Машкин Фёдор Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Машкин Фёдор Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Шестопаловка, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d], XXVII съезд КПСС[d] һәм XXVI съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Машкин Фёдор Иванович (19 февраль 1930 йыл — 6 март 2002 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы-ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фёдор Иванович Машкин 1930 йылдың 19 февралендә БАССР-ҙың Дәүләкән районы Шестопаловка ауылында тыуған. 1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Эш урындары: 1953−1965 йылдарҙа — БАССР Ауыл хужалығы министрлығының өлкән зоотехнигы, ВЛКСМ өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС өлкә комитеты инструкторы, КПСС өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, Стәрлетамаҡ колхоз-совхоз идаралығы етәксеһе; 1965—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары.

Стәрлетамаҡ районының Петровка һайлау округынан ете саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.

Машкиндың район алдындағы ҡаҙаныштары райондың почётлы гражданы исеме менән билдәләнә. Федор Иванович 2002 йылдың 6 мартында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Бюст Машкина Ф. И. (Стерлитамак).jpg
Жуков исемендәге паркта (Стәрлетамаҡ) Ф. И. Машкиндың бюсы