Эстәлеккә күсергә

Маҡам (изге урын)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маҡам
 Маҡам Викимилектә
Имам 'Али маҡамы 1930-сы йылдарҙа, хәҙер Азор синагогаһы.

Маҡам (ғәр. ‏مقام‎, транслит. maqām; күп.с.: ғәр. ‏مقاماتтранслит. maqāmāt; рус. Макам (святыня)) — мосолмандарҙың изге кәшәнәһе; ҡағиҙә булараҡ, көмбәҙ менән осланған ҙур булмаған куб формаһындағы ерләү ҡоролмаһы.

Ғәрәпсә «туҡталҡа, туҡталыу урыны» тигәнде аңлата. Изге кәшәнәнең бындай атамаһы башлыса Сүриәлә һәм Фәләстиндә ҡулланыла. XIX быуат европа сәйәхәтселәренең әҫәрҙәрендә mukam формаһында осрай. Параллель рәүештә вәли (ғәр. ويلي‎ — «изге урын»; ҡар.: әүлиә), мазар, мәшһәд атамалары ҡулланыла.

Куб рәүешле булыуҙарына бәйле был ҡоролмалар шулай уҡ kubbeh, kubbi, qubba тип тә атала. Миҫал итеп мосолмандарҙың төп изге урыны — Мәккәләге Ҡәғбә атамаһын килтерергә мөмкин. Төрки телле мосолман илдәрендә оҡшаш кәшәнәләр төрбә, дөрбә, ғәзиз; иран телле илдәрҙә — дарга атамалары менән билдәле.

Дахла оазисында шәйех Ғәбд Даим маҡамы (Мысыр)

.

Ҡоролошо һәм тәғәйенләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡамдың иң киң таралған төрө — көмбәҙле бер камералы квадрат бина, уның уртаһында таш ҡоролма — кенотаф урынлаштырыла[1], әүлиәнең кәүҙәһе үҙе шул уҡ урында иҙән кимәленән түбән ерләнелә. Мәккәгә йүнәлтелгән маҡамдың көньяҡ диуарында, ғәҙәттә, йыш ҡына яҙыуҙар һәм үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән ҙур булмаған миһраб. Камераға инеү урыны йыш ҡына төньяҡ стенала урынлашҡан. Башҡа көмбәҙле стеналарҙа ҙур булмаған тәҙрәләр яһала.

Иң билдәле фәләстин маҡамдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда Фәләстин биләмәһендә 800 самаһы маҡам булған, уларҙың 300-ө генә һаҡланып ҡалған, яртыһы — Израиль биләмәһендә, икенсе яртыһы Фәләстин Автономияһы сиктәрендә урынлашҡан. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Фәләстинмаҡамдарының дөйөм иҫәбе — 184, шуларҙың 70-е генә Израиль сиге эсендә[2].

Ғосман империяһында маҡам. Конрад Грюненбергтың Иерусалимға сәйәхәте тураһындағы яҙмаһынан һүрәт (1487)
Һүрәте Атамаһы Урынлашыуы Координаты Хәҙерге торошо
‘Абд ән-Нәби Тель-Авив 32°05′15″ с. ш. 34°46′11″ в. д.HGЯO
Маҡам әл-Хидр Шломи 33°04′41″ с. ш. 35°08′36″ в. д.HGЯO Емерелеп бара
Мүғаҙ ибн Жәбәл

(шәйех Мүғәллә)
Латрун 31°50′08″ с. ш. 34°59′30″ в. д.HGЯO Реставрация үткәрелгән
Апостол Павел Бейт-Шемеш 31°42′51″ с. ш. 34°58′51″ в. д.HGЯO Емерелеп бара
Нәби Кифль Тират-Йехуда 32°00′25″ с. ш. 34°55′35″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Нәби Шитт Асерет 31°49′28″ с. ш. 34°44′54″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Хәсән әр-Рай Нәби Муса 31°46′51″ с. ш. 35°25′29″ в. д.HGЯO
Шәйех Ғабдуллаһ Бейт-Эль 31°56′57″ с. ш. 35°13′55″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех ‘Абдаллах әс-Сахили Нешер 32°46′18″ с. ш. 35°02′33″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех Абу ‘Атаби Аль-Маншия, Акко 32°56′15″ с. ш. 35°05′30″ в. д.HGЯO Торлаҡ йорт
Шәйех Абу Газаля Но’ам 31°34′04″ с. ш. 34°46′47″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех Абу Шуша Мигдаль (местный совет) 32°51′13″ с. ш. 35°30′26″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех ‘Авад Ашкелон 31°41′15″ с. ш. 34°33′47″ в. д.HGЯO Ғосман империяһында төҙөлгән
Шәйех ‘Али әд-Давайими Амация 31°32′09″ с. ш. 34°53′13″ в. д.HGЯO Ғәббәсиҙәр осоронда нигеҙләнгән
Шәйех ‘Амир Джеба‘ 32°39′17″ с. ш. 34°57′46″ в. д.HGЯO Реставрация үткәрелгән
Шәйех Ахмад әл-Хубани 31°43′31″ с. ш. 35°04′49″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех Бараз әд-Дин

(шәйех әс-Садик)
Мигдәл-Цедек 32°05′00″ с. ш. 35°19′40″ в. д.HGЯO Реставрация үткәрелгән
Шәйех Билал Элон-Море 32°14′32″ с. ш. 35°19′40″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех Бурейк (‘Абрейк) Кирьят-Тивон 32°42′03″ с. ш. 35°07′43″ в. д.HGЯO
Шәйех Ғәним Гризим 32°12′05″ с. ш. 35°16′26″ в. д.HGЯO Реставрация үткәрелгән
Шәйех әл-Катанани Холон (город) 32°01′16″ с. ш. 34°48′17″ в. д.HGЯO Реставрация үткәрелгән
Шәйех Марзук Голанские высоты 33°03′01″ с. ш. 35°42′01″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех әс-Салихи 31°40′58″ с. ш. 34°57′59″ в. д.HGЯO Ташлап ҡуйылған объект
Шәйех ‘Ушейш Дейр Наххас 31°36′39″ с. ш. 34°56′00″ в. д.HGЯO
  1. McCown C. C. Muslim Shrines in Palestine. — The Annual of the American School of Oriental Research in Jerusalem. Vol. 2/3, 1921/1922. P. 50.
  2. Frantzman S. J. and Bar D. Mapping Muslim Sacred Tombs in Palestine During the Mandate Period // «Levant», 2013, Vol. 45, No 1. P. 109—110.