Йомағолов Харис Йомағол улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
19 юл: 19 юл:


{{фамилиялаш|Йомағолов}}
{{фамилиялаш|Йомағолов}}
'''Харис Йомағол улы Йомағолов''' ([[3 ғинуар]] [[1891]] — [[2 ноябрь]] [[1937]]) — партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б) ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
'''Йомағолов Харис Йомағол улы''' ([[3 ғинуар]] [[1891]] — [[2 ноябрь]] [[1937]]) — партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б) ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.


== Биография ==
== Биография ==
1891 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 22.12.1890) [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙенең (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]]нең [[Оло Чернигов районы]]) [[Хәсән (Һамар өлкәһе)|Хәсән]] ауылында донъяға килә.<ref>[http://www.uchbash.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=168:2010-12-15-10-03-42&catid=46:2010-08-04-18-30-56&Itemid=64 Башҡортостандың революцион хөкүмәте етәксеһе]</ref>
Харис Йомағол улы Йомағолов 1891 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 22.12.1890) [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙенең (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]]нең [[Оло Чернигов районы]]) [[Хәсән (Һамар өлкәһе)|Хәсән]] ауылында донъяға килә.<ref>[http://www.uchbash.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=168:2010-12-15-10-03-42&catid=46:2010-08-04-18-30-56&Itemid=64 Башҡортостандың революцион хөкүмәте етәксеһе]</ref>


1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, [[Мәскәү]]гә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.
1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, [[Мәскәү]]гә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.

05:01, 30 декабрь 2020 өлгөһө

Йомағолов Харис Йомағол улы
Харис Йомағол улы Йомағолов
Флаг
Флаг
Башревком рәйесе, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретаре, Башҡорт милли партияһы председателе
 
Тыуған: 22 декабрь 1890 (3 ғинуар 1891)({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе, Имәләй улусы, Хәсән ауылы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы)
Үлгән: 2 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (46 йәш)
РСФСР, Мәскәү
Партия: РКП(б) (1917—1920), ВКП(б)(1931—1935) ағзаһы

Йомағолов Харис Йомағол улы (3 ғинуар 1891 — 2 ноябрь 1937) — партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б) ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биография

Харис Йомағол улы Йомағолов 1891 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 22.12.1890) Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында донъяға килә.[1]

1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, Мәскәүгә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.

1917 йылдың ғинуары­нда хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамла­п, прапорщик дәрәжәһе ала. «Полуротный» командир булып хеҙмәт итә.[2] 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң, большевиктар партияһына инә һәм революцион хәрәкәткә ылығып китә. 1917 йылдың йәйендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында милли хәрәкәттең етәкселек органы — Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Һамар губернаһы башҡорттары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында 15 ноябрҙә иғлан ителгән Башҡортостан автономияһының юғары закон­дар сығарыу органы — Кесе ҡорол­тай (предпарламент) составына индерелә.

1918 йылда Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡазанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй.

1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Солтанғәлиевтың урынбаҫары булып үрләтелә. 1919 йылдың майынан Башҡорт Совет автономияһының хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-Революцион Комитетының рәйесе була. Ғинуар низағы барышында вазифаһынан бушатыла.

1920 йылдың 17 майындағы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Баш­ҡортостандан сығып китә һәм Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана. Әммә Төркөстандағы көрәш уңыш­һыҙлыҡҡа осрағас, Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.

1921 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетының аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса уполномоченныйы вазифаһын башҡара.

1922 йылдан ВЦИК Президиумы янындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй.

1926 йылда Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаевтың тәҡдиме менән Башҡортостандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алына, экономист-консультант вазифаһын башҡара.

30-сы йылдарҙа Х. Йомағолов СССР-ҙың Иген һәм малсылыҡ совхоздар комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештереүсе совхоздары идаралығының иҫәп һәм статиска бүлеге начальнигы булып эшләй.

1935 йылда партиянан сығарыла.

1937 йылдың 27 июлендә, советтарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. 1937 йылдың 2 ноябрендә СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла.

1956 йылдың 10 октябрендә реабилитациялана.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар