә) 10:29, 6 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Перловица - Ябай мәрүәт ҡабырсағы?

Айсар, Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Обыкновенная перловица - нисек тәржемә итергә икән? Мин Ябай мәрүәт ҡабырсағы тип алғайным--Guram52 (әңгәмә) 13:08, 25 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Кунсылыу Кутлубаева: Ғәҙәти мәрүәт ҡусҡар тип тә булалыр.

Ул ҠУСҠАРҙарға инмәйҙер, сөнки ҡабырсаҡтары оҙонса, ике яҡлы. Ҡусҡарҙар бормас-бормас ҡабырсаҡлы бит, мөгөҙ кеүек.Улиткалар үҙҙәре моллюск төрө. Ғәҙәти мәрүәтле ҡабырсаҡ тип ҡалдырам --Guram52 (әңгәмә) 16:34, 25 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Түш билдәһе ↔ Күкрәк билдәһе

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Башвикила Түш билдәһе 13 тапҡыр , Күкрәк билдәһе 4 тапҡыр ҡулланыла. Бер төрлө булырға тейешме. Әгәр бер төрлө итһәк, ҡайһы һүҙбәйләнеш урынлы булыр? Ниндәй фекерҙәр булыр? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:53, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Һүҙлектәрҙә тәүге урында «күкрәк» тора, Башвикила ниңә кире килеп сыҡҡан икән. Былай күкрәк әүҙемерәк һәм йышыраҡ ҡулланыла һымаҡ: күкрәк киреп, киң күкрәкле, күкрәге тулы орден, ә түш киреп, киң түшле түгел бит, шул уҡ ваҡытта түште лә орден менән тултыралар. Башвики мәҡәләләре күберәк анатомия темаһыналыр ул. Һөйләшеү башына килһәк, «күкрәк билдәһе» матурыраҡ һымаҡ, ә дөйөм алғанда, был ике һүҙ тулы синоним. --Айсар (әңгәмә) 17:37, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Айсар, Байтаҡ урындарҙа "түш" тип ҡатын-ҡыҙҙың һөт биҙҙәрен генә атайҙар. Минең тәүге шиғырҙарымдың береһендә "түшендәге орден" тигән һүҙҙәрҙән бер билдәле шағир шарҡылдап көлгәйне.)) Ғүмергә иҫтә ҡалды--Guram52 (әңгәмә) 13:07, 25 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Күкрәк билдәһе ҡалдырылды. ✔ Эшләнде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:04, 12 август 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу апайҙар. Үрҙәге ТҮШ БИЛДӘҺЕ менән КҮКРӘК БИЛДӘҺЕ тураһындағы фекер алышыуҙы уҡып, хәтергә һалып ҡуйығыҙ әле. Был исемлектәге шәхестәрҙең түш билдәләрен күкрәктәренә тағырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:14, 23 ноябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Ингән ↔ Иңгән

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Ҡөрьән сүрәләре мәҡәләләрендә был һүҙ ике төрлө, ингән һәм иңгән тип яҙыла. Һүҙлектәрҙә ИҢГӘН һүҙе юҡ, ИНГӘН-гә төҙәтә башлағайным. Әл-Бәҡара сүрәһе мәҡәләһенең төҙәтеүҙәр тарихында Зөфәр иңгән<!-- ИҢГӘН төҙәтмәҫкә --> тигән яҙыу ҡалдырған. Шуға туҡтап ҡалдым. Нисек булырға тейеш һуң? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:12, 9 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

«ИҢГӘН» һүҙе дөрөҫ!

Төйөнмө, быуынмы, быуынтыҡмы?

Ботаникала узел тигәнде төйөн тип алырғамы, әллә быуын типме? Ҡырҡбыуын, мәҫәлән шундай узелдарҙан тора.--Guram52 (әңгәмә) 20:15, 6 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

    • Русско-башкирский словарь по ботанике (С.И.Янтурин, Г.А.Хисамов, 1981 узел — быуын
    • Русско-башкирский словарь по лесному делу (З.Г.Ураксин, З.Г.Уразбаева, Н.Ф.Суфьянова) узел — төйөн, тоҡан
    • Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001) узел — быуын үҫемлектә

--ZUFAr (әңгәмә) 04:20, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Huñğı üđgärtewđär ↔ Huñğı üđgäreştär

Һуңғы үҙгәртеүҙәр ↔ Һуңғы үҙгәрештәр итеп үҙгәртергә ‎Comp1089. Тауыш биреү асҡан. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:13, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

«ҺӨҘӨМТӘ» ↔ «НӘТИЖӘ»

Татарсанан килеп ингән, «ҺӨҘӨМТӘ» урынына «НӘТИЖӘ» тип яҙыу осрай. --Guram52 (әңгәмә) 08:43, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

БашВикила ҺӨҘӨМТӘ — 229, НӘТИЖӘ — 21 тапҡыр осрай. Һәм Викидвижоктың үҙендә НӘТИЖӘ һүҙе ултыра. Әйтәйек, НӘТИЖӘ һүҙен эҙләү ҺӨҘӨМТӘҺЕНДӘ бына шунлай 21 нәтижәләрҙән 1 — 20 тип яуаплай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:25, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡорт теленең ПРОЗА корпусында ҺӨҘӨМТӘ — 260, НӘТИЖӘ — 10 тапҡыр осрай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:25, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • М. Ғ. Усманованың «Башҡортса-русса смнонимдар һүҙлеге» (миндәгеһе 2011 йылғы): НӘТИЖӘ (результат, итог, заключение) — һөҙөмтә, һығымта, йомғаҡ(лау) тип биргән. Шулай булғас, «ҡайҙандыр килеп ингән» тип ҡарау бигүк дөрөҫ түгел, көньяҡ һөйләштәрҙә ҡулланылмаһа ла көнсығыш һөйләштә нәтижә бик йыш осрау. Лексикала үҙ урыны булған һүҙҙе ниңә яһалма рәүештә ситкә тибергә? Әйтелеше лә, яҙылышы ла башҡорт теле нормаларына тап килә. --Айсар (әңгәмә) 14:35, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был осраҡты «ситкә тибеү» итеп түгел, ә БашВикила нисек яҙабыҙ, ике һүҙҙе лә ҡулланыпмы, әллә бер һүҙгә күсерепме, тип ҡараға тәҡдим итә. Википедияның 4-се ҡағиҙәһе һәр нәмәне «изге ниәт» менән эшләнә, тип ҡарарға ҡуша. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:30, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тап бына шул единообразиены күҙҙә тотоп яҙҙым да инде. Хәҙер синоним тип ебәрһәләр ҙә, төп һүҙ барыбер - һөҙөмтә. Саф үҙебеҙсә, нәтижә ғәрәптән килеп ингән татарға ла.--Guram52 (әңгәмә) 20:10, 6 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

ЭСТӘЛЕК ↔ ЙӨКМӘТКЕ

Унан, ЭСТӘЛЕК түгел, ЙӨКМӘТКЕ. --Guram52 (әңгәмә) 08:43, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Башвикила Йөкмәтке 27 тапҡыр, Эстәлек - 3 тапҡыр яҙылған. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:01, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡорт теленең ПРОЗА корпусында ЭСТӘЛЕК һүҙе
Найдено: Предложений - 3 Словоформ - 3
Автор, Произведение (Абзац / Предложение) -20 Предложение
Агиш С., Нигеҙ, 1957, роман (2687/7671) Матур, күҙгә йылы булып ташланырға тейеш ине был рәсем, тик уның менән нимә әйтергә теләгәнен башта үҙе лә төшөнә алмай йөрөнө, һәр хәлдә, бында тормош, йәштәрҙең бөгөнгө көндәге шатлыҡтары бар, ә тәрән эстәлек күренмәй.
Әмири Ғ., Мораҙым, 1960, повесть (1099/3769) Бына беҙгә халҡыбыҙҙың ошондай гүзәл йолаларын — традицияларын һаҡларға, үҫтерергә, тағы ла юғарыраҡ күтәрергә, уларҙы яңы эстәлек менән байытырға, яңы совет заманында тыуған гүзәл йолалар, традициялар менән бергә уҡмаштырырға кәрәк.
Ямалетдинов М., Хәтер төбө - хәтирә, 2007, эссе (298/1489) Мелодик биҙәк менән шиғри эстәлек унда шул тиклем тығыҙ үрелгән - бер генә һүҙҙе алып ташлау түгел, хатта уларҙың урындарын алмаштырыу йәки кәрәкмәгән ижекте һуҙып тороу кеүек етешһеҙлек тә үҙен шунда уҡ һиҙҙертә, күңелдә ризаһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырта.
Башҡорт теленең ПРОЗА корпусында Йөкмәтке һүҙе
Найдено: Предложений - 7 Словоформ - 7
Автор, Произведение (Абзац / Предложение) -20 Предложение
Агиш С., Егеттәр, 1939, хикәйә (104/436) Уның аяҡ аҫтында ла шул уҡ бысраҡ, хатта уның уйында ла Тимербай башындағы фекерҙәр, тик улар икенсе төрлө һүрәттәр менән, икенсе төрлө йөкмәтке менән буталалар.
Бүләков Д., Ғүмер бер генә, 1990, роман (2007/7101) — тип һүҙҙәренә ниндәйҙер оятһыҙ йөкмәтке һалып өндәште.
Мусин Н., Хәтер шаңдауы, 2011, эссе (604/2799) Беренсенән, эпопея - жанрҙы билдәләүсе төшөнсә түгел, ә әҫәрҙең йөкмәтке тәрәнлегенә, хәл-ваҡиғаларҙың эпик һүрәтләү ҡоласына ҡарата әҙәбиәт тәнҡитселәре бирә торған баһалама.
Рафиҡов Б., Сал ҡылған, 1983, роман (1393/5231) Халыҡтың боронғо йолалары нигеҙендә, ул йолаларҙы яңыртып, яңы йөкмәтке менән байытып.
(2929/10749) Иҫке йолаларға яңы йөкмәтке һалыу шул планда барырға тейеш, минеңсә.
Солтанов Й., Тулҡын өҫтөндәге күбектәр, 1956, повесть (85/201) Ә йөкмәтке йәһәтенән саҡ ҡына хәүефләнде:
Ямалетдинов М., Хәтер төбө - хәтирә, 2007, эссе (515/2432) Тыйып тотҡоһоҙ был тойғолар үҙҙәренә айырым бер форма, йөкмәтке талап итә, уй-фекер ҡабына төрөп ғәмәлләштереүҙе даулай.

Хатта бе үк автор (Сәғит Ағиш), хатта бер үк автор бер үк әҫәрендә (Ямалетдинов М., Хәтер төбө - хәтирә, 2007) ике төрлө яҙған бит. Аптыраш. Әллә нәшриәттәге редактор/корректор шулай эшләйме икән? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:43, 5 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • ВКонтакте аша Мәүлит Ямалетдиновтың фекере:

Маулит 13:54 Рөстәм, әссәләмәғәләйкүм! Минеңсә, йөкмәтке менән эстәлек синоним шәкелендә (формаһында) йөрөйҙәр. һәр хәлдә, ғалимдәр төҙөгән һүҙлектәрҙән шулайыраҡ аңлашыла. Минең шәхси фекеремсә, йөкмәтке дөйөм мәғәнәне бирә кеүек (мәҫәлән, берәй китаптың йөкмәткеһе. Унда материлдар күп төрлө булыуы ихтимал). Ә эстәлек - бер генә әҫәрҙең асылын аңлатыу өсөн ҡулланыла һымаҡ. Һәр хәлдә, миңә шулайыраҡ төҫмөрләнә. Хаталанһам - биғәйбә.

Был аңлатма йылыраҡ шай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:50, 6 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

    • Үткән быуатта башҡорт төп вариант итеп "йөкмәтке", ә татар "эчтәлек" тип яҙып йөрөнө, ВК-ла чатта башҡортса һәм татарса китаптарҙан һүрәтле миҫал килтерҙем. Эстәлек - синоним, әммә вики терминдарында бер рәүешлелек - единообразие булырға тейештер, моғайын. Вики фәннилеккә дәғүә итә түгелме ни?--Guram52 (әңгәмә) 00:18, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Минеңсә, ике һүҙҙе лә ҡулланып була, сөнки улар - синонимдар. Элек татар һүҙе тип диалекттарыбыҙҙағы байтаҡ һүҙҙәребеҙҙән баш тарттыҡ. Шул хатаны ҡабатламайыҡ, сөнки диалекттар - туған телебеҙҙең шишмә башы.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 17:28, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин ғүмер баҡый тик йөкмәтке тигән вариантты ғына ҡулланһам да, толерантыраҡҡа әйләнәмме)) - эстәлеккә лә ҡаршылығым юҡ. Айырыуса һуңғы йылдарҙа контент тигән һүҙ ябырылып килеп ингәс, уны эстәлек тип алыу мөмкинлеге был һүҙгә мөнәсәбәтемде ҡырҡа йомшартты. Әҫәрҙең содержаниеһын йөкмәтке тип ҡалдырырға, ә контентты эстәлек тип алырға тәҡдим итәм. Alfiya55 (әңгәмә) 17:42, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Мин дә синонимдарға ҡаршылығым юҡ ҡына түгел, "Йәшлек" гәзитендә хатта керетеү, бәрәңге һәм башҡа бер нисә һүҙҙе 1991 йылда уҡ яҡлап яҙып сығып, улар әйләнешкә инеп китте. Әммә инде ҡалыплашҡан осраҡтар бар, улар ҡанунлашҡан тип тә әйтергә була - ул китаптың йөкмәткеһе (башҡортса), китапның эчтәлеге (татарча). Яңы килеп сыҡҡан контент тигәнде эстәлек тип алыу урынлы булыр ине һәм тап бына яңы терминология өсөн әлегәсә һирәгерәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе ҡулланыу дөрөҫ тә булыр. Ә ҡанунлашҡандарға - теймәҫкә --Guram52 (әңгәмә) 18:45, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Йөкмәтке һүҙе оҙон текста йыш осраған осраҡта синонимын да ҡулланыу үҙен аҡлай, әммә инде ҡалыплашҡан осраҡтарҙа йөкмәтке урынына эстәлек тип яҙыу - ҡағиҙәне боҙоу була ул--Guram52 (әңгәмә) 18:51, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

БашВики мәҡәләләрендә Эстәлек һүҙе 3 тапҡыр яҙылған. Шул осраҡтарҙы тикшереп ҡарайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:57, 7 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Мин дә Мәүлит Ямалетдиновтың фекере кеүек аңлайым. Башҡорт теле уҡытыусыбыҙ көслө ине. Һүҙҙәрҙең айышын һәйбәт аңлата ине. Китап эсендәге мәҡәләләр теҙмәһе тик йөкмәтке генә була. Ә әҫәрҙең асылын йөкмәткеһе тип тә, эстәлеге тип атап була тип.--Һәҙиә (әңгәмә)19:19, 9 ноябрь 2018(UTC)

Красника еләгенең башҡортса аталышы

был тема Википедия:Ҡоролтай битенән күсерелде
Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Красника тигән еләкте башҡортса нисек алырға икән? Беҙҙә үҫмәй. Ҡыҙыл көртмәле - брусника, ҡара - черника, күк- голубика. Был красниканың клоповка тигән атамаһы ла бар, бәлки ҡандала көртмәлеһе тип алырғалыр?Еләгенән ҡандала еҫе сығып тора икән. Уйлай торғас, мүк көртмәлеһе тип алырғалыр тип тә уйлап ҡуйҙым. Мүк араһында үҫә бит.--Guram52 (әңгәмә) 05:07, 3 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

освобожденный һәм неосвобождённый һүҙҙәренә тәржемә кәрәк

был тема Википедия:Ҡоролтай битенән күсерелде


Урыҫса киң ҡулланылған освобождённый... һәм неосвобождённый секретарь партийной (комсомольской) организации һүҙ бәйләнештәрендәге освобожденный һәм неосвобождённый һүҙҙәренә тәржемә кәрәк. Төп эш-вазифаһынан тулыһынса бушатылып һәм эш хаҡы алып, йә, киреһенсә, аҙ ғына ла бушатылмай һәм бының өсөн эш хаҡы алмай секретарь булған кеше. Бығаса яҙылған: азат ителгән-азат ителмәгән (калька), штаттан тыш һәм йәмәғәт башланғысында бигүк уңышлы түгел тип һанайым. Кемдең ниндәй тәҡдиме булыр? --Айсар (әңгәмә) 13:00, 6 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

    • Айсар азат ителгән-азат ителмәгән - бигерәк ҡолаҡҡа ятмаған варианттар, бармай, әлбиттә. Төрмәлә ултырғандар, ҡолдар йә әсирҙәр азат ителә, иреккә сығарыла. Штаттан тыш һәм йәмәғәт башланғысында тигәнгә килгәндә, бик уңышлы булмағанда ла, уңышлыраҡ вариант юҡ кеүек. Береһе - штаттағы секретарь, береһе штатта тормаған секретарь --Guram52 (әңгәмә) 13:20, 27 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Штаттан тыш тигәне был осраҡҡа бармай, сөнки ул предприятиеның йә ойошманың штатында тормаған берәмекте аңлата. Мәҫәлән, штаттан тыш хәбәрселәр редакцияның штатында тормай, әммә һыналған, йыш яҙыусы автор булараҡ, дәртләндереү маҡсатынандыр ҙа инде штаттан тыш хәбәрсе тип йөрөтөлә торғайнылар. Ә освобождённый... һәм неосвобождённый секретарь партийной (комсомольской) организации — штатта торған һәм эш хаҡы алған хеҙмәткәр. Шулай булғас уны бер нисек тә штаттан тыш тип әйтеп булмай. Эштән азат ителгән (эштән азат ителмәгән) партия ойошмаһы секретары тиһәк нисек? Alfiya55 (әңгәмә) 15:24, 9 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эштән азат ителгән (эштән азат ителмәгән) — бында «төп» тигән аныҡлаусы кәрәк: төп эшенән азат ителгән (секретарь ғына була) һәм төп эшенән азат ителмәгән, мәҫәлән, уҡытыусы йә ауыл хужалығы белгесе шул статуста совхоз бүлексәһе комсомол ойошмаһы секретары булды, ә тотош совхоз комсомол ойошмаһы секретары - бары тик секретарлыҡ эше менән генә шөғөлләнде. Күп урында партия ойошмаһы секретарҙары ла шулай уҡ ине. Күп һүҙле булһа ла, ошо һуңғы тәҡдимгә туҡталайыҡ. --Айсар (әңгәмә) 16:11, 9 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Bashkirica термины

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.
был тема Википедия:Ҡоролтай битенән күсерелде


Әлеге ваҡытта ҡулланышта Bashkirica ([8], [9], [10], [11]) тигән термин бар. Шул мәғәнәне башҡорт телендә бер һүҙ менән әйтеп буламы?

Ни өсөн кәрәк.

БашВикиның һул яҡ навигацияһының «Мәҡәләләр» бүлегенә бер һүҙҙән (йәки оҙон булмаған ике һүҙҙән) генә торған тағы бер йүнәлтмә (термин) өҫтәргә ине, ул йүнәлтмә Википедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә алып барасаҡ. Ниндәй һүҙ ҡулланырға була?

Ниндәй һүҙ тәҡдим итәһегеҙ, Borovi4ok, Guram52 , ZUFAr, Айсар, Аҡҡашҡа, Банат Валеева-Яубасарова, Башҡорт хоккейы, Диана Әхмәтова, З. ӘЙЛЕ, Ләйсән, Рөстәм Нурыев, Таңһылыу, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә, Әхмәтова Алһыу. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:56, 6 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Тәҡдимдәрегеҙҙе түбәнгә яҙығыҙ.

Башҡортнамә тип алынды. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:47, 3 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Волость ↔ Улус

  • Ауылдар тарихын яҙа башлағас, ВОЛОСТЬ һүҙенә тәғәйен бер төрлө тәржемә ҡулланыуҙы ҡабул итәйек әле тигән тәҡдим яһарға булдым. Машфонд ике төрлө бирә: 1. Волость, 2.(тарихи) улус. Мин күп осраҡта УЛУС тип яҙам. Әммә ҡайһы берҙә сәпсим башҡортлаштырылған варианты - ОЛОҪ та осрай. Улай ҙа яҙырға тура килгеләне. Баш бутала. Кәңәш итәйек тә, бер төрлө, мәҫәлән, УЛУС вариантын ғына, алайыҡ әле. Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 09:40, 26 август 2018 (UTC))[яуап бирергә]
  • Революциянан һуң беҙҙә райсәүиттәр киткән бит. Беҙ уларҙы улус тип алмайбыҙ ҙа. Волость - волость инде ул, райсовет та, силсәүит тә түгел. Улус тип алабыҙ икән, әйҙә шулай төҙәтеп сығайыҡ тотош. Гүзәл Ситдыҡова.
  • Күп тарихи хеҙмәттәрҙә, 19 быуаттың икенсе яртыһы-20 быуаттың башы тураһындағы китаптарҙа "волость" тип алғандар, "улус" шунан алдараҡ дәүер тураһындағы материалдарҙа осрай. "Улус Джучи"- хатта рус телендә лә , бәлки шул моментты ла иҫтә тоторға кәрәктер. "Уҡытыусы" тип Совет осоро уҡытыусыһын, "мөғәллим",тип күп осраҡта революцияға хәтле булғанын атаған кеүек. ‎Шәһәрбаныу
  • Миңә олоҫ варианты оҡшай--Belemle (әңгәмә) 11:19, 26 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • БашВикила ҡулланыу осраҡтары: Волость — 36 мәҡәләлә [12], шул иҫәптән Волость мәҡәләһендә, Улус — БашВикила 161 мәҡәләлә һәм 1 мәҡәлә Викидәреслектә [13], Олос — 2 мәҡәләлә [[14]], Олоҫ — 12 мәҡәләлә [15]. Бер тапҡыр был термин буйынса фекер алышҡайныҡ буғай. Ул фекер алышыу ҡайҙа үткәрелгәнен һәм ниндәй фекергә килгәнде хәтерләмәйем. Әммә, яңынан тикшергәндә лә була. Терминология комиссияһы нимә тей икән? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:24, 27 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башҡорт теленең машина фондынан Әҙәбиәт, Публицистика, Фольклор корпустарында анализ мәғлүмәте менән:
Һүҙ Әҙәбиәт Публицистика Фольклор БашВики
Волость 549 84 1 36
Улус 2 3 - 161 + 1
Олос 21 3 - 2
Олоҫ 36 26 - 12
  • Волость — 1) Орфографический словарь башкирского языка (Н.Ф.Суфьянова, З.К.Ишмухаметов, 2002) 2) Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005), 3) Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005), 4) Башкирско-русский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 1996),
  • Улус — Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
  • Олос — Орфографический словарь башкирского языка (Н.Ф.Суфьянова, З.К.Ишмухаметов, 2002)
  • Олоҫ — һүҙлектәрҙә юҡ.
  • * Мин улус тигән вариантты ҡуллана торғайным, баҡһаң, волость менән олоҫ почетта икән. Нишләйек һуң, ошо ике вариантты ла алайыҡмы, әллә олоҫто «законлаштырайыҡмы»? Alfiya55 (әңгәмә) 05:48, 30 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Википедия — икенсел сығанаҡ, беренсел сығанаҡтарға таянырға тейеш. Беренсел сығанаҡтарҙа һүҙҙе төрлөсә ҡулланыу сәбәпле, ҡарарҙы үҙебеҙгә ҡабул итергә кәрәк. Минең уйымса, Волость һүҙе күберәк ҡулланыла, шуға күрә беҙгә лә Волость һүҙен ҡулланырға кәрәктер. Заманалар үтеп, беренсел сығанаҡтарҙа улус йәки олоҫ өҫтөнлөк алғандан һуң үҙгәртерҙәр. Минең тәҡдим шундай. Был ҡарар түгел әле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:03, 30 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Баҡһаң, олоҫ һүҙлектәрҙә юҡ икән. Әтеү ысынлап та әлегә волость дөрөҫөрәк булыр ул. Alfiya55 (әңгәмә) 06:08, 30 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Волость һүҙ тураһында күп кенә бәхәс булды. Мин, ахыры, сәпсим башҡортса булһын тип, олоҫ тип тә яҙып маташтым. Шунан гел улус тип яҙҙым. Беҙҙең телгә килешер ине, әгәр улыс тип яҙһаҡ (ата-бабалар волость һүҙен шулайыраҡ әйткәндер ул), дөрөҫөрәк тә булыр ине. Олоҫ тип дим башҡорттары әйткәндер ул тигән уй ҙа килә (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 15:47, 28 октябрь 2018 (UTC))[яуап бирергә]

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Юғары Совет саҡырылыш һандары

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Юғары Совет саҡырылыш һандарын нисек яҙырға? 1-се, ... 5-се, ... 12-се, йәки беренсе, ..., бишенсе, ... ун икенсе тип яҙырғамы? Былай башлағайным, дөрөҫмө? Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:44, 13 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Был йәһәттән ниндәйҙер ҡәтғи ҡәғиҙә булыуын бер ҙә иҫләмәйем, булған хәлдә лә бер кем уны үтәмәй, шикелле. Был шулай уҡ мәктәптәге синыфтарға ла ҡағыла, уларҙы ла, саҡырылыштарҙы ла рим цифрҙары менән дә яҙыу бар. Совет заманында съездарҙы һан менән яҙҙылар, шулай уҡ ике төрлө: бындай һәм рим цифрҙары менән. Һүҙләтә яҙыу бик һирәк ҡулланыла, ниндәйҙер конкрет маҡсат менән һәм стилдә. Ҡыҫҡаһы, рим цифрҙарына клавиатурала улай-былай күсеп йөрөгәнсе, нисек яҙылған (1-се, 5-се һ. б.) - шулай дауам итәйек. --Айсар (әңгәмә) 17:19, 13 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин дә ҡағиҙәһен белмәйем. Дәүләт думаһы тураһында викимәҡәләне руссанан тәржемә иткәйнем, унда рим һандары менән ине, шуға башҡортсаһында ла римса алдым. Дәүләт думаһының сайтына инеп ҡараным — һүҙ менән яҙғандар. Башҡорт энцикл-яһында — ғәрәп һаны менән ялғау ҡушып. Айсар эйтмешләй, нисек уңайлы — шулай яҙайыҡ та ҡуяйыҡ, йәғни 1-се, 2-се тип. Alfiya55 (әңгәмә) 19:31, 13 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Эрзя ↔ Эрзә

Аңлатма
Был тәҡдим ВК-ҙағы чатта һәм Эрзя теле мәҡәләһендә күтәрелде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:22, 3 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Rizalaşam. Üđem erzä tip yađa torğaynım, kem üđgärtkänder, iślämäyemse. --Comp1089 (әңгәмә) 17:40, 2 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Алла ↔ Илаһ

Аңлатма
Был һорау Категория:Аллалар-ҙы Категория:Илаһтар итеп үҙгәртеү, һәм артабан эске категорияларҙы һәм мәҡәләләрҙе үҙгәртеү сәбәпле ҡуйыла. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:38, 2 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Алла»ны «Аллаһ» тип яҙыуға күсергәс, «Алла» һүҙе баш ҡала бит, ниңә быға тиклем «алла» булған грек мифология аллалары шулай ҡала алмай һуң? Һүҙлектәрҙә «илаһ» һүҙе иҫкергән тип бирелә. Тағы ла Башҡорт Википедияһының айырым телен (ябай кеше аңламаған) булдырыу юлынан киттекме? Грек мифологияһы аллаларының ислам динендәге аллаға ла, беҙ бөгөн күҙ алдына килтергән дингә лә туранан-тура бер ҡағылышы ла юҡ, һәм «алла» тигән бер һүҙ менән аталғанда бер-береһенә ҡамасауламайҙар. Икенсе яҡтан, бер генә кеше терминология комиссияһы вазифаларын бер үҙенә ала алмайҙыр ул. --Айсар (әңгәмә) 14:22, 2 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Мөмкинселек ↔ мөмкинлек

Мөмкинселек һүҙен ҡулланмау тураһында фекер алышҡайныҡ, мөмкинлек тип яҙырға килешкәйнек. БашВикила ундай барлыҡ һүҙҙәрҙе мөмкинлеккә алмаштырып торам. Һирәк-һайаҡ ҡабаттан яҙып торалар. Ә шулай ҙа уйландыра әле ул. Һүҙлектәрҙә лә яҙылған, кешеләр ҙә шикләнмәй ҡуллана. Ниңә шулай икән ул? Фекерләшеп алайыҡ әле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:56, 12 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]

«Гөлшат Хажиеваның виртуаль көндәлеге»нән яуап килеп етте: “МӨМКИНСЕЛЕК”МЕ ӘЛЛӘ “МӨМКИНЛЕК”МЕ?. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:28, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Гөлшат дөрөҫ яҙа, мөмкинсе тигән һүҙ юҡ, шуға мөмкин+се+лек тигәндә -се- артыҡ. Alfiya55 (әңгәмә) 05:08, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Alfiya55 апай, һорау былай ине: Ә шулай ҙа уйландыра әле ул. Һүҙлектәрҙә лә яҙылған, кешеләр ҙә шикләнмәй ҡуллана. Ниңә шулай икән ул? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:00, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Цитата из "Грамматики современного башкирского литературного языка": "Имеется целый ряд образований на -лыҡ от основ с аффиксом -сы, самостоятельно не употребляющихся. Так, при существительном аҙсылыҡ не существует аҙсы, арҙансылыҡ - арҙансы, батырсылыҡ - батырсы, күпселек - күпсе, кәмселек - кәмсе, түбәнселек - түбәнсе и др. Происхождение подобных форм объясняется, очевидно, словообразованием по аналогии. Но здесь правомерно считать, что в современном башкирском языке складывается новый аффикс -сылыҡ". Минең фекерем, һәр тел - ул тере организм, уны ҡоро логикаға һыйҙырып булмай. Күп халыҡ шулай яҙа икән, тимәк, ул һүҙ (мөмкинселек) телгә инеп нығынған инде. Широко распространенная ошибка становится правилом. Ел тирмәндәре менән һуғышмайыҡ, мөһимерәк бурыстар бар әле. --Mutagar (әңгәмә) 08:27, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Mutagar, яуабың өсөн рәхмәт. Әммә, йомғаҡларға иртәрәк әле. Фекер алышыу «һуғышыу-һуғышмау» өсөн түгел, ә аңларға теләгәнлектән асылды. Әгәр -се -сы аффикслы һүҙҙәр бар һәм киң ҡулланыла икән, ғалимдарыбыҙ быны аңлата алырға тейештәрҙер ул. «..мөһимерәк бурыстар бар әле..» әле тигән яуап БашВикины ҡәнәғәтләндермәй. Сөнки мәҡәләләрҙә бер һүҙҙе ҡулланыу урынлыраҡ, ә ҡайһыһы икәнен нисек билдәләргә? Төплө дәлилләнмәгән ҡарарҙар киләсәктә «һуғыштар» тыуҙырасаҡ та инде. Һәр яҡ үҙ фекеренә өҫтөнлөк бирә бит. Әлеге ваҡытта БашВикила «яугирлек»↔"яугирлыҡ" һәм «Ҡазаҡстан»↔"Ҡаҙағстан" буйынса бәхәстәр тынмаған, уртаҡ фекер тыумаған. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:57, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Ғалимдарыбыҙ үҙ фекерен белдергән бит, ике һүҙ ҙә һүҙлектәрҙә бар, тимәк икеһен дә ҡулланып була, синоним булараҡ - хата юҡ. Минең тәҡдимем - кем нисек теләй, шулай яҙһын, ә башҡа ҡатнашыусылар төҙәтмәһендәр. Был бит географик атама йә юридик термин түгел. Бәхәстәргә мораторий) --Mutagar (әңгәмә) 10:19, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тағы бер һорау өҫтәйем. Мөмкин һүҙе ғәрәп теленән ингән, ә был мәғәнәне аңлатҡан ысын башҡорт (төрки) һүҙе нисек? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:04, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Ҡазаҡса мүмкіндік, мүмкіншілік; ҡырғызса мүмкүнчүлүк; азери mümkünlük; төркмәнсә мумкинчилик, төрөксә mümkünlük, yapılabilirlik, olasılık --Mutagar (әңгәмә) 10:57, 13 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Һаумыһығыҙ, йәмәғәт! Тел тарихы күҙлегенән ҡараһаҡ, яуап ошолай булыр. (Русса яҙам, ваҡытым тар.)

  • 0. Более полный список когнатов см. здесь.
  • 1. Как правильно отметили выше, -сылыҡ/-селек в указанных словах - это отдельный цельный суффикс, который не следует пытаться членить на -сы + -лыҡ. Этот список не следует смешивать со случаями типа йылҡысылыҡ, где такое членение очевидно и правомочно.
  • 2. Этот аффикс не возник в башкирском языке, его не следует анализировать с позиций современного башкирского языка и тем более выносить решения о его правильности/неправильности. Как и в других современных тюркских языках (центрально-азиатского ареала), слова с этим аффиксом унаследованы (в нашем случае через поволжский тюрки) из чагатайского языка. В чагатайском языке мы можем найти все слова из списка — көпчилик, азчылык, кәмчилик, фақирчилик, батырчылық и т.д.
  • 3. В грамматике чагатайского языка прямо указано, что этот аффикс функционирует наравне с -лық/-лик и производит слова с тем же значением.
  • 4. Чагатайский язык изучен далеко не полностью. Вопрос, как и почему возник этот аффикс, когда он начал применяться, боюсь, специально ещё не исследовался.Borovi4ok (әңгәмә) 08:58, 15 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]

БашВикила ҡулланыу

Артабан БашВикила ҡулланыу тәртибен нисек итәбеҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:27, 15 май 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Знаменитые люди

Ошо һүҙбәйләнеште «Билдәле кешеләр» тип тәржемә итәбеҙ. Минең тәҡдим: Арҙаҡлы, Атаҡлы, Танылған кешеләр йәки шәхестәр, тип алыу.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 14:55, 21 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Күренекле кешеләр тип тә атау бар. Танылған тигәне бик барып бөтмәйҙер. Сөнки, аламалыҡ, боҙоҡлоҡ, залимлыҡ менән дә танылғандар етерлек (Герострат, Гитлер, сталин һ.б).Билдәле кешеләр тигәнен дә шул мәғәлә аңлап була.--Һәҙиә20:14, 21 апрель 2018(UTC)
  • Эйе, был төшөнсәнең барлыҡ варианттары ла дөрөҫ һәм БашВикила бер вариантты һайлау урынлы. Һайлауҙы былай ойошторайыҡ. Һәр беребеҙ өс вариантты тәҡдим итәйек. Хаят апай кеүек. Шул варианттарҙы баһалап дөйөм фекер сығарыбыҙ. Ғәҙел булыр тип уйлайым. Мин әлегә үҙ фекеремде әйтмәй торам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:41, 21 апрель 2018(UTC)
  • Арҙаҡлы йәки күренекле тигән варианттарҙы тәҡдим итәм.Ул атамалар бер төрлө генә мәғәнә бирә.Яҡшы яҡтан ғына. Төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалып, манипуляция итергә урын ҡалдырмай. Урыҫ һүҙенең тура тәржемәһен ҡулланыу ҙа беҙҙең телде матурламай. Икенсел сығанаҡ урынына ҡалдырып, бәҫен, баһанаһын төшөрә. Башҡорт Викиһында "күрше баҡсаһына күҙ һалмай" мас килеп үҙ телемдә яҙырға хаҡым бар!!!--Һәҙиә 13:00, 21 апрель 2018(UTC)
  • Мин Һәҙиәнең "арҙаҡлы" һәм "күренекле" варианты менән килешәм.Банат Валеева-Яубасарова 14:05, 22 апрель 2018(UTC)
  • Икенсе өлөшөн дә онотмайыҡ. кешеләр йәки шәхестәр ?. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:07, 22 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Шәхестәр урынлыраҡ, минең ҡарамаҡҡа. Бөтәбеҙ ҙә кеше. Әммә шәхес тип аталыу өсөн кимәл бейеклеге талап ителәлер ул.--Һәҙиә 22:46, 21 апрель 2018(UTC)
  • Арҙаҡлы һәм Күренекле бик тап килә, минеңсә. Атаҡлы, данлыҡлы кешеләр бик аҙ булалыр. Ноғман ағай Мусин, Зәйнәб Биишевалар атаҡлы яҙыусылар, ә ҡалған әҙиптәребеҙҙе арҙаҡлы йәки күренекле тип атай алабыҙ. --Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 09:16, 22 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Минеңсә «арҙаҡлы, күренекле» һүҙҙәре нейтраллек ҡараштарына яуап бирмәй йәки һәр шәхескә универсаль була алмай. Рувикила шулай уҡ «Люди, связанные с городом», «Известные люди», «Известные уроженцы» ҡулланыла.--Ryanag (әңгәмә) 23:15, 22 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag фекере менән мин дә бик килешәм, нәҡ шул сәбәптән ни әйтергә белмәйерәк тора инем. Арҙаҡлы - уважаемый, почитаемый - ул кешенең субъектив мөнәсәбәте, эмоциялары менән бәйле һүҙ. Башҡорт матбуғатындағы "Арҙаҡлы шәхестәребеҙ" тигән рубрика, мәҫәлән, башҡорт мөхитенә бик тә таман ине, ысынлап та халыҡ ихтирамын яулаған кешеләргә ҡарата ҡулланыла ине. Ә бында бит алаһы ла, ҡолаһы ла бар, Википедия ҡағиҙәләре лә нейтраль һүҙ талап итә. Билдәле, күренекле шәхес йә кеше (контекст буйынса), ваҡиғаны иҫтәлекле ваҡиға (памятное событие) һәм билдәле ваҡиға (знаменательное событие) тип алыу яҡлымын. Alfiya55 (әңгәмә) 01:28, 23 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Минең аңлауымса Хаят апай Башҡортостан райондары, ҡалалары һәм ауылдары мәҡәләһендәге Знаменитые люди бүлеген Билдәле кешеләр тип тәржемә итеүебеҙҙе күҙ уңыңда тотоп һүҙ башлағайны. Тәҡдиме аныҡ ҡына әйтелмәгәнлектән беҙ дөйөмләштереп ебәрҙек. БашВикила ҡулланылған төрлө варианттарҙы сүпләп алып, ҡараштырып ултығандан һуң тыуған фекерем былай: барлыҡ осраҡтарға ла дөйөм бер һүҙ табып булмаясаҡ. Әйтәйек, конкрет кеше мәҡәләһендә ундай һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланмаҫҡа ине, Ryanag һәм Alfiya55 фекере менән мин дә бик килешәм. Ә бына райондар, ҡалалар һәм ауылдар мәҡәләһендә уларҙы нисек тә билдәләргә, бүлеккә исем бирергә кәрәк. Был конкрет осраҡта Башҡортостан райондары, ҡалалары һәм ауылдары мәҡәләһендә нимә яҙабыҙ, шуны хәл итәйек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:55, 23 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тап шулай ошо райондарҙың арҙаҡлы кешеләре тураһында һүҙ бара. Арҙаҡлы һүҙе тос мәғәнәгә эйә. Бик күптәр күренекле була ала, ә бына арҙаҡлы булыу өсөн күренекле булыу ғына етмәй. Ә бәлки Күренеклене ҡалдырырғалыр? Райондарҙа ундай кешеләр бихисап, бик күптәрҙе күренекле тип атап була.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 05:49, 23 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Дөйөм кимәлдә билдәле һәм танылған тип әйтеп булмаған, әммә ауылында йә районында абруйлы, ниндәйҙер яҡшы эштәре менән билдәлелек алған күренекле кешеләр була. Мәҫәлән, маҡтаулы исем-бүләктәре лә самалы, илгә таралған даны ла юҡ, әммә мәсет төҙөткән, шағир, һәүәҫкәр йырсы йә бейеүсе булып яҡташтарының һөйөүен яулаған, шәп уҡытыусы, табип һ.б. Ундай исемлеккә Ауылдан сыҡҡан күренекле кешеләр тигән подзаголовок барыр кеүек. Ауыл, район кимәлендә арҙаҡлы һүҙе килешкән кешеләр ҙә байтаҡ. Тексына ҡарап, уныһы ла ҡулланыла алалыр. Тик ил, донъя кимәлендәге шәхестәр тураһындағы текстарҙа нейтраль һүҙҙәр ҡулланылһын инде. Alfiya55 (әңгәмә) 10:45, 23 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag, Alfiya55 һәм уларға ҡушылған Рөстәм Нурыевтың Википедияның нейтраллек талабын алға ҡуйған фекерҙәрен тулыһынса яҡлайым. Виртуаль энциклопедияға индерелеүселәрбыға тиклем үк нимә менәндер билдәлелек алған, шуға ла уларға «арҙаҡлы» һәм башҡа шундай төр сифаттар ҡушып, тағы ла ниндәйҙер өҫтәлмә баһа биреү Википедия бурысы түгел тип һанайым. Икенсенән, бындай һүҙҙәр энциклопедия стиленә тап килмәй, улар гәзит-журналдыҡы һәм нәфис әҙәбиәттеке. Тәҡдим: ауыл һәм район мәҡәләләрендәге исемлектәрҙе «Билдәле шәхестәр» тип атарға. («тыуған», «сыҡҡан» һәм башҡа өҫтәлмә һүҙҙәрҙе ҡулланмай ғына, ауылға килен булып төшкән йә районға йүнәлтмә менән эшкә килеүсе лә бында билдәлелек алыуы мөмкин). Философик күҙлектән «шәхес» (русса «личность») «кеше» тигәндән юғарыраҡ мәғәнәлә ҡулланыла. Шуға ла «Билдәле шәхестәр» һүҙбәйләнеше нейтраллек талабын да әллә ни боҙмай ғына, Википедияға индерелгәндәрҙе дөйөм халыҡтан айырып күрһәтергә мөмкинлек бирә. --Айсар (әңгәмә) 11:09, 25 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Таблица

1-се (+3) 2-се (+2) 3-сө (+1) Ҡатнашыусы
Арҙаҡлы Атаҡлы Танылған Хаят Йосопова1
Арҙаҡлы Күренекле Һәҙиә
Арҙаҡлы Күренекле Банат Валеева-Яубасарова
Арҙаҡлы Күренекле Таңһылыу
Билдәле шәхестәр

варианттар

арҙаҡлы (БашВикила 244 тапҡыр ҡулланыла)
1 — уважаемый, почитаемый; почётный арҙаҡлы кеше — уважаемый человек; арҙаҡлы булыу — быть уважаемым
2 — изнеженный, избалованный арҙаҡлы бала — изнеженный, избалованный ребенок; неженка, баловень
3 — диал. см. йыйнаҡ
атаҡлы (БашВикила 172 тапҡыр ҡулланыла)
знатный, знаменитый, известный атаҡлы ғалим — знаменитый учёный; атаҡлы батыр — известный богатырь; атаҡлы тракторсы — знатный тракторист
билдәле (БашВикила 3685 тапҡыр ҡулланыла)
1 — известный, популярный билдәле ғалим — известный учёный; билдәле ваҡиға — известное событие; билдәле мәсьәлә — известная задача; билдәле сәбәп — известная причина; билдәле яҙыусы — популярный писатель
2 — установленный, определённый билдәле тәртип урынлаштырыу — установить определённый порядок; билдәле бер көн — определённый день
3 — вводн. сл ясно, очевидно билдәле, ул бөгөн ҡайтмай — ясно, он сегодня не вернётся
данлыҡлы (БашВикила 244 тапҡыр ҡулланыла)
1 — прославленный, знаменитый, известный; знатный данлыҡлы исем — прославленное имя; данлыҡлы артист — прославленный артист; данлыҡлы колхозсы — знаменитый колхозник
2 — знаменательный данлыҡлы ваҡиға — знаменательное событие
күренекле (БашВикила 794 тапҡыр ҡулланыла)
видный, известный күренекле ғалим — видный учёный; күренекле яҙыусы — видный писатель
танылған (БашВикила 664 тапҡыр ҡулланыла)
признанный; известный; популярный танылған ғалим - признанный учёный; танылған йырсы - популярный певец


Һүҙлектәрҙә Урыҫснан тәржемә итә
  • Машина фоныд : ЗНАМЕНИТЫЙ прил. — атаҡлы, данлыҡлы, танылған знаменитый писатель — атаҡлы яҙыусы
  • Яндекс тәржемәсе: Знаменитый — данлыҡлы.

Коканд↔Ҡоҡанд

ВК-ҙан

Гузаль Ситдыкова 12:33 Йәнә бер һорау бар: Кокандское ханство - үзбәктә Ҡо'ҡон ханлығы, ҡаҙаҡта Ҡоҡан ханлығы. Башҡортса Коканд тип алырғамы?

  • Аныҡ ҡына яуап биреүе ҡыйын. Интернет һөҙгөстәре Ҡоҡанд һүҙен ҡулланыуҙың бер нисә өлгөһөн бирә. Башҡорт Энциклопедияһында Коканд тип ҡулланыла. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:01, 18 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ҡоҡан (Д хәрефһеҙ генә) ханлығы тип алырға мөмкин булыр ине, әммә яҙма сығанаҡтарҙа ул вариант күренмәй. Тимәк, Терминология комиссияһына һелтәргә кәрәк ул һорауҙы. Һүҙлектә "Ҡоҡана" тигән һүҙ таптым,тик ултырырға яртаҡан кешене шулай тиҙәр икән). Инйәр - ҡатайҙа "Ҡуҡан" һүҙе бар, һүҙлектәрҙә ул юҡ. Әҙәби телдәге "шеш" тигәнгә тура килә (балыҡ элә торған ботаҡлы сыбыҡ)--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:40, 18 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Үзбәктәрҙең үҙҙәрендә лә Ҡуҡон тигән варианты бар - Кока́нд (узб. Qo‘qon, Қўқон), этимологияһы нимәнән икән? Бәлки, ҡуҡандан алынғандыр? Варианттары Ховакенд или Хоканд --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:54, 18 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Яугирлек ↔ Яугирлыҡ

ВК-ҙа тағы ла терминдар буйынса фекер айырмалығы тыуҙы. Зинһар ундай һөйләшеүҙәрҙе БашВикила алып барығыҙ, бында урынлыраҡ. Унан бында күсереп ултырмаҫ инем.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:49, 14 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  1. Гөлшат Сөләймәнова 18:50
  2. Яугирҙар дөрөҫмө, Гүзәл? Миңә шулай өйрәткәйнеләр.
  3. Гузаль Ситдыкова 18:53
  4. Яугирҙәр дөрөҫ! Яугирҙар тип яҙырға күсте лә киттеләр(( Башҡорт һүҙе бит ул.
  5. Гузаль Ситдыкова 18:58
  6. Һүҙлектә яугир һүҙенең ялғауы нәҙек икәне күренә - яугирлек, яугирлыҡ түгел. (Һүҙлектә «яугирлек» тип яҙылған битең фотоһы күрһәтелә.Рөстәм Нурыев аңлатамаһы)
  7. Гөлшат Сөләймәнова 19:11
  8. Яугирҙарҙы. Бер генә ижектә ҡаты һуҙынҡы булһын, ялғау ҙа ҡаты була- бына шулай аңлаттылар. Мин шуға яугирҙар тип яҙамсы. Давайте решать))

Артабан ВК-ҙа булған һөйләшеүҙе тулыһынса бында күсереп тороуҙың мәғәнәһен күрмәйем, сөнки терминология комиссияһы эше тураһында һөйләшеү, телсе-ғалим Әкрәм Бейештең дөйөм кәңәше килтерелде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:49, 14 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ҡуйылған һорау буйынса БашВикила тикшереү үткәрҙем. «Яугирлыҡ» — 12 тапҡыр, «яугирлек» — 2 тапҡыр ҡулланыла. Өйҙәге китаптарҙы, һүҙлектәрҙе викиинәйем (бөгөнгө семинарҙа яңы термин тыуҙы) ҡарап сыҡты һәм М.Г.Усманованың «Грамматика башкирского языка в таблицах и схемах»/«Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа» китабынан «яугирлыҡ» миҫалы килтерелгән ҡағиҙәне тапты:
В заимствованиях из арабского и персидского языков, если слово в своем составе имеет твердые гласные и мягкую гласную, то пишутся окончания с твердой гласной шағир-шағирҙар-поэты,
ваҡиға-ваҡиғалар-события,
яугир-яугирлыҡ-геройство

--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:49, 14 апрель 2018 (UTC)

  • Ҡағиҙә ғәрәп-фарсынан ингән һүҙҙәргә ҡағыла, яугир - башҡорт һүҙе, шуға уға йомшаҡ ялғау ҡушыла (яугирЛЕК). Alfiya55 (әңгәмә) 20:48, 14 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Машинный фондтағы "Корпус башкирского языка"ла ҡараным, Проза бүлегендә йомшаҡ ялғаулы өлгөлөр бик күп — «яугирҙәр», публицистика бүлегендә һирәгерәк осрай, әммә йомшаҡ ялғау. Журналистар ялғау ҡушыуҙан «егеттәр», «уҙамандар» һүҙе өҫтәп ҡулланалар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:31, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Джек Лондондың Күзбәковтың тәржемәһендә "Ҡан ауазы" - яугирҘЫ тип алынған. --Тутыйғош (әңгәмә) 05:12, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Яугир һүҙенә ҡаты ялғау ҡушыу осраҡтары күп ул. Хатта ҡайһы бер һүҙлектәрҙә лә ҡаты ялғау, мәҫәлән, Башҡорт теленең орфографик һүҙлегендә (төҙөүсеһе Р. Аҙнағолов) яугирлыҡ тип алынған. 1981 йылда башҡорт орфографияһына Әкрәм Бейешев тәҡдиме менән индерелгән үҙгәртеүҙәрҙә был ҡағиҙә ошолай яңғырай: "Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: ғалим — ғалимды, ғашиҡ — ғашиҡтар һ.б." Әгәр бындай осраҡтарҙың бөтәһенә лә ҡағылһа, ғәрәп-фарсынан ингән һүҙҙәр икәнен айырып әйтеп тормаҫ ине. Яугир — башҡорт һүҙе, шуға был ҡағиҙәгә буйһонмай. Был ҡағиҙә ингәндә мин "Башҡортостан" гәзитендә эшләп йөрөй инем, нәҡ яугир һүҙе шик-мик тыуҙырғас, Әкрәм ағайҙың үҙенән белештеләр, ул яугиргә йомшаҡ ялғау ҡушыла тигән. Әйткәндәй, ҡаты ялғаулы осраҡтар шул тиклем йышая, хатта ҡағиҙәһен һәйбәт белһәм дә, мин дә төҙәтмәй үткәреп ебәргәнем бар — Күзбәковтың Ҡан ауазы корректураһын мин уҡығайным. Alfiya55 (әңгәмә) 06:37, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Анлатмалы һүҙлектә яугир - фарсы һүҙе тиелгән. (85.140.1.182 яҙған)
  • Әтнәке шулай тигән шул. Ә беҙгә элек "яуға киткән ир" тигәндән килеп сыҡҡан, башҡорт һүҙе ул, тигәйнеләр. Фарсы һүҙе булһа, баяғы ҡағиҙәгә буйһона инде. Alfiya55 (әңгәмә) 09:26, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • М. Усманова Ә. Бейешев редакторлыгындагы "Башҡорт теленең алфавиты һәм орфографияһы" китабындағы, әйткәндәй, Гүзәл апай ҙа, Әлфиә апай ҙа шул ҡағиҙәгә һылтана, ҡағиҙә буйынса яҙған. Ә Гүзәл апай һалған аңлатмалы һүҙлектә йомшаҡ ялғау торһа ла, яугир - фарсы һүҙе тип бирелгән . --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:40, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    аңлатмалы һүҙлектә йомшаҡ ялғау торһа ла, яугир - фарсы һүҙе тип бирелгән. Бер үк китапта, бер үк урында, бер үк һүҙгә ҡарата ҡапма-ҡаршы ҡараш ярылып ята. Шул яҙмаға нисек ышанмаҡ кәрәк? Һеҙ һәр берегеҙ үҙегеҙгә яғынына төртөп күрһәтәгеҙ. Ни өсөн береһенә ышынырға, икенсеһенә ышынмаҫҡа тейешбеҙ? Иң мөһимө — ҡайһыһы дөрөҫ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:59, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Иң мөһиме - яугир һүҙенең ниндәй телдән килеп ингәнен асыҡлау, был осраҡта :))) --З. ӘЙЛЕ
  • 2011 йылда "Башҡортостан" (26, 28 февраль, 36-сы, 38-се һандар) гәзитендә "Ауылым яугирҙәре" тип яҙып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауыл ир-егеттәре тураһындағы мәҡәләм донъя күргәйне. Мин яугирҙар тип яҙылырға тейеш, тип белә инем. Сөнки һүҙлектә яугир - фарсы һүҙе тип бирелгән һәм М. Ғ. Усманова, башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашҡанда, орфографияның сетерекле мәсьәләләрен аңлата ине(Аҡҡашҡа (әңгәмә) 10:20, 15 апрель 2018 (UTC)).[яуап бирергә]
    Аҡҡашҡа, һин дә ике төрлө яҙып, былай ҙа боталған башты тағы ла нығыраҡ ботап ҡуйҙың. :) --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:58, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Аңлауымса, Миңһылыу апай мәҡәләһен "Ауылым яугирҙары" ьип яҙып тапшырған, гәзиттә нәҙек (йомшаҡ) ялғау менән сығарғандар. :) --З. ӘЙЛЕ 13:11, 15 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һаңғырауға төштән һуң тигәндәй, теге Фекрләшеү битен йүнләп таба алмағас, мин дә бында яҙырға булдым әле юғарыла әйтелгән яугир менән фиҙаҡәр һүҙҙәре тураһында. Нишләп беҙ шул тиклем ул һүҙҙәр өсөн ғалимдар урынына баш ҡатырып ултырабыҙ ул? Урыҫтар әйткәнсә "Умный в гору не пойдет, умный гору обойдет" тигәнде иҫтә тотоп, ЯУГИР урынына ҺУҒЫШСЫ, ФИҘАКӘР урынына ЙӘНЕН-ТӘНЕН АЯМАЙ, ҮҘЕН-ҮҘЕ ЙӘЛЛӘМӘЙ, ЯУГИРЛЕК урынына ҠАҺАРМАНЛЫҠ, БАТЫРЛЫҠ тип, бәхәсле һүҙҙәрҙе ҡулланмай ғына, синонимдары менән алмаштырып яҙайыҡ та ҡуяйыҡсы! Элек бит, мәҫәлән, ЯУГИР тигән һүҙ юҡ ине бит башҡорт телендә?.. Әйҙә, тел белгестәре, ғалимдары баштарын ватһын, үҙҙәре ашаған икмәктәренең хаҡын сығарһындар. Ә инде улар уртаҡ бер фекергә килгәс, беҙ улар өйрәткәнсә яҙырбыҙ был һүҙҙәрҙе. Былай булған хәлдә, беҙҙең һәр беребеҙ һаҡланып ҡалыр Башвикила бер ниндәй үпкәләшеүһеҙ генә. Бәлки, мин дөрөҫ тә уйламайымдыр, ләкин үҙ фекеремде әйтмәйенсә булдыра алманым, сөнки мин юҡҡа бәхәсләшеүҙе урынһыҙ тип табам. Үпкәләштән булмаһын.Банат Валеева-Яубасарова
  • В башкирском языке наряду с тюркоязычным «һуғышсы» / воин, имеется слово «яугир», которое означает: смелый, удалой, бесстрашный воин. Башкирский «яугир» и иранский «джаванмард» имеют единое происхождение, восходящее к иранскому «яу/джау» – война, битва. Нормам поведения башкирских батыров присущи многие рыцарские черты древнеиранских всадников. http://urgaza.ru/library-portal/articles/202/1956/ Источник: З.Г.Аминев, Л.А.Ямаева. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. – Алматы, 2010. №4. С. 97-109. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:35, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ни өсөн Шағир, Маһир, Заһир, Ҡадир тигән осраҡта - ҡаты ялғау, ни өсөн ЯУГИР бәхәс уята тип оҙаҡ уйлап йөрөнөм. Ниһайәт, зиһенем әҙерәк асылып китте шикелле))Тәүҙә телгә алған һүҙҙәрҙе беҙ икенсе ижектә И булһа ла ҡаты итеп әйтәбеҙ. Ә ЯУГИР тигәндә ГИР-ҙе йомшаҡ әйтәбеҙ. Әгәр ҡаты ялғау яҙһаҡ, беҙ ГИР ижеген дә ҡаты әйтергә тейеш булабыҙ, ә был телебеҙгә хас түгел. Ғалимдарға мөрәжәғәт иткәндә ошоно иҫтәрендә тотоуҙы һорарға кәрәк. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 04:44, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • И өнө ялғауға йоғонто яһамай, ялғауҙы билдәләмәй. Тап ул күсеп йөрөй, йә йомшаҡ, йә ҡаты. Яу - ҡаты әйтелә, ҡалын (йау - ҡаты әйтелгән а хәрефе һәм у бар), шуға гир бер нисек тә йомшаҡ була алмай. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:41, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин тап ЯУГИР тигәндә һуңғы ижекте ҡаты әйткәнде ишеткән юҡ. Ғ булһа ҡаты әйтелер ине. "ЯугирЛЕК" тигән һүҙ һүҙлектә юҡтан килеп сыҡмағандыр.ЯУГИРЛЫҠ түгел бит. ЙыһанГИР тигәндә лә йомшаҡ әйтелә бит. Йыһангиргә тип яҙабыҙ. Ҡыҫҡаһы, мин нәҙек ялғау менән яҙасаҡмын, төҙәтмәүегеҙҙе һорар инем. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:20, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Гүзәл Ситдиҡова Яу һүҙенең фарсынан ингәнен дәлилләп, ҡабаттан һалам. Ғалимдарҙың фекере. В башкирском языке наряду с тюркоязычным «һуғышсы» / воин, имеется слово «яугир», которое означает: смелый, удалой, бесстрашный воин. Башкирский «яугир» и иранский «джаванмард» имеют единое происхождение, восходящее к иранскому «яу/джау» – война, битва. Нормам поведения башкирских батыров присущи многие рыцарские черты древнеиранских всадников. http://urgaza.ru/library-portal/articles/202/1956/ Источник: З.Г.Аминев, Л.А.Ямаева. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. – Алматы, 2010. №4. С. 97-109. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:38, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Шағир, Маһир, Заһир, Ҡадир кеүек һүҙҙәр ғәрәп-фарсынан ошо уҡ формала килеп ингән, шуға улар беҙҙә һорау тыуҙырмай. Ә яугир тигәндә яу фарсы һүҙе булһа, -гир тигән ялғауы ҡайҙан икән? Бәлки, яу тигән тамыр менән -гир тигән ялғау икеһе ике сығанаҡтан булғанға теге ҡағиҙәгә буйһонорға теләмәйҙер? Alfiya55 (әңгәмә) 07:51, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бөтә ижектәрҙә лә нәҙек һуҙынҡы булһа, нәҙек ялғау ҡушылыр ине, алдағы ижектә ҡалын һуҙынҡы, шуға ҡалын ялғау ҡушыла тине филология фәндәре докторы. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 16:38, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һорау тыуа: башҡа төрки халыҡтарҙа нисек икән Яугирлек↔Яугирлыҡ һүҙе. Ғөмүмән Яугир һүҙенә ниндей ялғау ҡушалар? Йомшаҡмы, ҡатымы? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:22, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Cтәрлеләге "Ашҡаҙар" гәзитенең аҙаҡҡы һанында (17 апрель) беренсе битендә алаптай хәрефтәр менән ЙЫҺАНГИРҘАР Үҫә (космонавтар тип аңлайым) тип яҙылды. Яугирҙар, йыһангирҙар...бер үк "йырҙан" түгелме? теләһәк тә, теләмәһәк тә "ҡатыға" әйләнәләр.--Тутыйғош (әңгәмә) 06:51, 18 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Һөҙгөстәр

  • Һөҙгәстәр Интернетта нисә тапҡыр тапты:
Һөҙгөс/һүҙ Яугирлек Яугирлыҡ Яугирҙәр Яугирҙар
Гугл 128 288 1280 1 480
Яндекс 2000 511 41000 2000

Яндекс район гәзиттәрен индекслай, Гугл — юҡ.

Башҡорт теленең машина фонды / Тел корпусы

  • башҡорт теле корпусында нисә тапҡыр табылды
Корпус/Һүҙ Яугирлек Яугирлыҡ Яугирҙәр Яугирҙар
Проза 2 11 182 222
Публицистика юҡ 24 2 108
Фольклор юҡ юҡ 4 5

Башҡорт Энциклопедияһы

  • Яугирҙәр — юҡ
  • Яугирҙар — 53 тапҡыр
  • Яугирлек — юҡ
  • Яугирлыҡ — 1 тапҡыр

Башҡа төрки халыҡтарҙа

  • әзербайжан — əsgər
  • ҡазаҡ — жауынгер
  • ҡырғыҙ — аскер
  • төрөк — savaşçı
  • үзбәк — askar
  • татар — сугышчы

Һөҙөмтәлә

Ғалимдар ҙа уртаҡ фекергә килмәгән термин. Ниндәйҙер бер ҡарарға килеүҙе кисектереп торорға. Һүҙлектәрҙә, дәреслектәрҙә нисек яҙылғанын күрһәтеп дөйөм исемлек төҙөргә. Телгә алынған терминология комиссия ҡарарырын эҙләргә (бармы ул ҡарар? кемдең ул ҡарарҙы күргәне, тотоп ҡарағыны бар? кеше ауыҙынан ишетеү иҫәпкә алымай.). Минһылыу Усманованан «Грамматика башкирского языка в таблицах и схемах»/«Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа» китабындағы яугир һүҙен ҡаты ялғау менән яҙыуына аңлатма һорарға (уның менән кем бәйләнештә?).

Темаға кире ҡайтып

Рөстәм Нурыев, Alfiya55 , З. ӘЙЛЕ Онотмаҫ элек фекерҙе яҙып ҡуяйым:- гир, - кир; - гәр, -кәр бер рәттәге һүҙ яһаусы нәҙек һуҙынҡылы аффикстар. Шағир, тарих - аффикс менән яһалмаған. Улайһа, фиҙакәр тигәнде фиҙакәрҙар тип яҙырға тейеш булабыҙ булып сыға--Guram52 (әңгәмә) 18:00, 6 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Guram52, ҡағиҙә былай ти: "Ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- ялғауы менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: ғалим - ғалимды, ғашиҡ - ғашиҡтар, мәғариф - мәғарифта һ.б.". ФиҙакӘрҙең һуңғы ижеге -ә- менән булғас, был ҡағиҙә уға ҡағылмай. Alfiya55 (әңгәмә) 19:25, 6 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Alfiya55ғалим - ғалимды, ғашиҡ - ғашиҡтар, мәғариф - мәғарифта - аңлашыла, уныһы тураһында бәхәсләшмәйем. Әммә - гир, - кир; - гәр, -кәр бер рәттәге һүҙ яһаусы нәҙек һуҙынҡылы аффикстар, улар фарсы һүҙенән аффикс менән башҡорт теленә ингән. Шуға күрә тәүге тип менән бер була алмай--Guram52 (әңгәмә) 20:17, 6 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был мәсьәләгә кире ҡайтыуымдың сәбәбе - кешеләр буталана, сөнки элек нәҙек ялғау менән яҙылып килде лә, ҡаты ялғауға күсеп китте. Социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар бирәләр[16] Тиҙ арала терминология комиссияһына биреп төплө яуап алыу фарыз! --Guram52 (әңгәмә) 20:34, 6 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52, ниндәй осраҡтарҙа кеше һаман бутала икән ул? 1982 йылда ингән өҫтәге ҡағиҙәгә ҡағылышлы яугир һүҙе генә һорау тыуҙырып килде. Ҡағиҙә сыҡҡан мәлдә яугир - яугирҙәр, нәҙек ялһау була, сөнки был яу+гир тип башҡорт телендә яһалған һүҙ тинеләр, һуңынан быны иғтибарға алмаған кешеләр яугирҙар тигән ҡалын форманы ҡуллана, һүҙлектәргә индерә башланы. Башҡа проблема юҡ. Фиҙакәргә үлә-бата ҡаты ялғау ҡушырға тырышҡанды ғүмерҙә осрағаным булманы (гәзиттә эшләгәндә номер мөхәррирләгәндә көн һайын төрлө текстар ҡулдан пачкалап үтә). Фиҙакәрҙә фиҙәҡәр, фиҙаҡәр тигән хаталар ғына осрай (әлеге Википедия текстарында ла йыш быныһы). Дөрөҫ, һүҙлектәрҙә фиҙакәр ҙә, фиҙаҡәр ҙә бар. Әммә һуңғыһы корректор хатаһымы икән ул, төҙөүселәрҙең хатаһымы - кем белә инде. Һорауығыҙҙа конкрет осраҡтар булһа ине. Alfiya55 (әңгәмә) 04:03, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Alfiya55 ВК-лағы һөйләшеүгә һылтанма биргәнмен, ниндәй осраҡтар икәнен инеп ҡарай алаһығыҙ. Ә фиҙакәр тигәнгә килгәндә, уға ла ялғауҙар кәрәк булып тора, фиҙакәрҙәр тигән осраҡты ла күргәнем бар, ул оҡшамаһа, фиҙакәрлек тигән миҫал бар. Бәлки ФИҘАКӘРЛЫҠ тип яҙырғалыр? Яугиргә ҡалын ялғау ҡушыу логикаһына эйәреп? Шуның өсөн генә миҫал китеп килтерҙем--Guram52 (әңгәмә) 05:34, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Уҡытыусылар бирә ул һорауҙы - 9 Май айҡанлы ошо арала күп яҙышалар, балаларҙы яҙырға өйрәтергә кәрәк. Бына бит ул проблема ҡайҙа?! Мине яҙырға өйрәтегеҙ тип һорамайым бит! Диктанттарға баһа ҡуйырға кәрәк. Тап шуның өсөн ТК бер ҡарар сығарырға тейеш - ҡайһы вариантты алырға, бәлки икеһе лә рөхсәт ителә тиеп вердикт сығарырға кәрәктер. Викиҙан ҡарай бит кеше, вики шыр хата бер урын булһа ла--Guram52 (әңгәмә) 05:55, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Әйткәндәй, элек "Башҡортостан" гәзитенә ҡарап нисек хатаһыҙ яҙырға икәнен өйрәнеп була ине. Хәҙер бер гәзит тә бының менән маҡтана алмай. Гәзиттә үҙем дә эшләнем, әйткәндәй...--Guram52 (әңгәмә) 06:18, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • ВК-ла Ғәҙилә әйткән бит инде:
    • Гадиля Булякова Бында "яугир" һүҙенә ҡалын ялғау ҡушырға бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, шуға күрә "яугирҙәр" тип яҙыу дөрөҫ була. Ә инде ҡалын ялғау ҡушыу, "тарих", "ғалим"," мәғариф ", "рухани" һымаҡ, һуңғы ижегендә -и һуҙынҡыһы булған ғәрәп-фарсы сығанаҡлы һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушылыу тураһындағы ҡағиҙәгә күҙ йомоп эйәреү арҡаһында килеп сыҡты, шикелле. Ә" яугир" , "ҡәләмгир", "йыһангир", "хеҙмәткәр" , "эшмәкәр" тибындағы һүҙҙәрҙәге - гир, - кәр ялғауҙары бер нисек тә был ҡағиҙәгә бойһона алмай.

Ғәҙилә лә шуны уҡ әйтә ана. Буш урында тағы ниндәй проблема яһала һуң ул? Ниңә ФИҘАКӘРҘАР, ФИҘАКӘРЛЫҠ булһын ти инде, тәүбә-тәүбә, тел дә әйләнммәй әйтергә, татар телендә генә ул бер һүҙ эсендә ҡалын-нәҙек һуҙынҡылар алмаш-тилмәш килә. Ә беҙҙә фиҙакәрҙәр була һәм был бер ҡасан ниндәй һорау тыуҙырғаны юҡ. ВК-ла был һорауҙы һеҙ генә күтәрәһегеҙ, башҡаларҙа ундай һорауҙы күрмәнем.

Ҡағиҙәлә ап-асыҡ әйтелгән: һуңғы ижектә - И (ә түгел, һеҙ яҙған фиҙакӘрҙә - ә), алдындағы ижектә ҡаты һуҙынҡы булыуы шарт. Фиҙакәр-фәләнгә ни ере менән ҡағыла һуң ул? (Хәҙер мин тамам аптыраным). Нишләп фиҙакәрҙӘр ҙә, фиҙакәрҙАр ҙа дөрөҫ була тип хатаны законлаштырырға кәрәк икән һуң ул? Фиҙакәрҙар, фиҙакәрлыҡ - хата, бының өсөн 2-ле ҡуйырға кәрәк. Бындай фиҙакәрҙАр, фиҙакәрлЫҡ тигән хатаны ғүмеремдә лә күргәнем юҡ ине әле. Наҙан уҡытыусылар балаларҙы наҙан итеп сығара икән, ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеп, телде боҙоу дөрөҫ буламы инде? Alfiya55 (әңгәмә) 06:24, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Фиҙакәр

Фиҙакәргә үлә-бата ҡаты ялғау ҡушырға тырышҡанды ғүмерҙә осрағаным булманы (гәзиттә эшләгәндә номер мөхәррирләгәндә көн һайын төрлө текстар ҡулдан пачкалап үтә). Фиҙакәрҙә фиҙәҡәр, фиҙаҡәр тигән хаталар ғына осрай (әлеге Википедия текстарында ла йыш быныһы). Дөрөҫ, һүҙлектәрҙә фиҙакәр ҙә, фиҙаҡәр ҙә бар. Әммә һуңғыһы корректор хатаһымы икән ул, төҙөүселәрҙең хатаһымы - кем белә инде. Һорауығыҙҙа конкрет осраҡтар булһа ине. Alfiya55 (әңгәмә) 04:03, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Әйткәндәй, Башҡорт энциклопедияһында фиҙакәр һүҙе 9 мәҡәләлә, фиҙаҡәр һүҙе 11 мәҡәләлә ҡулланыла. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:37, 7 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Гүзәл Ситдиҡова кәңәштәре

Вконтакте -нан күсерелде.

  • Ошонда етди генә һөйләшеүгә саҡырам.
  • Фекер алышыуға һәр кем инмәй, дөйөм аңлаша торған нәмәләр бар ине.
  • Хәҙер 3 миҫал килтерәм, сөнки шулар буйынса һорауҙар тыуа:
  • Викилаштырыу — дөрөҫ, вики талаптарына яраҡлаштырыу, вики рәүешенә әйләндереү.
  • Ориентирование — ориентирлаштырыу түгел, ориентирлау, ориентир табыу. Ориентирлаштырыу — ориентирға әйләндереү мәғәнәһе бирә.
  • Генерирующее — генерирлаштырыу түгел, генерирлау. Генерирға әйләндермәйҙәр, ә генерирлайҙар, йәғни етештерәләр.
  • Йәғни, тәржемә иткәндә — лаштырыу, — ләштереү нимәгәлер әйләндереү мәғәнәһен бирә.
  • Ябайыраҡ итеп алғанда:
  • урыҫлаштырыу — урыҫҡа әйләндереү.
  • Башҡортлаштырыу — башҡортҡа әйләндереү
  • христианизация — христианлаштырыу, христианға әйләндереү
    • Килешәм, әммә ҡайһы берҙә тәржемәләрҙе контекстан ҡарап эшләргә кәрәк. Спортивное ориентирование булғанда, тәржемәне спорт ориентирлашыуы тип алдыҡ, һүҙлек буйынса, ориентирлаштырыуы түгел. Был осраҡта ориентирлашыуы дөрөҫ, минеңсә. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:32, 2 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • 1)Ориентирование: беҙҙә ориентирлаштырыу тигән вариант осрағанын хәтерләмәйем, ә ориентирлашыу электән ҡулланыла килде, ул ориентир тигән исем һүҙ белдергән мәғәнәне эш-хәрәкәткә әйләндереүсе лаш+ыу ялғауҙары ярҙамында яһалған. Ориентир+лау ҙа, бәлки, дөрөҫтөр, әммә нәмәһелер етешмәй, тик шул етешмәгән ерен тотоп алып ҡына булмайыраҡ тора. 2)Генерирование менән генерация һүҙҙәре синоним һәм икеһе лә эшләп, сығарыуҙы, етештереүҙе аңлата. Мәғәнәһендә бер аҙ ғына айырма шәйләнә: генерирование тигәнендә эш-ғәмәл мәғәнәһе көслөрәк. Разборҙа былай: генер+ир+ова+ние, генер+ир+ующ+ая, генер+аци+я, йәғни генер тамыр, ҡалғандары аффикс. Генерирлау тиһәк, урыҫта һүҙҙең үҙаллы ҡулланылмай торған өлөшөн алабыҙ һәм башҡорт теленә неграмотный һүҙ индерәбеҙ булып сыға. Генерир тигән һүҙ урыҫта ла, башҡа телдә лә юҡ. Башҡа телдән һүҙҙе улай боҙоп-киҫеп алыу дөрөҫ булмай (генер+лау тигән форма дөрөҫөрәк булыр ине, тик ҡапылда ҡолаҡҡа ятмай). Башҡортсаға күсергәндә һүҙҙең йә тамыры, йә нигеҙе алына, йә тотош һүҙ үҙләштерелә. Беҙҙең ниндәйҙер һүҙлектә лә генерирлау бар, әммә был хата һүҙ. Уны тик генерация тигән (латинда generatio) тулы формала һәм мәғәнәлә генә алыу кәрәк. Эш-ғәмәлде белдереү өсөн -лау ялғауын ҡушабыҙ: генерациялау (генерациялаусы компания, электр энергияһы генерациялау һ.б.). Alfiya55 (әңгәмә) 07:00, 2 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Генерирлау — алты мәҡәләлә осрай, бында ҡарарға була. Нимә эшләтәбеҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:04, 3 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • ТатВикиҙа ла генерациялау: Башкортстан генерацияләү компаниясе (Башкирская генерирующая компания). Оҡшаш: изолирующий - изолирлаусы тимәйбеҙ, изоляциялаусы тибеҙ. Торпедирующий - торпедалаусы, полемизирующий - полемикала ҡатнашыусы, проектирующий - проектлаусы, социализирующий - социализациялаусы, комбинирующий - комбинациялаусы һ.б., йәғни -ир- суффиксы башҡортсаға тәк просто ғына эйәреп килеп инә алмай. Минеңсә, герерирлаусы тигән инвалид һүҙҙән ҡотолорға кәрәк. Alfiya55 (әңгәмә) 08:38, 3 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • ✔ Эшләнде --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:56, 3 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Урыҫ йәки рус

Бер мәғәнәләге термин ике төрлө яҙыла. Һүҙлектәрҙә, уҡыу һәм белешмә китаптарында ла ике төрлө осрай. Ирекмәндәр араһында ла фекерҙәр айырыла. Ваҡыт-ваҡыт һорап ҡуялар. Шуға был фекер алышыу темаһын астым. Үҙемдең фекерҙе һуңыраҡ яҙырмын. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:44, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Академ һүҙлектә, машфондта ла урыҫ тип бирелә. Ниндәй бәхәс бар бында? Һәр хәлдә беҙ бер фекергә килергә тейешбеҙ. Миңә һуғыш темаларына яҙырға тура килә, гел урыҫ тип яҙам. Урыҫ - башҡорт һүҙе. Кисә ҡуйылған мәҡәләнең атамаһын алыштырғанда "рус әрмеһе" тип ҡалдырылды. Бер фекергә килергә ине, сөнки урыҫ-япон, урыҫ- финляндия һуғышы мәҡәләләрен әле яҙырға кәрәк буласаҡ)--Тутыйғош (әңгәмә) 11:55, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Күп итеп яҙғайным, юйылды бит, тергеҙеп булмаймы?--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 11:59, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Эҙләйем, таба алмайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:02, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тутыйғош менән бер ваҡытта яҙҙыртып, уныҡы сыҡты ла, минеке юйылды инде((. Ҡыҫҡаһы, совет осоронда "урыҫ" - һөйләштә, "рус" әҙәби телдә тип һаналды. Шуға Мостайҙың шиғыры "Рус түгелмен". Үҙгәртеп ҡороу осоронда һөйләштән әҙәби телгә күсте. Шуға күрә хәҙер хәл сыбар.Терминология комиссияһына шундай бәхәсле осраҡтарҙы йыйып тапшырайыҡ, телгә лә файҙа, эшебеҙ ҙә күренер. Минеңсә, милләт булараҡ "урыҫ" тигән урынлы, ә бына Рәсәйҙеке мәғәнәһендә булғанда "рус" тип яҙыу урынлы булыр ине. Сөнки армия урыҫтыҡы ғына түгел, Рәсәйҙеке. Бәлки унда осраҡтарҙа Рәсәй тип алырғалыр ҙа. Мәҫәлән, рәсәй-япон һуғышы, рәсәй-фин һуғышы--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:22, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Урыҫ тип халҡыбыҙ быуаттар буйына әйтә килгән. Әле лә аулдарҙа урыҫ тип һәйләйҙәр. Шулай булғас, һүҙҙең доминанты урыҫ термины булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа, ниңәлер яңы сығарылғән дәреслектәрҙә рус тип төҙәтеп сыҡтылар. Был турала халыҡ белмәй ҙә ҡалды шикелле. Шуға күрә, халҡыбыҙ һөйләшкән һүҙҙәрҙе кире ҡайтарыу беҙҙең төп бурыс булып ҡала. Берәй ваҡыт, бәлки апрель-май айҙарында, ғалим-ғөләмәләр, һүҙлек төҙөүселәр, башҡорт теле уҡытыусыларын йыйып конференция уҙғарыу кәрәктер. Ошоға хәтле бәхәсле һүҙҙәрҙең келәтен булдырып, шул ҡор ваҡытында асыҡларға булыр ине. Бер ҡарарға киленер. Һуңғы йылдарҙа телдең үҙгәргәне ныҡ һиҙелә башланы бит. --Азат Хәлилов (әңгәмә) 13:46, 19 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бәлки, рус - Рәсәй дәүләтенә, ә урыҫ - милләткә бәйле. Мәҫәлән, батша армияһы — «Рус армияһы», урыҫ телендә яҙған шағир — урыҫ шағиры. --Ryanag (әңгәмә) 05:41, 20 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Зөһрә Бураҡаева мәҡәләһендә урыҫ теле бот аша рус теле тип үҙгәртелгән булып сыҡты. Нишләп был ҡыҙыл тора тип, урыҫҡа әйлндергәйнем, күгәрҙе. Телгә, милләткә ҡағылышлыны булһа ла урыҫ тип ҡалдырмайбыҙмы ни? Мин үҙем шәхсән бар ерҙә лә урыҫ тип яҙыу яҡлымын. Урыҫ тек урыҫ))--Тутыйғош (әңгәмә) 05:26, 17 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был һорауҙы ла телселәргә бирергә кәрәк. Телмәрҙә урыҫ тип ҡулланабыҙ, шулай һөйләйбеҙ, әммә мәктәптә балалар урыҫ телен уҡымай, уларға рус теле уҡытыла. Уҡытыусылар ҙа рус теле уҡытыусылары. Википедияла урыҫ тип яҙып, балаларға рус тип өйрәтеп, уларҙың баштарын бутайбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт теленең ысынлап та ҡатмарлы һәм баш ҡатырғыс булыуына, ниһайәт, үҙем ышана башланым :) Двойные стандарты, тигән һымаҡ, ҡатлы-ҡатлы ҡағиҙәләр. Барыһы ла абруйлы сығанаҡтар.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:09, 17 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Редактор йәки Мөхәррир

Йыш ҡына мәҡәләләрҙә Редактор һүҙе осрай. Нимәшәлейбеҙ? Мөхәрриргә алмаштырабыҙмы? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:11, 1 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Хәйриә фонды һәм Мәрхәмәтлек фонды

Ҡайһыһы дөрөҫ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:39, 18 май 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Исәт һәм Иҫәт

Ҡайһы атама дөрөҫ? Башҡорт Википедияһында икеһе лә ҡулланыла. Бер төрлө итеп төҙәтеп сығыу өсөн асыҡларға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:24, 21 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Уҙа һәм Уҙғарыла

Ҡайһы осраҡта «уҙа», ә ҡайһы осраҡта «уҙғарыла» һүҙе ҡулланыла? Үткән заманаға ҡағылышлыһы нисек була? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:34, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Айырма юҡ, бары тик "ҡатнашыусы", "ҡатнашҡан", "ҡатнаша" тигән кеүек, текста ҡайһыһы матурыраҡ була. "10 йыллыҡ уңайынан, тантаналы кисә уҙа" йәки "10 йыллыҡ уңайынан, тантаналы кисә уҙғарыла". Әгәр һүҙ ниндәйҙер ярыш тураһында барһа, мәҫәлән, йүгереп уҙа, мәрәйҙәр буйынса уҙа, унда, әлбиттә, уҙа яҙыла. P.S.Мин телсе түгел, телселәр нимә тиер. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:42, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эйе, айырма юҡ. Уҙа тип яҙағыҙ икән, был хәҙерге үткән заман тип атала. Йәғни хәҙерге заман формаһында ҡулланылһа ла, үткән заман мәғәнәһен бирә. Әгәр ҙә уҙа тип яҙа башланығыҙ икән, ҡалған һөйләмдәрҙә лә ошо хәҙерге үткән заман формаһын ҡулланыу кәрәктер. Текст матур килеп сыҡһын өсөн--Раушания Рамазанова (әңгәмә) 10:18, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

РФ һәм БР

Хәйерле иртә! Барығыҙға ла яҡшы кәйеф, күтәренке күңел, ижади уңыштар теләйем. Һәм изге күңелдән көн кәңәше.
Википедия мәҡәләһен яҙғанда мөмкин тиклем ҡыҫҡа аббревиатуралар ҡулланмағыҙ. Википедияла урын сикләнмәгән. РФ урынына Рәсәй Федерацияһы, БР - Башҡортостан Республикаһы тип яҙығыҙ. БАССР, РСФСР, СССР һымаҡ элек йыш ҡулланылғандарын элеккесә яҙырға ярай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:44, 19 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Бик тә урынлы тәҡдим: Конституцияларға ярашлы - РФ һәм БР формаларындағы рәсми яҙылыш юҡ, ә Рәсәй Федерацияһы - Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы - Башҡортостан тип яҙылырға тейеш. Был йәһәттән тағы ла бер тәҡдим: аббреватуралар тәржемә ителмәй тигән ҡағиҙәне лә тотайыҡ әле. Өфө дәүләт нефть техник университетын - ӨДНТУ, Өфө дәүләт авиация техник университетын - ӨДАТУ, Ҡарман ГРЭС-ын Ҡарман ДРЭС-ы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтын - РФА ӨФҮ ОХИ тип яҙыу нәмә бирә ул? --Айсар (әңгәмә) 13:07, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ялғаулы йылдар

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Йылдарҙы ошолай тәртиптә 1920-се йылдар ялғау менән яҙыуҙы күптәр, шул иҫәптән бер филология фәндәре кандидаты, хаталы тип иҫәпләй, һәм 1920 йылдар тип ялғауһыҙ яҙырға тәҡдим итәләр. Әгәр был иң дөрөҫ вариант тип бында иҫәпләһәк, ошондайыраҡ категорияларҙың (Ун йыллыҡтар) һәм уларҙың подкатегорияларының (мәҫәлән, 1800-сө йылдарҙа вафаттар, 1890-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр һ.б.) исемдәрен бот ярҙамында үҙгәртергә тәҡдим итәм. --Ryanag (әңгәмә) 00:16, 22 декабрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Был турала һөйләшелгәйне шай ул. Ҡатнашыусы:Айсар, Ҡатнашыусы:Alfiya55 , Ҡатнашыусы:Гүзәл Ситдиҡова, Һеҙҙең фекер ниндәй? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:05, 18 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Биографияһы / Тормошо / Тормош юлы

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Әлеге ваҡыттағы 2214 шәхес мәҡәләһенәндә Биографияһы (724) / Тормошо (? — әлегә асыҡлай алманым) / Тормош юлы (?) / Тормош һәм хеҙмәт юлы (?) бүлектәре бар. Бер төрлө итеп төҙәтеп сығырға ваҡыт еткәндер инде. Ҡайһыһын БашВикила ҡалдырабыҙ? Тәҡдимдәр көтәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:55, 18 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Был турала шулай уҡ фекер алышыу булғайны. Шунан сығып, минең тәҡдим: Тормошо, Тормош юлы, Тормош һәм хеҙмәт юлы тигән һүҙ бәйләнештәр мәғәнә яғынан бик аныҡ түгел. Мәҡәләлә булырға тейеш бүлектәр: 1. Биографияһы (тыуғандан хәҙерге көнгәсә йәки шәхестең вафатына тиклем даталарға бәйләп уның тормош юлы; 2. Хеҙмәт эшмәкәрлеге - ниндәйҙер вазифалар биләгәндә башҡарған әһәмиәткә эйә булған эштәре; 3. Ижади (йәки фәнни) эшмәкәрлеге - ижад менән шөғөлләнеүселәргә (яҙыусылар һәм шағирҙар, композиторҙар, рәссамдар, артистар, ғалимдәр һ.б. ҡайһы бер һөнәр әһелдәре) ҡағыла; 4. Йәмәғәт эшмәкәрлеге - был турала мотлаҡ яҡтырырлыҡ шәхестәр күп; 5. Китаптары йәки әҫәрҙәре, матбуғаттағы мәҡәләре, башҡарған ролдәре һ.б. - шәхес эшмәкәрлегенә сығып; 6. Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре; 7. Шәхес тураһында, уның менән әңгәмәләр (матбуғаттағы мәҡәләләр, радио һәм телевидение материалдары - быларҙы һылтанма итеп ҡуйыуҙы урынһыҙ һанайым); 8. Өҫтәлмә мәғлүмәт (ғаиләһе, балалары, туғандары тураһында мәғлүмәт); 9. Иҫкәрмәләр; 10. Сығанаҡтар (БЭ һәм башҡа белешмәләр; 11. Һылтанмалар (төрлө сайттар). --Айсар (әңгәмә) 14:59, 18 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

✔ Эшләнде. Тормошо / Тормош юлы / Тормош һәм хеҙмәт юлы бүлектәрен → Биографияһы тип төҙәтеп сыҡтым. Бот менән. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:10, 2 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы → Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан

  • Поддубный Алексей Павлович (10.03.1907 — 01.10.1986) — артиллерист, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). Минеңсә, "ҡатнашыусы" урынына "ҠАТНАШҠАН" тип яҙырға кәрәк.
  • Латипов Ғабдрахман Хәким улы (10.03.1917 — 25.01.1945) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Бында ла шул уҡ, "ҡатнашыусы" урынына "ҠАТНАШҠАН" тип яҙырға кәрәк.
  • Кәбир Аҡбашев, Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы (10.03.1932) — яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Журналистар берлеге (1969) һәм Яҙыусылар берлеге (1990) ағзаһы.

--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:17, 10 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡатнашыусы:Айсар, Ҡатнашыусы:Alfiya55 , был тәҡдимгә ҡарата һеҙҙең фекер ниндәй. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:39, 12 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Участник - ҡатнашыусы (уҡытыусы, яҙыусы тигән кеүек). Әммә Бөйөк Ватан һуғышында тигән фраза менән был һүҙ ҡылым булараҡ ҡулланыла, тимәк, үткән заманда ҠАТНАШҠАН тип торорға тейеш. Ә Участник ВОВ - БВһ ҡатнашыусыһы. Йәғни: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан; Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. БЕРЛЕК - союз урынына хәҙер йыш осрай. Ҡаршылығым юҡ, әммә мин үҙем һаман союз тип яҙам. Яҙыусылар берлегенә өйрәнә алмайым. Терминология комиссияһы тарафынан берлек раҫланмағандыр әлегә. Раҫлаһалар, сара юҡ, шулай тип яҙырға тура килер инде.--Alfiya55 (әңгәмә) 04:42, 12 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Гүзәл Ситдиҡова апай үҙенең тәдименә аңлатма яҙмаған, шуға ла ни өсөн ҠАТНАШЫУСЫ урынына ҠАТНАШҠАН тип яҙырға кәрәклеге бигүк аңлашылмай. «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы» һүҙ бәйләнеше бында шәхескә ҡарата аныҡлаусы булып килә, (ниндәй? тигән һорауға яуап булып, шәхескә өҫтәлмә характеристика бирә, аныҡлай. Шуға ла «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы» тип ҡулланыу бер ниндәй ҙә хата түгел. Әгәр ҙә «үткән заман булғас, мотлаҡ үткән заманда - ҡатнашҡан тип яҙырға кәрәк» тигән ара-тирә бик тә әүҙем күтәрелгән фекерҙән сыҡҡан тәҡдим икән, - быныһы ла йәшәү хоҡуғына эйә. ҠАТНАШҠАН тип алыу шулай уҡ хата түгел. «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы» формаһында ике һөйләм итеп бирелә икән, бында ҠАТНАШЫУСЫ тип ҡулланыу - дөрөҫөрәк. Әгәр «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Советтар Союзы Геройы» формаһында алабыҙ икән (бер һөйләм итеп), бында инде «Бөйөк Ватан һуғышында ҠАТНАШҠАН Советтар Союзы Геройы» анығыраҡ була.

Был йәһәттән тағы ике фекер: 1) Alfiya55 апайҙың Участник ВОВ - Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыҺЫ' тигән тәҡдименә мин ҡаршы. Был форманы осратҡаным юҡ. 2) Һуғыш барышында һәләк булғандар, әлбиттә, һуғышта ҡатнашыусы. Бәлки улар хаҡында аныҡлабыраҡ яҙырға кәрәктер. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Советтар Союза Геройы...

    • Журналистар берлеге, Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Күберәк ошо һүҙ бәйләнештәр ҡулланыла. Бында мин Alfiya55 яҡлы, беҙ күберәк «союз»ға өйрәнгән. Бында иғтибар итерлек тағы бер әйбер: Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө ижади союздары 1992 йылдан һуң ғына барлыҡҡа килде, шуға ла «1983 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы» тип яҙыу - хата. «СССР» һүҙен ҡулланырға оялғандар «1983 йылдан Яҙыусылар берлеге ағзаһы» тип яҙған була, Яҙыусылар союзы 2006 йылда сығарған «Писатели земли башкирской» белешм-китабында ағзалыҡты бөтөнләй яҙылмаған, 2015 йылдағыһында «Член Союза писателей с 1959 г.» тип бирелгән. --Айсар (әңгәмә) 08:06, 12 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ҡатнашыусы:Айсар әйткәнгә ҡарата: бөтәһе менән ризамын, тик Айсарҙың Участник ВОВ - Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыҺЫ'тигәнгә ҡаршымын тигәненә тағы бер миҫал килтерер инем. Башланғыс мәктәп уҡытыусыҺЫ, Башҡортостан яҙыусыҺЫ тигән рәтте Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыҺЫ тип дауам итеп булмаймы ни? Бөйөк Ватан һуғышыНДА ҡатнашыусыны руссаға әйләндерһәк, тот, кто участвовал в ВОв килеп сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһын әйләндерһәк - участник ВОв була (БВһ ветераны - ветеран ВОв кеүек). Минеңсә, шулай. Был осраҡта руссаға әйләндереп ҡарау "әпәт урыҫ телен өлгө итәбеҙ" тигән ғәйеп ташларға нигеҙ булмаһын ине, сөнки мәғәнә айырмаһына асыҡлыҡ индереү өсөн кәрәк булды. --Alfiya55 (әңгәмә) 08:48, 12 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
      • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы - новелла. Ватан һуғышы яугире, ветераны тип ҡулланылды. Ватан һуғышы бөгөн бармай бит, күптән бөткән). Ҡатнашыусы тиһәк, бөгөн ҡатнашып ятҡан кеүек тә төҫмөр бирә. Әле, ғөмүмән, хәҙерге замандың үткән заманға оҡшаған формаһы телдән төшөп ҡалып бара. Элек бер ваҡытта ла "Шул-шул ауылда йәшәүсе фәлән-фәлән ҡотлауын тапшыра" тип һөйләмәнек, шул-шул ауылда ЙӘШӘГӘН кеше тип һөйләй инек. Йәнле телдә әле лә шулай. Урыҫ калькаһы өңгәндән-өңә бара(. Йәки фәлән конкурса еңеүсе Фәлән сығыш яһай тип еппәрә дикторҙар. Фәлән конкурса еңгән - иң тәбиғи ҡылым. Ә уны мотлаҡ исем ҡылымға әйләндерәләр. Ҡылым үҙе генә бөтә бара! --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:04, 14 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Яҙыусылар берлеге тигән осраҡҡа килгәндә, бында новелла үҙен аҡлай. Бер заман тотош урыҫлашып барған телебеҙҙә үҙ һүҙҙәре табылған ундай төшөнсәләр күп ул. Элек бит Верховный Совет тип кенә яҙа ала инек, Юғары советҡа әйләнде, министерстволар - министрлыҡҡа, администрациялар - хакимиәткә. Бының сәбәбе лә бар. Беҙ башҡорт теленә дәүләт теле даулаған ваҡытта күп депутаттар тәрәнгә төшөп тормай, нимәгә һеҙгә башҡорт телендә алтаҡталар, урыҫ теленән -лар, -тар ҡушып яҙған телегеҙгә, тип бик тупаҫ яуаптар ҙа бирә торғайнылар. Шуға күрә төшөнсәләргә башҡортса алмаш эҙләү бик етди барҙы. Ә БР-ның Яҙыусылар берлеге - БАССР-ҙа 1934 йылдың 15 мартында төҙөлгән Яҙыусылар берлегенең хоҡуҡи дауамсыһы (правопреемник) (БР - БАССР-ҙың хоҡуҡи дауамсыһы булған кеүек үк). Шуға күрә, хатта 1950 йылдан БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы тиһәк тә хата булмай. Ҡарт яҙыусыларҙы бер кем дә яңы Берлеккә ҡабул итмәне, ә таныҡлыҡтарҙы ғына алмаштырҙылар - шул ғына. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:04, 14 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Татар күршеләр ҙә Яҙыусылар берлеге тип ҡуллана, әйткәндәй. https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%B0%D1%82%D0%B0%D1%80%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD_%D1%8F%D0%B7%D1%83%D1%87%D1%8B%D0%BB%D0%B0%D1%80_%D0%B1%D0%B5%D1%80%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:11, 14 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Гүзәл апай! Һеҙҙең һуңғы фекерҙәрегеҙ тел ҡағиҙәләренә нигеҙләнмәгән, ә хис-тойғоларҙан сығып яҙылған. Эш Бөйөк Ватан һуғышының бөгөн бармауында түгел, тел ҡанундарында. Ҡасандыр бөткән һуғыш булһынмы, бөгөн дауам иткән ваҡиға булһынмы - кеше унда ҡатнашыусы, беҙ шәхес тураһында яҙабыҙ. Контекстан сығып, 1812 йылғы Ватан һуғышын да, 1941 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышын да, бөгөн башланған яҙҙы ла - бер үк мәғәнәләге ҡылым менән «һуғыш... яҙ башланды» тип әйтеп була. Ҡатнашыусы хаҡында ла шулай. Был тел ҡанундарына бер ҙә ҡаршы килмәй. Депутаттар һәм дикторҙар - мотлаҡ телде белә һәм тел ҡанундарын һаҡлай тип әйтә алмайым.
  • Яҙыусылар берлегенә килгәндә - Татар күршеләрҙәң өлгөһө беҙгә мотлаҡ тип шулай уҡ һанамайым. Заманында бар кешегә бик матур аңлашылған СССР, ВЛКСМ, КПСС һ.б. аббревиатураларҙы улар үҙҙәренсә тәржемә итеп бөткән, ябай кеше аңларлыҡ түгел. Яҙыусылар союзымы, берлегеме - мәсьәлә унда түгел, 1992 йылға тиклем СССР Яҙыусылар союзы йәшәп килде, ағзалыҡҡа тик шунда ҡабул иттеләр, Башҡортостанда, Татарстанда һ.б. урындарҙа булған союздарҙың үҙ ағзалығы юҡ ине, шуға ла һеҙ әйткәнсә 1950 йылдан БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы тиһәк тә хата булмай тигән менән килешмәйем, нәҡ юридик яҡтан был - шыр хата..

Тағы ла: кемгәлер СССР, бөтә халыҡ ҡулланған (гәзиттәр һәм ТВ-радио дикторҙары ғына түгел) союз, партия, секретарь һ.б. дөйөм һүҙҙәр оҡшамай икән, уларҙы берлек, фирҡә, сәрҡәтип тип халыҡ һөйләй тип яһалма рәүештә әйтеү бер ҙә дөрөҫ түгел. --Айсар (әңгәмә) 19:24, 14 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Һалмаҡ ҡына фекер алышайыҡ, ағай-апайҙар. Тел ҡағиҙәләренә лә, хис-тойғоларға ла урын етәрлек, ваҡыт та ҡыуаламай. Бөгөн бер төрлө итеп яҙып ҡуйыуыбыҙҙың да мәңгелек булырына ышаныс юҡ. Ысынлап та уйланырлыҡ урын бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:43, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • БашВикилағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һөйләме Башҡорт Энциклопедияһы өлгөһөндә алынған. Унда, әлбиттә, урыҫ телендәге мәҡәләне тәржемә иттеләр һәм "Участник ВОВ" төшөнсәһенә тап килә. Дөрөҫ тәржемә ителгәненме, юҡмы икәненен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Шуға һеҙҙе кәңәшкә саҡырҙым. БашВикила нисек итеп алабыҙ?--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:43, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Союз һәм Берлек тураһында ла бөгөнгө көндә аныҡ ҡына әйтеүе ауыр. Был осраҡта рәсми терминология комиссияһы ҡарары кәрәктер. Шулай ҙа СССР заманындағы Яҙыусылар союзын һәм башҡа союздарҙы бөгөнгө көндә Берлек тип атауға шигем бар. Әгәр кеше СССР яҙыусылар союзына ингән булып, ә һуңынан Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлегенә индерелһә, был мәғлүмәттең икеһен дә яҙып була тип уйлайым. Энциклопедия, йәки башҡа баҫма китапта урын сикләнгән, ә БашВикила урын етәрлек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:43, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ат дағалағанда, тигәндәй, мин дә фекеремде яҙайым әле. Ни өсөн беҙ ҡатнашыусы, ҡатнашҡан тип яҙыуҙы мотлаҡ һанайбыҙ? Әгәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша тип кенә алһаҡ нисек була? Тел ҡағиҙәләре буйынса нисектер, әммә миңе -ыусы, -ҡан урынына ҡатнаша тип алыу урынлыраҡ һымаҡ, дөрөҫ түгел икән, мәҡәләләремде хаҡлы ялға сыҡҡас, алла бойорһа, ҡабат төҙәтеп сығырға үҙемә эш әҙерләйем инде)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:14, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Депутаттарға ташланыу кәрәкме? Ниңә хурларға тотонорға, үҙ һүҙеңде һүҙ итеү өсөн генә. Ул осорҙоң иң әсе ваҡиғалары эсендә йөрөгән кеше булараҡ, нисә йыл буйы дәүләт статусы өсөн көрәш барғанын үҙ елкәмдә татыным. Шул тартҡылаш арҡаһында беҙ күршеләрҙән бер нисә йылға артта ҡалып ҡына статусҡа өлгәшә алдыҡ. Күп атамалар терминология комиссияһында ҡаралды, әйткәндәй, мин ул комиссияла инем. Шул уҡ фирҡә лә уның аша үтеп, 2 томлыҡ Русско-башкирский словаргә инеп китте. Халыҡ ҡулланмай тиһәк тә, ул "фирҡә", "Сәркәтиб", халҡыбыҙҙа булған һәм большевиктар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған, улар бары тергеҙелгән. Халыҡ яңынан ҡулланып алып китәме-юҡмы, ваҡыт хәл итер.

Әгәр инде 1950 йылдан РБ Яҙыусылар Берлеге ағзаһы тиеү юридик яҡтан шыр хата икән, юридик ғилемле кеше булараҡ, бәлки судҡа мөрәжәғәт итеп, беҙҙең яҙыусыларҙы шул берлектән сығарып ташлатырғалыр? Сөнки уларҙың береһе лә яңынан берлеккә ҡабул ителмәне, яңы алынғандар ҙа, иҫкеләре лә бер статусҡа эйә, сөнки был мәсьәләне ойошманың Уставы көйгә һала. Устав үҙгәртелде - шул ғына! Мин дә Устав буйынса БР-ҙың да, РФ-тың да ойошмаһы ағзаһы булып киттем - автоматик рәүештә.

Мин Әйле менән килешәм "Ҡатнаша" һүҙе бик таман була. Урыҫсанан һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүҙең зарурлығын күрмәйем--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:26, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Тел ҡағиҙәләрен кеше уйлап сығара, шуға үҙгәреп тора. Ә халыҡ теле үҙ ҡағиҙәһе менән йәшәй бирә. Шул ялған ҡағиәҙәләр боҙа башламаһа. Тап шул ҡағиҙәләр хәҙер беҙҙә йәнле һөйләш (дөрөҫ һөйләште) ҡыҫырыҡлап сығара бара. Был әлеге лә баяғы хәҙерге заман тураһында һөйләгәндә үткән заман формаһындағы ҡылымды ҡулланмай башлауҙа ла сағыла. Хәҙер тик "мәктәптә эшләгән китапханасы" түгел, "мәктәптә эшләүсе китапханасы"ға әйләнеп бөтөп бара.--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:31, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Мәсьәләгә ҡабаттан ҡайтып

Энициклопедия термины «Участник Великой Отечественной войны» БашВикила биш төрлө яҙыла. Артабан нимә эшләйбеҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:25, 12 август 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Вафаттар → Вафат булғандар

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.
  • Я уже выразила свое мнение, но раз настаивают, повторюсь: правильный вариант - * "1 февралдә вафат булғандар‎" * "1941 йылда вафат булғандар‎", т.к. соответствуют правилам башкирского языка и этическим нормам. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:59, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • 1 февралдә вафат булғандар --Alfiya55 (әңгәмә) 10:42, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мой голос сугубо совещательный, но я за то, чтобы из равнозначных вариантов выбрать тот, где будет одно слово, а не два. Чтобы структура названий для категорий родившихся и умерших была "симметричная". Раз уж тут голосование, я жду ещё три голоса (Рустама, Айсара и Зуфара), после чего либо есть вариант с большинством голосов, и я его реализую, либо ничья, и тогда я жду какого-то консенсусного решения.--Kaganer (әңгәмә) 11:27, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Очень интересный подход) Вдруг мужчины вообще не захотят участвовать в голосовании, тогда что, голос женщин не зачитывается? Тем более в этом списке нет мужчин гуманитариев (извините, никого не хочу обидеть и ущемлять, но обстоятельства вынуждают!), кроме Айсара))) а насчет симметричности названий категорий, да, в принципе, можно оставить симметричную категорию, например, "19.. йылда вафаттар", но это уже будет один из видов пародий на башкирский язык. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:52, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    Что значит "не захотят" ??? Не захотят - объявите выговор. С занесением. И оставите без сладкого!
    Купил уже два кило конфет. И с десяток плиточного. )--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:18, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    Если серьёзно, то это вообще не моё дело - решать, что и как правильно по-башкирски. И подводить итоги тоже. Я готов воплотить то решение, которое примет сообщество. Поскольку в этой дискуссии уже прозвучало много голосов, я бы не хотел отвечать за то, что чьё-то веское мнение было проигнорировано. Поэтому пусть Зуфар как бюрократ принимает итоговое решение. --Kaganer (әңгәмә) 12:12, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Уважаемый Kaganer! у вас такие же полномочия, что у Зуфара, что у Рустама) и за БашВики вы все в ответе, с нашей поддержкой!)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:18, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    Технически - такие же. Практически, если я вижу, что какой-то языковой вопрос вызывает дискуссию, я жду консенсуса среди тех, кто знает язык. --Kaganer (әңгәмә) 12:34, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Один из филологов - Альфия уже проголосовала, Ждем-с, что скажет Айсар. увы, остальные, хотя и мы носители языка, но не филологи. Хотя, и среди ученых филологов по некоторым спорным вопросам нет единого мнения)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:44, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Словосочетания "1 февралдә вафаттар‎" "1 февралдә вафат булғандар‎" (то же самое "1941 йылда вафаттар‎" и "1941 йылда вафат булғандар‎") в смысловом отношении друг от друга особо не отличаются. Если в техническом плане никаких затруднений нет, то надо взять более полные (грамотные с точки зрения правил грамматики) выражения "1 февралдә вафат булғандар‎" и "1941 йылда вафат булғандар‎". Данный вопрос - это не раздача каких-то призов, поэтому открытие специальной дискуссии и голосования не очень понятно. Есть грамматические и иные правила в языке, их надо просто соблюдать, а не устраивать ненужные споры. Обсуждать можно только техническую сторону выполнения правил, если появляются какие-то проблемы. --Айсар (әңгәмә) 12:52, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Консенсуса нет даже среди ученых филологов. Одни молятся фарсизму, другие арабизму, третьи современному европеизму. Тюркизмы практически забыты, их перечисляют в анахронизмы. А Рустам постоянно будоражит массы, задает неудобные вопросы, ставит на голосование уже понятные (кому то) понятия. Объяснюсь, почему. С учетом мнения википедистов-гуманитариев, специалистов-филологов необходимо закрепить или поменять понятие "Умершие 1 февраля" используемое на башкирском языке. Потому что сейчас будем переименовывать категории. Хотелось заодно изменить название (если надо) и больше не возвращаться на эту тему (хотя сомневаюсь в этом). Это по процедуре. А теперь по содержанию понятия. Как видите, я привел три варианта. И все они однозначного смысла. И нет гарантии, что через какое-то время кто-то не будет настаивать на применение "1 февралдә үлгәндәр", аргументирую тем, что слово "Үлгән" и есть истинный тюркизм, а "Вафат" - это арабизм. Поэтому прошу не вдаваться в эмоции и взвесить все "за" и "против". Позиция Зуфара понятно, он пока выжидает, когда выскажутся филологи. Где у нас ‎MORATSOLTAN , он вроде тоже филолог? Да, и остальных тоже можно пригласить. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:18, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    Посмотрел машинный фонд башкирского языка и вспомнил еще два варианта: УМЕРЕТЬ сов. - үлеү, вафат булыу, донъя ҡуйыу, йән биреү. Тут еще один вариант СКОНЧАТЬСЯ сов. - вафат булыу, донъя ҡуйыу, гүр эйәһе булыу, үлеү. Тут еще два варианта ПОГИБНУТЬ сов.; прям., перен. - һәләк булыу, һәләкәткә осрау. При этом, обратите внимание! В первом случае слово ҮЛЕҮ идет первым, а ВАФАТ БУЛЫУ вторым. Но, говорят, что мол у башкир не принято употреблять слово ҮЛЕҮ по этическим нормам. Я, например, нигде об этом раньше не читал и не слышал. Задаю запрос в Гугле на слово "Үлгән" - выдает 354000 ответа, на слово "Вафат булған" - 250000 ответа (при этом индексируется татарские тексты. куда делись башкирские?). Задаю этот же запрос в Яндексе: "Үлгән" - Нашлось 114 тыс. результатов, "Вафат булған" - Нашлось 2 млн результатов (башкирские тексты есть). --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:12, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    По поводу индексации башкирских текстов - это важно, обязательно пишите об этом в поддержку Гугла. --Kaganer (әңгәмә) 12:01, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Итог

Филологи проголосовали, я с ними согласен.--ZUFAr (әңгәмә) 19:48, 6 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Т.е. делаем "1 февралдә вафат булғандар‎", так? Ничего страшного, если вариант окажется не окончательным - благо, в вики почти всё можно изменить и исправить. Главное, чтобы новое было хотя бы чуть лучше старого. --Kaganer (әңгәмә) 00:46, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
✔ Эшләнде. Проверяйте. И давайте договоримся, кто переименовывает категории. --Kaganer (әңгәмә) 00:55, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Начал переименовывать категории "вафат булғандар". Какие будут ЦУ - ценные указания? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:39, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

донъя кимәлендә танылған һүҙҙәргә беҙ теймәҫкә тейеш

«Нығынған халыҡ-ара терминдарын» («Устоявшиеся международные термины») башҡорт теленә тәржәмә итеү кәрәкмәй. Сөнки хәҙер башҡортса көн һайын һөйләшкән кеше кәмей. Беҙ кешеләргә телгә өйрәтеү өсөн бөтә шарттар булдырырға тейешбеҙ. Һәр кеше «был еңел тел» тип уйларға тейеш, был тел белеүгә өҫтәлмә мотивация ла булып торор.

Ҡаҙаҡтар хәҙер «Аэропортты» - «Әүезжай» тип атайҙар, ҡаҙаҡса «һауа ҡапҡаһы». Урыҫтар экономика, менеджмент, маркетинг, википедия һәм башҡа һүҙҙәрҙе руссаға тәржемә итмәй. 2012 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан Републикаһы Президенты үҙе әйткәйне, был хәл тураһында уйланырға кәрәк тип. http://www.akorda.kz/ru/page/page_poslanie-prezidenta-respubliki-kazakhstan-n-nazarbaeva-narodu-kazakhstana-14-dekabrya-2012-g_1355499089

Беҙ халыҡ-ара терминдарҙы донъяға сығармайбыҙ, уларҙы алабыҙ ғына. Минеңсә, донъя кимәлендә танылған һүҙҙәргә беҙ теймәҫкә тейеш.  — Был яҙыу Ayratayrat (ә · ө) тарафынан өҫтәлгән

Әлбиттә, беҙгә тулы "пуризм" кәрәкмәй. Тик туған телдәге һүҙҙәр тураһында ла онотмаҫҡа тейешбеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең әйтемегеҙҙәге условие һүҙе башҡортса шарт була. Күп кенә осраҡта төп башҡорт һүҙҙәре урыҫсанан ҡыҫҡараҡ һәм еңелерәк. Ә "ябай башҡорт был һүҙҙе аңлармы икән", тип икеләнһәгеҙ, {{Comment}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 08:51, 4 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]
Ә мин "«Нығынған халыҡ-ара терминдарҙы» башҡорт теленә тәржәмә итеү кәрәкмәй" тигән тәғлимәткә ҡырҡа ҡаршымын. Был телде ярлыландырыуға килтерә. Ялҡауҙар һәм ҡолдар сәйәсәте ул, көслө сит милләтәр баҫымы аҫтында алып барылған сәйәсәт. Үткән заман сәйәсәте. Хәҙер яңы заман - мәғлүмәт заманы, яңы заман сәйәсәте шул үткән заман сәйәсәтенә кәртә булып сығыш яһай. Һәр халыҡҡа үҙ телен һаҡлап ҡалыу, уны байытыу, сағыулығын асып күрһәтеү. Шул була ла инде төп маҡсат. Маңҡортланып барған халҡыбыҙға ниһайәт уңайлы шарт булдырыу. Пуризм да насар күренеш түгел. Асылыңа кире ҡайтыу ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:32, 4 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]
Экономика - иҡтисад, менеджмент - идаралау, маркетинг - тауар йәшәйәше --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:40, 4 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]
Киң мәғлүмәт саралары ниндәй һүҙҙәр ҡуллана, шул телдә яҙырға тейешбеҙ. Әгәр шулай булмаһа, бер нисә йылдан халыҡ аңламаған телдә яҙасаҡбыҙ, латин теле тарихын ҡабатлаясаҡбыҙ. Был турала фекер алышыуға яҙғаным бар.--Саган (әңгәмә) 11:13, 4 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]

"Wikimedia Commons" тәржемәһе

Фекер алышыу тамамланған. Үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ.

Хәҙер башвикила Wikimedia Commons һүҙе төрлөсә ҡулланыла. Тәүҙә Викиһаҡлағыс, шунан Викиһандыҡ. Ҡайһы бер урындарҙа шул уҡ Commons тип ҡалған.

Commons һүҙенең инглиз теленән урыҫсаға тәржемәһе:

общий стол; общее достояние; общие блага

Урыҫса Викисклад, татарса Викийыйынтыҡ тип ҡулланыла.

Иң дөрөҫ тәржемәне ҡаҙаҡтар эшләгән: ОртаққорУртаҡ фонд мәғәнәһендә.

  1. Commons-та булған бар файлдарҙың уртаҡ һәм уларҙы ирекле таратып булғанын, һәр кем ҡуллана алғанын белдерер өсөн ниндәй исем ҡулланырға була?
  2. Уртаҡ фекергә килеп бөтә урында шуны ҡулланыр кәрәк.

Фекерҙәрегеҙ?--Haqmar (әңгәмә) 09:25, 16 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Был мөрәжәғәтте Википедияла ғына түгел, ә дөйөм башҡорт форумдарына сығарырға кәрәк. Бер нисә урынға ҡуйып уйлашмайыҡмы? Элекке тәржемәләре урыҫ теленән, шуға исеме есеменә тура килмәй инде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:52, 24 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Бәлки минең тәҡдимдәргә лә ҡолаҡ һалырһығыҙ?! Минеңсә, дөйөм милкәт, дөйөм милек, дөйөм мөлкәт йәки ғөмүМИлек(ғөмүми һәм милек һүҙҙәре ҡушылмаһын үҙ эсенә һыйҙыра ла ҡуя) тигән төшөнсәләрҙе ҡулланырға була.Тағы ла бер вариант: Викимилек. Йәғни Викиның ҡарамағындағы байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен үҙ эсенә ала ла ҡуя.
Имзаһыҙ хәбәр тел белгесе Әлфиә Әбделмәнованыҡы. Бәйләнештә беҙҙең иғланды күргән. Миңә Викимилек оҡшаны. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:48, 26 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Бик шәп тәҡдимдәр. Рәхмәт. Ундай белгестәр беҙгә башвикила бик кәрәк ул :). "Викимилек" миңә лә оҡшаны. Башҡа фекерҙәр булмаһа, шуға алыштыра башларға була. --Haqmar (әңгәмә) 17:09, 26 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Туҡта, ҡабаланма. Башҡаларҙан фатиха алайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:13, 26 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Викимилек миңә оҡшай, тик уртаҡ тигән мәғәнәһе юҡ. Бәлки дөйөм һүҙе менән берәй нәмә килеп сығыр.--Саган (әңгәмә) 17:55, 26 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Минеңсә Вики һүҙе хәҙәр ирекле, уртаҡ мәғәнәһен дә йөрөтә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:16, 3 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]

Булһын Викимилек. --Саган (әңгәмә) 17:20, 3 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]

Шәп тәҡдим

Бик яңғырашлы ла! Башҡорт теленең әҙәби тел ҡағиҙәләренә иғтибар итергә кәрәк, туғандар. Байтаҡ ҡына ҡатнашыусылар боҙа ҡағҙәләрҙе. Әгәр ҙә викиҙа боҙа башлаһаҡ, тел ҡанундары үҙгәрмәҫме? --Кинйә (әңгәмә) 17:28, 3 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]

Ниндәй ҡағиҙә бит әле!? Әгәр башҡа телдән ингән һүҙҙәр тәржемә ителмәй тигән булһа, минең уйымса, бындай ҡағиҙә үҙгәрергә тейеш. Беҙ башҡорт өсөн йәтеш һүҙ табырға тейешбеҙ! --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:33, 3 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]

Әлбиттә, шулай. Ярай инде, теләһә ни эшләгеҙ. Мин үҙемсә, тап башҡортса эшләйәсәкмен!!!--Кинйә (әңгәмә) 17:38, 3 ғинуар 2013 (UTC)[яуап бирергә]