Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы Мағазов
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Асҡар ауылы,

Үлгән ваҡыты

1921({{padleft:1921|4|0}})

Вафат урыны

Һамар губернаһы Кинәле ҡалаһында (хәҙерге Һамар өлкәһе) ерләнгән

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан

Хеҙмәт итеү йылдары

Башҡортостан
19171919

Хәрби звание

прапорщик, обер-офицер[1]

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы (? — 1921) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.

Ғимран Мағазовтың туғаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Асҡар (хәҙерге Әлмән районы, Ҡурған өлкәһе) ауылында тыуған.

1918 йылда Башҡорт ғәскәрн ойоштороуҙа ҡатнаша. Июндән алып Башҡорт хәрби шураһында секретарь, июлдән — Өфө губернаһы буйынса вәкил, август айында — Силәбе өйәҙендә, Верхнеурал өйәҙендә һәм Златоуст өйәҙендә башҡорт хәрби көстәрен ойоштороу буйынса махсус вәкил.

1919 йылдың 16 февраленән Тамьян-Ҡатай кантонында Башҡорт ғәскәре штабының махсус вәкиле, 22 февраленән — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты ағзаһы, Башревкомдың агитация-информация бүлеге мөдире, АСБР ғәскәрҙәренең сәйәси идаралығы начальнигы.

1920 йылдың июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты менән РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡас, ризаһыҙлыҡ йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары менән бергә вазифаһын ҡалдырып, Ф. М.Сөләймәнов, Н. Т. Таһиров һәм башҡалар менән Урта Азияға сығып китә. 1921 йылда Асығыусыларға ярҙам комиссияһы делегацияһы составында була.

1921 йылда вафат була, Һамар губернаһы Кинель ҡалаһында ерләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Валиди Тоган З. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман‑тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. В 2 кн. Кн.1. Уфа, 1994.
  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.): Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.): Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с. — С. 191.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]