Серебряков Иван Давыдович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Серебряков, Иван Давыдович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

11:05, 5 сентябрь 2020 өлгөһө

Серебряков Иван Давыдович (1881 йыл — 1914 йыл) — эшсе, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Биографияһы

Иван Давыдович Серебряков 1881 йылда Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Йүрүҙән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Ике класлы завод мәктәбен тамамлай. Йүрүҙән заводының механика бүлексәһендә эшсе була. Хәрби хеҙмәтен Варшавала Литва полкының лейб-гвардияһында үтә. Демобилизациянан һуң, Өфө губернаһына ҡайтып, шул уҡ заводта конторщик булып эшләй. «Драма сәнғәтен һөйөүселәр» эшселәр түңәрәген ойоштора. РСДРП сафында тора, большевик.

1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Социал-демократик фракция составына инә. Думаның хәрби-ялан судын бөтөрөү буйынса һәм аграр комиссияларҙа тора. Эшһеҙҙәргә ярҙам итеү мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.

1907 йылдың июнендә Дума ҡыуып таратылғандан һуң социал-демократтарҙы эҙәрлекләү башланғас йәшерен рәүештә Бельгияға эмиграциялана. Льежда университетҡа йөрөй, сөнки С. В. Аникиндың хәстәрлеге һөҙөмтәһендә бай рус нәшриәтсеһенән стипендия ала[2].

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1914 йылда вафат була[1].

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар

  • Деревянин В. И. Пламенные сердца: биографические очерки. - Челябинск : Южно-Уральское книжное издательство, Вып. 1. - 1972. - 303 c.

Архивтар

  • Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 388; Дело 555. Лист 5.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Мордвинцев Г. В. Серебряков, Иван Давыдович // Башкирская энциклопедия
  2. Вождаева М. Н. Творчество С. В. Аникина в контексте формирования дооктябрьской мордовской литературы. Дисс. на соиск. к. ф. н. Саранск 2004.