Чумаков Фёдор Федотович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чумаков Фёдор Федотович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1729
Тыуған урыны Уральск, Рәсәй империяһы
Вафат булған урыны Пярну[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Хәрби звание генерал-фельдцейхмейстер[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы, Осада Оренбурга[d], Бой у Татищевой[d], Бой за Казань (1774)[d] һәм Бой у Солениковой ватаги[d]

Федор Федотович Чумаков (1729 йыл — 1786 йылдан һуң) — Яйыҡ казагы, Пугачев полковнигы, баш күтәреүселәр артиллерияһы командующийы. Пугачевтың Йәшерен думаһына инә, унан «граф Орлов» титулын ала. Үҙҙәрен ярлыҡау хаҡына Пугачевты хөкүмәткә тоттороусы юғары казак ҡатламы вәкилдәренең береһе.

Чумаков Пугачев ихтилалына баштан уҡ, 1773 йылдың сентябрендә, баш күтәреүселәр Яйыҡ ҡаласығында күренеү менән ҡушыла, һуңынан Яйыҡ ғәскәре составында сик буйы һыҙатындағы барлыҡ ҡәлғәләрҙе алыуҙа, артабан Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша. Артиллерия командующийы итеп тәғәйенләнә. Пугачевт яҡын даирәһенә инә[1].

1774 йыл>дың мартында Татищев ҡәлғәһе эргәһендә баш күтәреүселәр ҡыйратылғандан һуң, Пугачев менән бергә Көньяҡ Уралға ҡаса, унан армияны тау заводы эшселәре, яңы ҡорал менән тулыландырып, Пугачев Урал, Башҡортостан һәм Волга буйлап ҡасыу-походын дауам итә.

1774 йылдың август айында ихтилалдың еңелеүе бәхәсһеҙ була. Һәр яңы губернала меңдәрсә крепостной ҡушылыуға ҡарамаҫтан, Пугачев армияһы еңелеү артынан еңелеү кисерә, армия үҙәге булған Яйыҡ казактары дала буйлап тарала, ихтилал терәге — Яйыҡ ҡаласығын Мансуров бригадаһы яулап ала. Ошо шарттарҙа казактарҙың юғары ҡатламы ярлыҡау хаҡына хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыурға һәм ялған батшаны тотоп биреү мөмкинлеге эҙләй башлай. Чумаков, башҡа казак полковниктары — И. Федулев, И. Творогов һәм башҡалар менән бергә, Пугачевты тотоу һәм властарға тапшырыу маҡсаты менән заговор ҡора.

25 августа Ҡара Яр эргәһендәге Солеников ватагаһы алышында Чумаков ғәмәлдә Михельсонға бөтә артиллерияны тапшыра. Был ихтилалсыларҙың бары тик хәрби сәнғәттә тәжрибәһе булмауы эҙемтәһе булыуы ла ихтимал. Пугацевсыларҙың ҡалғандары 1772 йылғы ихтилалда бер тапҡыр еңелеү кисергән Волга һәм Урал йылғалары араһына юллана.

Был ваҡытта Пугачев үҙе яҡлыларҙы юғалтып бөтә, Чика-Зарубин Өфө янында әсиргә алына, Шигаев, Толкачев, Каргин яҙын әсирлеккә эләгә, Овчинников 25 августа һуғышта һәләк була. Ошо мәлдән, казактарҙәң кисеүҙе сыҡҡанда эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасыу еңелерәк булһын өсөн ваҡ төркөмдәргә бүленеүенән файҙаланып, фетнәселәр 1774 йылдың 8 (19) сентябрендә Оло Үҙән йылғаһы эргәһендә Пугачевты бәйләй. 11 сентябрҙә иртән Творогов менән Чумаков Яйыҡ ҡаласығына килеп, Пугачевты властарға тапшырырға әҙер булыуҙарын белдерә. Шул уҡ көндө уларҙан Яйыҡ йәшерен комиссияһы тарафынан һорау алына, ә 15 сентябргә ҡарай төндә комиссияға Пугачевты алып киләләр.

1774 йылдың ноябрендә Чумаковты һаҡ аҫтында Мәскәүгә оҙаталар, унда Пугачевҡа һәм уның арҡалаштарына «генераль» тәфтиш тикшереүе үткәрәләр һәм улар өҫтөнән суд процесы башлана. 1775 йылдың 9 ғинуарындағы ҡарарға ярашлы Чумаков Лифляндия губернаһына ғүмерлек һөргөнгә хөкөм ителгән туғыҙ казак араһында була. Чумаков Пернов ҡалаһында(хәҙерге Пярну, Эстония) 1786 йылдан һуң вафат була (документта һуңғы тапҡыр телгә алына), аныҡ датаһы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Александер Дж.Т. Емельян Пугачёв и крестьянское восстание на окраине России в 1773—1775 гг. — Уфа: ИП Галиуллин Д. А., 2011. — С. 62. — 164 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-905269-03-5.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]