Каразин Василий Назарович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
36 юл: 36 юл:
* Александр (1814—1837 йәки 1839). Харьков университетын тамамлай.
* Александр (1814—1837 йәки 1839). Харьков университетын тамамлай.
* Николай (1816—1874 г.). Армияла хеҙмәт итә, штабс-ротмистр чинында отставкаға китә (1842). Алты бала атаһы, рәссам Николай Николаевич Каразин да уның улы.
* Николай (1816—1874 г.). Армияла хеҙмәт итә, штабс-ротмистр чинында отставкаға китә (1842). Алты бала атаһы, рәссам Николай Николаевич Каразин да уның улы.
** Каразин Николай Николаевич, русский рәссам—баталист һәм яҙыусы, участник [[Среднеазиатские владения Российской империи|Среднеазиатских походов]].
** Каразин Николай Николаевич, русский рәссам—баталист һәм яҙыусы, участник [[Рәсәй империяһының Урта Азия походы]]нда ҡатнашҡан.
* Феодосия (1819—?)
* Феодосия (1819—?)
* Валериан (1823—?)
* Валериан (1823—?)

15:07, 24 сентябрь 2020 өлгөһө

Каразин Василий Назарович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 30 ғинуар (10 февраль) 1773
Тыуған урыны Кручик[d], Богодуховский район[d], СССР[2]
Вафат булған көнө 4 (16) ноябрь 1842 (69 йәш)
Вафат булған урыны Николаев, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Ерләнгән урыны Некрополь Николаева[d]
Хәләл ефете Каразина, Александра Васильевна[d]
Балалары Филадельф Васильевич Каразин[d] һәм Николай Васильевич Каразин[d]
Һөнәр төрө уйлап табыусы, сәйәсмән, метеоролог, педагог, инженер
Эшмәкәрлек төрө политическая деятельность[d][3], социальная вовлечённость[d][3], образование[d][3], Политика в области образования[d][3], сельскохозяйственные исследования[d][3] һәм Метеорология[3]
 Каразин Василий Назарович Викимилектә

Василий Назарович Каразин (1773 йылдың 30 ғинуары (10 феврале), Харьков губернаһы Богодуховский өйәҙе, Кручик имениеһы — 1842 йылдың 4 (16) ноябре, Николаев, Херсон губернаһы) — рус һәм украин дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, инженер, мәғрифәтсе, хәҙерге көндә уның исемен йөрөткән Харьков университетына нигеҙ һала. Рәсәй империяһы халыҡ мәғарифы министрлығы булдырыу башланғысы менән сығыш яһай.

Биографияһы

Полковник Назар Александрович Каразиндың улы, Екатерина II уға хеҙмәте өсөн бүләк итә Мәскәү һәм Харьков губерналарында, шул иҫәптән Кручикпоместьеһын бүләк итә. Каразиндар вәкилдәре Рәсәйгә Петр I заманында күсеп килгән дворян нәҫеле Караджиларҙан килеп сыҡҡан. Был нәҫелдең килеп сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел, уның болгар, серб йәки грек сығышлы булыуы тураһында фараз бар. Григорий Караджи, Василий Назаровичтың ҡарт олатаһы, Софияның архиепискобы була, ә уның улы Александр Григорьевич, Василий Назаровичтың олатаһы, рус гвардияһы капитаны булып донъя ҡуя.

Василий Кременчуг һәм Харьков.ҡалаларындағы шәхси пансиондарҙа белем ала. Ун йәшенән хәрби Орденлы кирасир полкына яҙыла, һуңыраҡ Семёновский лейб-гвардия полкында иҫәптә тора. Хәрби хеҙмәттә формаль рәүештә тора, Санкт-Петербургтағы Тау корпусының лекцияларына йөрөй, һәм шунда тәжрибә талап иткән фәндәр тураһында мәғлүмәт ала, һәм үҙаллы уҡып булған белемен тағы ла арттыра. 1798 йылда сит илгә йәшерен инеү теләге менән яна — фәндә камиллашып, ҡаты режимдан ҡотолоу маҡсатында, — әммә Ковно янында тотола һәм, властарҙың ошағын донесение иҫкәртеү маҡсатында, батшаға ярлыҡау хаты ебәрә һәм, император Павел менән шәхсән осрашҡандан һуң, ғәфү ителә.

Александр I 1801 йылда тәхеткә ултырыу менән, Каразин йәмәғәт фекеренә ышаныу рухында батшалыҡ итеү программаһын үҙ эсенә алған аноним хат яҙа. Император авторҙы эҙләп табырға ҡуша, һәм уның менән яғымлы мөғәмәлә итеп, йәмәғәт эштәре буйынса үҙенә мөрәжәғәт итергә рөхсәт итә. Был хатында ла, Александр I һәм Николай Павловичҡа төбәлгән артабанғы сәйәси яҙмаларында ла Каразин йәмәғәт үҙидаралығы һәм халыҡ мәғарифы яҡлы булып сығыш яһай. Император Александр I уға ышанысы оҙаҡҡа бармай (3 йылға яҡын).

«Аделунг һәм Эйнбродттың һүҙҙәре буйынса, Ғали йәнәптәре юғары хисле кешеләргә һәм үҙен уратып алған кешеләргә бик иғтибарлы, кешенең көсһөҙлөгөн ғәфү ҙә итә, әммә рәхмәтле була белмәгәндәрҙе түҙеп тормай. Василий Назарьевич Каразин, бик аҡыллы кеше, Николай Николаевич Новосильцевтың тәҡдиме менән статс-секретарь итеп тәғәйенләнә, әммә ниндәйҙер бер эш буйынса, ҡурсалаусы кешеһе, Ноосильцев, менән алдан аңлашып тормайынса, уның ғәмәлдәрен тәнҡитләгәне өсөн, батшаның ышанысын юғалта».

Халыҡ мәғарифы министрлығы тигән айырым орган булдырыу идеяһын тәҡдим итә 1802 йылда, министрлыҡ булдырылғандан һуң ун йыл үтеүгә, ул училищелар баш идаралығында хаким сифатында күренекле роль уйнай. "Халыҡ мәғарифы ҡағиҙәләре"н, проекттар төҙөү һәм уны университет һәм академия уставтары проекттарын, башлыса, ул яҙған; ул министрлыҡтың «Халыҡ мәғарифы уңыштары тураһында айлыҡ яҙмалары» тип аталған махсус орган булдырған.

Василий Каразин Харьков университетына нигеҙ һалыу башланғысында тора. Урындағы дворяндарҙы уҡыу йортона нигеҙ һалыу эшенә күндерә, һәм улар 400 мең һум иғәнә күсерә. Башҡа хәйриә аҡсалары ла (сауҙагәрҙәр һәм екатеринослав дворяндарынн һ. б.) Каразин йоғонтоһо менән туплана.

Әммә Каразин Харьковтан университет эштәре буйынса киткәндән һуң (Харьковҡа университет ихтыяждары өсөн төрлө мастерҙпрҙы йәлеп итеү тураһында), үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана тигән һылтау табып, 1804 йылдың 13 авгусында уны отставкаға китергә мәжбүр итәләр.

Отставкаға киткәндән һуң, Каразин үҙенең имениеһында, Кручикта, йәшәй, унда ауыл хужалығы һәм фән менән шөғөлләнә. Уның химия лабораторияһы һәм метеорологик станцияһы (Харьков губернаһында 1-се) була, унда ул бер нисә тиҫтә йыл дауамында шәхсән күҙәтеүҙәр алып бара, тупраҡты тиреҫләү буйынса тәжрибә үткәрә, яңы ауыл хужалығы ҡаралдылары төҙөй һәм үҙе уйлап сығарған хеҙмәт ҡоралдарын ҡуллана. Шунда уҡ ҙур халыҡ китапханаһы, халыҡ мәктәбе, ул крепостной крәҫтиәндәренә үҙидара мөмкинлеге биргән ауыл думаһы ойоштора: кәрҫтиәндәр оброкка алмашҡа атаһынан улына тапшырыла алырлыҡ ер биләмәләре ала, ә дин әһелдәре менән крәҫтиәндәр мөнәсәбәтен көйләү маҡсатында уларҙың айырым хәлен булдыра, һәм руханиҙарға эш хаҡы түләй һәм улар крәҫтиәндәрҙән талаптары өсөн бер нимә лә һорамай. Ауыл хужалығы буйынса яңы алымдарҙы таратыу маҡсатында, эшмәкәрлеге батаҡ киң йәйелдерелгән үҙенә бер төрлө «филотехник йәмғиәт» (1811—1818 йй.) ойоштора, һәм был башланғысына бик күп аҡса һәм энергияһын сарыф итә.

1820—1821 йылдарҙа «Семёновский тарихы» осоронда Преображенский полкын фетнәгә әйҙәгән имеш тип ғәйепләйҙәр. Каразин Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябыла. Иреккә сығарылғандан һуң, үҙенең имениеһында полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәй. Николаевта вафат була һәм шунда ерләнә.

Фәнни ҡаҙаныштары

Каразиндың 60-тан артыҡ мәҡәләһе төрлө журналдарҙа: «Вестнике Европы», «Украинский вестник», «Харьковские губернские ведомости» һ. б. баҫыла. Иң күренекле хеҙмәттәре — метеорология буйынса мәҡәләләре.

Фән өлкәһендә Каразин күп ҡырлы ғалим, новатор булып танылды. Үҙенең хеҙмәттәрендә ул дөйөм тарихҡа һәм айырым илдәрҙең тарихына, Рәсәй һәм уның айырым өлкәләре тарихына иғтибар итә. Фәнни эшмәкәрлегенең төп иғтибарын Рәсәйҙең иҡтисади нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығына төбәй. Ул иген культураларының, шулай уҡ дөгөнөң яңы сорттарын сығара һәм үҫтерә, тупраҡты ашлау буйынса тикшеренеүҙәр башҡара, игенде яҡшыраҡ киптереү буйынса ҡорамалдар яһау маҡсатында рацинализаторлыҡ эше алып бара, ҡытай һуғыу станогы тип аталған ҡоролманы камиллаштыра. Буяусы минералдарҙы һәм үләндәрҙе тикшерә һәм һөҙөмтәлә яңы буяуҙар уйлап таба. Алфёров менән берлектә юғары сифатлы цемент етештереү ысулын эшләй. Концентраттар һәм ҡайһы бер аҙыҡ-түлек тауарҙарын әҙерләү һәм сифатын күтәреү буйынса ҙур ғына уңыштарға өлгәшә,емеште консервациялау һәм һаҡлауға үҙенең өлөшөн индерә. Ул емеш-еләкте һыу пары йылыһы менән киптереү технологияһын эшләй, һәм тап шуның арҡаһында киптерелгән емештәр таҙа, тәмле килеш ҡалған һәм саф еҫтәрен оҙаҡ һаҡлаған.

Ғаиләһе

Беренсе ҡатыны (Домна Ивановна, 1782 йылда тыуған, туйҙары 1796 йылдың февралендә була) бала аҫырағанда үлә, икенсе ҡатыны — Александра Васильевна Каразина, ҡыҙ фамилияһы — Бланкеннагель (Мухина)

Василий Назарович менән Александра Васильевна Каразиндарҙың 8 балаһы була[4]:

  • Пелагея (1806—?).
  • Василий (1807—1847 г.). В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының физика-математика факультетын, подпрапорщиктар мәктәбен тамамлай, Свеаборг рус хәрби флоты ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, Рус-төрөк һуғышының (1828—1829) 11 алышынеда һәм бәрелештәрендә ҡатнаша. Отставкаға сыҡҡандан һуң, рус шағирҙарын француз теленә тәржемә итә. Балаһы булмай.
  • Егор (Георгий) (1809—?). Семёновский лейб-гвардия полкы прапорщигы.
  • Каразин Филадельф Васильевич (1810—1878 г.). Харьков университетының философия факультеты әҙәбиәт бүлеген тамамлай. Сит илдәр коллегияһында хеҙмәт итә, һуңынан (1837—1853, Николаев) Ҡара диңгеҙ флоты штабында махсус йомоштар чиновнигы сифатында һәм Ҡара диңгеҙ флоты командующийы адмирал Михаил Петрович Лазарев янында поход канцелярияһы мөдире, 1854—1862 йй. — Дәүләт милеге министрлығында, 1862 йылдан Эске эштәр министрлығында эшләй; действительный статский советник дәрәжәһендә отставкаға китә. Санкт-Петербургта ерләнгән. Контр-адмирал Феодосий Иванович Цацтың ҡыҙы Евгенияға өйләнә. В. Н. Каразиндың биографы.
  • Александр (1814—1837 йәки 1839). Харьков университетын тамамлай.
  • Николай (1816—1874 г.). Армияла хеҙмәт итә, штабс-ротмистр чинында отставкаға китә (1842). Алты бала атаһы, рәссам Николай Николаевич Каразин да уның улы.
  • Феодосия (1819—?)
  • Валериан (1823—?)

Оценки

Личность и поведение В. Н. Каразина (как и причина его увольнения в 1804 году из Министерства народного просвещения, где он играл видную роль) остаются до сих пор не вполне выясненными. С одной стороны, он прослыл пылкой и благородной личностью и удостоился высокой оценки Герцена в статье «Император Александр I и В. Н. Каразин», опубликованной в 1862 году в «Полярной звезде»[5]; украинские историки (он был харьковским помещиком и основателем Харьковского университета) считали его одним из самых передовых деятелей александровской эпохи, особенно в отношении крестьянского вопроса. С другой стороны, еще А. Ф. Воейков в своей сатире «Дом сумасшедших» написал о Каразине[6].

«

Вот в передней раб писатель
Каразин — хамелеон,
Земледел, законодатель…
Взглянем, что марает он?
Песнь свободе, деспотизму,
Брань и лесть властям земным,
Гимн хвалебный атеизму
И акафист всем святым!

»

Это подтвердилось найденными впоследствии архивными материалами: в 1820 году Каразин писал В. П. Кочубею доносы на Пушкина (они повлияли на решение выслать Пушкина из Петербурга) и на других «дворянских вольнодумцев»[7].


Память

Надпись на постаменте памятника Каразину, Харьков: «Главным предметом учреждения университета было у меня благосостояние моей милой страны и полуденнаго края России»
Файл:Меморіальна дошка на честь Каразіна.jpg
Мемориальная доска в Харькове

Примечания

  1. Record #174958091 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Каразин Василий Назарович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=js2013799049
  4. Лазар Георгиев. Българин основава Харковския университет.
  5. Герцен, А. И. Император Александр I и В. Н. Каразин. — СПб.: Типография Ю. Н. Эрлих, 1906. — 58 с.
  6. Воейков, А. Ф. Дом сумасшедших : Сатира [в стихах]. — Берлин: F. Schneider, 1858.
  7. В. Базанов. Вольное общество любителей российской словесности. Петрозаводск, 1949, стр. 162—217
  8. В городе Харькове названа улица в честь В. Н. Каразина

Литература

Ссылки

Ҡалып:ВП-порталы