Франция: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл: 18 юл:
|Иң ҙур ҡалалары=[[Париж]], [[Лион]], [[Бордо (ҡала)|Бордо]], [[Марсель]]
|Иң ҙур ҡалалары=[[Париж]], [[Лион]], [[Бордо (ҡала)|Бордо]], [[Марсель]]
|Етәкселәр вазифалары=Президент<br />Премьер-министр
|Етәкселәр вазифалары=Президент<br />Премьер-министр
|Етәкселәр=[[Эмманюэль Макрон]]<br />[[Эдуар Филипп]]
|Етәкселәр=[[Эмманюэль Макрон]]<br />[[Жан Кастекс]]
|Территория буйынса урын=47
|Территория буйынса урын=47
|Территория=674 843<ref name="total">барыһы.</ref> км²/547 030<ref name="terr">Франциянын Европа өлөшө.</ref>
|Территория=674 843<ref name="total">барыһы.</ref> км²/547 030<ref name="terr">Франциянын Европа өлөшө.</ref>

15:05, 4 сентябрь 2020 өлгөһө

Франция Республикаһы
République française
Франция флагы гербы Франция
Франция флагы Франция гербы
Милли девиз: «Liberté, Égalité, Fraternité»
Гимн: Франция гимны
Нигеҙ һалынған 843 (Верден килешеүе)
Рәсми телдәр франк теле
Баш ҡала Париж
Иң ҙур ҡалалары Париж, Лион, Бордо, Марсель
Идара итеү формаһы Президент-парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Эмманюэль Макрон
Жан Кастекс
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
47 урын
674 843[1] км²/547 030[2] км²
0,26
Халыҡ
  • Барыһы (2016)
  • Тығыҙлыҡ
20 урын
66 736 000[1]/64 590 000[2]
116 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2007)
  • Кеше башына
6 урын
2,3 млрд. $
28,647 $
Валюта евро[3]
Интернет-домен .fr
Телефон коды +33
Сәғәт бүлкәте UTC +1

Франция (франц. France [fʁɑ̃s]), рәсми атамаһы — Франция республикаһы (франц. République française [ʁepyblik fʁɑ̃sɛz]) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе франктар исеменән килә.

Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына ҡарата), уларҙың 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығарыу органы — ике палаталы парламент. Административ яҡтан 26 төбәккә бүленә.

Европа берлеге һәм НАТО ағзаһы булып тора.

Тарихы

Боронғо Рим ваҡытында Франция империяның провинцияһы — Галлия. Рим хоҡуғы эшләй.

476 йылда Көнсығыш Рим Империяһы юҡҡа сыға, Францияны варвар герман ырыуҙары баҫа. Территорияһында Бургунд һәм Вестгот герман батшалыҡтары ойошторола. Рим хоҡуғы эшләй.

506 йылда Аларих II Вестготтарҙың рим хоҡуғын сығара.

V—VI быуаттарҙа Францияның төньяғына франк ырыуҙары килә. Салик ябай хоҡуғы рим хоҡуғын алмаштыра.

Франктар экспансияһы

Бөйөк Карл етәкселегендә франктар дәүләте иң юғары үҫеш нөктәһенә етә.

XVII—XX быуаттарҙа Франция колониаль империяға әүерелә.

Хәҙерге Марокко, Алжир, Тунис, Сенегал, Мавритания, Судан, Нигер, Гвинея, Кот-д’Ивуар,Габон, Конго, Уганда, Камерун, Того, Сомали — эллекке француз колониялары.

Хоҡуҡ тарихы

1789 — Кеше һәм Граждан Хоҡуҡтары Декларацияһын ҡабул итеү.

1790 йыл — Францияла Суд власы ойоштороу тураһында Закон сыға.

1810 — Енәйәт Кодексын ҡабул итеү

Географик урыны

Космостан күренеш

Францияның күпселек өлөшө Көнбайыш Европаға ҡарай. Ҡоро ер буйынса ул төньяҡ-көнсығышта Бельгия, Люксембург һәм Германия менән, көнсығышта Германия һәм Швейцария менән, көньяҡ-көнсығышта Монако һәм Италия менән, көньяк-көнбайышта Испания һәм Андорра менән сиктәш. Көнбайышта һәм төньяҡта ил территорияһы Атлантик океан (Бискай ҡултығы һәм Ла-Манш боғаҙы), көньякта Урта диңгеҙ тарафынан йыуыла.

Шулай уҡ дәүләт составына Урта диңгеҙҙә урынлашҡан Корсика утрауы һәм егерменән артыҡ департаменттар һәм буйһонған биләмәләр инә.

Илдең дөйөм майҙаны 547 мең км² (буйһонған территориялар менән 643,4 мең кв. км). Был Европа берлегенә ингән иң ҙур дәүләт.

Иҡдисады

Халҡы

Мәҙәниәте

Климат

Рослен күле

Францияның ҡитға өлөшөндә климат уртаса диңгеҙле, көньяҡта субтропик. Йәй көндәре ғәҙәттә эҫе һәм ҡоро, июль айында уртаса температура + 23-25 градус тәшкил итә, ғинуар айында иһә уртаса температура + 7-8. Ҡыш көндәре өсөн ямғырҙар тәбиғи хәл.

Яуым-төшөм күләме яҡынса 600—1000 мм. Таулы райондарҙа был күрһәткес 2000 мм-ҙан да юғарыраҡ булырға мөмкин.

Хәрби көстәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 барыһы.
  2. 2,0 2,1 Франциянын Европа өлөшө.
  3. 1999 тиклем француз франкы.