Исмәғилев Ришат Сәлих улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Дөйөм исемлек: яңы мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ғаиләһе: күренеште төҙәтеү
36 юл: 36 юл:
== Ғаиләһе ==
== Ғаиләһе ==
* улы Флүр - техник фәндәр кандидаты, доцент
* улы Флүр - техник фәндәр кандидаты, доцент
* улы Зенфир -химия фәндәре докторы, профессор,
* улы Зенфир - химия фәндәре докторы, профессор,
* улы Фоат - техник фәндәр докторы, профессор
* улы Фоат - техник фәндәр докторы, профессор
* улы Рафаэль - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
* улы Рафаэль - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
* ҡыҙы Флүрә - РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
* ҡыҙы Флүрә - РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
* улы Салауат -Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы
* улы Салауат - Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

15:04, 3 сентябрь 2020 өлгөһө

Исмәғилев Ришат Сәлих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Нимесләр, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, Совет Рәсәйе
Нимесләр, Яңы Күл ауыл советы (Нуриман районы), Нуриман районы
Вафат булған көнө 3 сентябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (100 йәш)
Вафат булған урыны Байгилде, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15 апрель 1920 йыл3 сентябрь 2020 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР‑ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты.

Биографияһы

Ришат Сәлих улы Исмәғилев 1920 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Нимесләр ауылында тыуған[3]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Брест ҡәлғәһендә һалдат бурысын үтәгән була һәм ошо герой-ҡәлғә өсөн барған яуҙа ҡатнаша. Һуғыштан ауыр яраланып ҡайта.

1943 йылдан алып Нуриман районының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәрендә эшләй.

1945 йылда Байгилде урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм унда 1985 йылға тиклем эшләй. Ул эшләгән йылдарҙа Байгилде мәктәбе республика уҡытыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса төп мәктәпкә әүерелә.

1955 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған.

1959 йылда «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.

I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың I—VII уҡытыусылар съезы делегаты.

Ул 60‑ҡа яҡын хеҙмәт авторы. Үҙе тураһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы һәм мәғарифта ойоштороу һәләттәре тураһында ике тиҫтәләп китапта яҙылған (Ананьев, М. Гәрәев, Р.Әйүпов, Ф. Мостафина һәм башҡалар)[3].

2020 йылда яҡташтары һорауы буйынса Ришат Сәлих улы Исмәғилев хөрмәтенә ул үҙе иҫән саҡта уҡ Кушнаренко һөнәри колледжында Иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Бер үк ваҡытта Байгилде ауыл лицейына ветерандың исеме бирелә[4].

Һуғыш һәм мәғариф ветераны 2020 йылдың 3 сентябрендә вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1960)
  • миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960)

Хеҙмәттәре

  • Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998;
  • И учебой, и талантом. Уфа, 2004.

Ғаиләһе

  • улы Флүр - техник фәндәр кандидаты, доцент
  • улы Зенфир - химия фәндәре докторы, профессор,
  • улы Фоат - техник фәндәр докторы, профессор
  • улы Рафаэль - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
  • ҡыҙы Флүрә - РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
  • улы Салауат - Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Нимислярово [1]
  • ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [2]

Һылтанмалар