Мағазова Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мағазова Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Байкал аръяғы өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө бейеүсе

Мағазова Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы (5 май 1916 йыл — 10 май 1998 йыл) —бейеүсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы Мағазова 1916 йылдың 5 майында Рәсәй империяһы Иркутск генерал-губернаторлығының Байкал аръяғы өлкәһендә Шелебенгуй ҡасабаһында (хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Байкал аръяғы крайының Шелебенгуй ҡасабаһы), күп балалы (9 бала) Латифа һәм Нурмөхәмәт Мағазовтар ғаиләһендә тыуа. Атаһы шахтер була, гармунда матур уйнай. Һуңыраҡ ғаилә тарихи тыуған еренә — Башҡортостан Республикаһына күсенә[2].

Мәктәп йылдарында Хазина үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша, әммә бер ҡасан да артист булырмын тип уйламай. 1936 йылда Башҡортостан индустриаль техникумын тамамлағас, йүнәлеш буйынса Горький өлкәһенә, Окалағы Павлов ҡалаһына китә, унда «Металлист» заводында эшләй. Хазина Мағазова Мәскәү индустриаль институтына уҡырға инергә хыяллана.

Хазина Өфөгә, комсомол өлкә комитетынан юғары уҡыу йортона инеү өсөн йүнәлтмә алырға ҡайта. Әммә комсомол өлкә комитеты уны Өфө Пионерҙар йортона ебәрә. 1939 йылдан Хазина Мағазованы Ф. Ғәскәров яңы ғына ойошторған халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыралар. Ул үҙе лә көмтәгәндә ансамблдең солисы булып китә. Тикшереп ҡарағанда Фәйзи Ғәскәров Хазинанан ниндәй бейеүҙәрҙе белеүен һорай. Асыҡланыуынса, Хазина хәрәкәттәрҙе еңел генә эләктенреп ала һәм ҡабатлай[3].

Һуңыраҡ Фәйзи Ғәскәров, Хазина Мағазова яҡшы ярҙамсы булды, тип иҫләй. Ул импровизация һәләтенә эйә була, тыумыштан бирелгән зифалыҡ уға айырым һәләт өҫтәй. Тап Хазина Мағазова өсөн Ф. Ғәскәров «Мөғлифә» бейеүен һала, һуңынан ул ут сәсеп торған, һоҡланғыс коллектив «Гөлнәзирә» беейүенә әүерелә. Уны коллектив 1941 йылдың йәй башында, Мәскәүҙә, Баш ҡалала Башҡортостан декадаһы көндәрендә башҡарырға тейеш була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Хазина Мағазова ингән башҡорт концерт бригадаһы, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың хәрби частарында, госпиталдәрҙә, Сталинград фронтында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алдында сығыш яһай.

Ваҡыт үтеү менән һарғайып бөткән рәхмәт һүҙҙәре Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль музейында ҡәҙерләп һаҡлана.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Хазина Мағазова Фәйзи Ғәскәровҡаансамблдең ҡатын-ҡыҙҙар составы менән эшләргә ярҙам итә. 1941 йылға тәғәйенләнгән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы 1955 йылда уҙғарыла. Был ваҡытҡа инде Хазина Мағазованың исеме илдә киң билдәле була. Уның сығышы декаданы биҙәй. Ижады икенсе «Почет билдәһе» ордены менән баһалана.

Төрлө илдәргә гастролдәренән (Вьетнам, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Урал һәм Волга буйы ҡалалары һ. б.) ул яңы — һинд, үзбәк, бүрәт һәм башҡа бик күп бейеүҙәр адып ҡайта.

Ансамблдән китергә ваҡыт еткәс, ул 1956—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында Ишмулла Дилмөхәмәтов бригадаһында эшләй.

«Гөлнәзирә» бейеүе Борай районы йәштәре коллективы башҡарыуында

1970—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй, йыл 1981—1983 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһы мөхәррире[4].

Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы Мағазова — башҡорт бейеүҙәрен профессиональ сәхнәлә беренсе башҡарыусы. Уның исеме менән башҡорт хореографияһында ҡатын-ҡыҙ образдының үҫеше бәйле. Был образдарҙы тамашасы башҡарыу оҫталығының эталон итеп ҡабул итә. Ф. А. Ғәскәров һәм Х. Н. Мағазова тарафынан ижад ителгән бейеүҙәр республиканың бейеү коллективтарының төп репертуары нигеҙен тәшкил итә.

Хазина Мағазованың баҫҡарыу оҫталығы хәрәкәттерҙең урынлылығы, һығылмалылыҡ һәм күрмәлеклек ҡушылған сағыу темпераменты уға «Мөғлифә», «Һыу буйында осрашыу», «Дуҫлыҡ», «Бүләк», «Зарифа», «Гөлнәзирә» һәм башҡа бейеүҙәрҙә онотолмаҫлыҡ ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырырға ярҙам итә. Уның хәрәкәттәре нәзәкәтлелеге һәм тәбиғи еңеллеге менән айырыла.

Төрлө йылдарҙа республиканың үҙешмәкәр бейеү коллективтарын етәкләй, улар мотлаҡ уңышҡа өлгәшә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөтә союз эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1939).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хайруллин Р. Х. Башкирский ансамбль народного танца. Уфа, 1966; Шафиков Г. Г. Жизнь, очарованная танцем. Уфа, 1986.
  • А.Докучаева. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]