Дары: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: af, an, ar, arz, az, be, be-x-old, bg, bs, ca, co, cs, cv, cy, da, de, el, eo, es, et, fa, fi, fr, gan, gl, he, hi, hr, hu, id, is, it, ja, ko, ku, la, li, lt, lv, mk, ml, mn, ne, new, nl, nn, no, oc, pam, pl, pnb...
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: bat-smg:Paraks
27 юл: 27 юл:
[[arz:بارود]]
[[arz:بارود]]
[[az:Barıt]]
[[az:Barıt]]
[[bat-smg:Paraks]]
[[be:Порах]]
[[be:Порах]]
[[be-x-old:Порах]]
[[be-x-old:Порах]]

11:05, 16 ғинуар 2012 өлгөһө

Төтөнһөҙ нитроцеллюлоза дарыһы N110
Төтөнһөҙ дарылы патрон

Дары — юғары баҫымлы газдар барлыҡҡа килтереп кислородһыҙ янырға һәләтле күп компонентлы шартлатҡыс ҡушылма, снаряд, ракета һәм пуля атыу өсөн файҙаланылған шартлатҡыс матдә.

Тарихы

Дарының беренсе вәкиле, калий селитраһы, күмер һәм көкөрттөң 75:15:10 нисбәтендәге механик ҡушылмаһы — төтөнлө дары булып тора. Бындай составтағы ҡатышма күптән уҡ яндырыу һәм емереү сараһы итеп файҙаланылған, тигән фекер йәшәй. Шулай ҙа матди һәм яҙма иҫбатлауҙар табылмаған. Тәбиғәттә селитра йыш осрай, ә дары өсөн кәрәкле калий селитраһы бөтөнләй осрамай.

Ҡытайҙа дары эшләү рецепты 1044 йылда барлыҡҡа килә. Дарының иртәрәк эшләнеүе лә ихтимал, ҡайһы бер тарихсылар дарыны уйлап табыусы — II быуатта йәшәүсе Вэй Боян, тип иҫәпләй.

Дары өсөн кәрәкле килий селитраһын алыу ҡатмарлы технологик алымдар талап итә. Калий селитраһын етештереү XVXVI быуатта химия үҫеш алғас ҡына мөмкин була. Сағыштырмаса өҫтө юғары булған углерод материалдарын алыу ҙа, тимер металлургияһы үҫеш алғас мөмкин булған. Пиротехник үҙенсәлеге булған органика һәм тәбиғи селитра ҡатнашмаһын дары урынына ҡулланыу, мөмкин һанала.

Дарыны беренсе уйлап табыусы монах Бертольд Шварц булған, тип иҫәпләнә. Төтөнлө дарының атыу үҙенсәлеге һуңыраҡ билдәле була һәм ут атыу ҡоралы үҫешенә сәбәпсе була. Европала һәм Рәсәйҙә XIII быуаттан уҡ билдәле һәм XIX быуат ураһына тиклем берҙән бер шартлатҡыс матдә булып ҡала.

Нитроцеллюлоза дарыһы һәм башҡа көслө шартлатҡыстар уйлап табылғас, төтөнлө дары әһәмиәтен юғалта. 1884 йылда П. Вьел Францияла пироксилин дарыһын уйлап таба, ШвециялаАльфред Нобель 1888 йылда баллистик дарыны аса. Кордит дарыһы XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла эшләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында реактив снарядтарҙа уңышлы ҡулланылған баллистик дары XX быуаттың 30-сы йылдарында СССР-ҙа эшләнә.

Дарыны артабанғы камиллаштырыу уның техник характеристикаһын яҡшыртыу, махсус яңы рецептуралар эшләү йүнәлешендә алып барыла.

Ҡарағыҙ