Маҡар ауыл советы (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маҡар ауыл советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Маҡар ауылы[1]
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Халыҡ һаны 1388 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Урынлашыу картаһы
Рәсми сайт makarovo.org
Карта
 Маҡар ауыл советы Викимилектә

Маҡар ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы ауыл биләмәһе[3].

Хакимиәт үҙәге — Маҡар ауылы.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
1515151916331601155915171432


Ауыл биләмәһенең составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АуылТөрөХалҡы
1 Макарово село, административный центр 1019[5]
2 Исякаево деревня 251[5]
3 Зигановка село 139[5]
4 Ибраево деревня 134[5]
5 Саргаево деревня 64[5]
6 Подгорный деревня 26[5]


Элек ауыл советы составына Ҡазарма (1988 йылда бөтөрөлгән) һәм Ҡуҡрауыҡ утарҙары (1991 йылда бөтөрөлгән) ингән.

Урындағы үҙидара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл советы хакимиәте

Адресы: 453232, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Маҡар ауылы, Үҙәк урамы, 28

Хакимиәт башлыҡтары
  • Рәхимов Әмир Фәттәхетдин улы (1996—2015)
  • Мөхъйәнов Ильнур Илдар улы 2015 йылдан

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маҡар урта белем биреү мәктәбе
  • Иҫәкәй төп белем биреү мәктәбе
  • Маҡар участка дауаханаһы
  • Иҫәкәй фельдшар-акушер пункты
  • Маҡар ауыл китапханаһы
  • Иҫәкәй китапханаһы
  • Ә. Мөхәмәтҡолов исемендәге музей
  • Элемтә бүлексәһе
  • Маҡар ауыл Мәҙәниәт йорто
  • Иҫәкәй ауыл клубы
  • Һарғай ауыл клубы

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәхси эшҡыуар «Солтанбаев С. А.» — 32 га майҙанды ҡуртымға алған; «Дуҫлыҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы (Вәлитов Ф. М.) — 42 га; «Фонтан» КФХ-һы (Айытбаев Ф. А.) — 21 га; Корюгин А. И. — 69 га; «Рәхимов А. А» КФХ-һы — 25 га; «Лоҡманов Н. Н.» КФХ-һы — 25 га; шәхси эшҡыуар «Солтанбаев К. А.» — 10 га; Ғәббәсов Х. М. — 11,9 га майҙанды ҡуртымға алған.
  • Ауыл биләмәһендә 17 эшҡыуар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шәхси пилорамдар эшләй: Маҡар ауылында — 5, Иҫәкәй ауылында — 1, Һарғайҙа — 1.
  • Шәхси эшҡыуарҙар халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә — Ибрай, Зигановка, Подгорный ауылдарында дөйөм майҙаны 310 м² булған 9 сауҙа нөктәһендә[10].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе. Бында, Ағиҙел үҙәненән һуң, тайга һәм тауҙар башлана.
  • Мәмерйәләр, йылғалар күп, бер нисә шарлауыҡ бар. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре ҙур майҙанды алып тора. Ҡара: Список охраняемых природных территорий Ишимбайского района.

Йәшәү шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013 йылдың 1 мартына Маҡар ауыл советы буйынса торлаҡ фонды 34244 м² тәшкил итә.
  • Маҡар ауылында — һыу үткәргес, шишмәләр, ихаталарҙа бырауланған һыу алыу скважиналары бар. Һыу үткәргесте «Жилкомсервис» ЯСЙ-һы хеҙмәтләндерә. Быйыл тағы 200 метр һыу үткәргес һалынды, 25 йорт үҙәк һыу үткәргесенә тоташтырылды. 3,2 тыс. метр оҙонлоғондағы һыу үткәргестең хужаһы юҡ.
  • Башҡа ауылдарҙа халыҡ һыуҙы шәхси ҡоҙоҡтарҙан, шишмәләрҙән ала.
  • 2012 йылда 7 йорт газ үткәргескә тоташтырылды. Ауылдағы 357 йорттоң 164-енә газ үткән — газ үткәргес һалынған урамдарҙағы йорттарҙың 46 процентын тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта «Үҙәк, Йылға, Тау, Урал, Йәштәр урамдарына газ үткәреү буйынса проект-смета документтарының» смета хаҡы эшкәртелә һәм уның дөрөҫлөгөнә экспертиза үткәрелә.

Күренекле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихта эҙҙәрен ҡалдырған шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—1918) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918 й.);
  • Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы (1825-?) −8-се башҡорт контоны начальнигы ярҙамсыһы (1851—1852), 3-сө дәрәжә Изге Анна (1853), 3-сө дәрәжә Святослав (1856) ордендары менән бүләкләнгән;
  • Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (1888—1922) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт совнпархозы рәйесе (1919—1920;
  • Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы (1895—1841) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр,Башҡорт ғәскәренең баш интенданты (1919).

Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вәлиев Камил Абдрахман улы (Маҡар ауыл советы биләмәһендә тыуған) — физик, фәндәр докторы, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе Сараның улы, Маҡар ауылынан;
  • Әнисә Таһирова (15.12.1941), шағир, тәржемәсе, журналист. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011). Маҡар ауылынан.
  • Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы (Сәсәниә) (1850 й.) — шағирә, бер нисә китап авторы, Маҡар ауылынан;
  • Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы — ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитенының беренсе секретары (1967-се йылдар), ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитеты хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры, Маҡар ауылынан;
  • Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (3.03.1958) — урмансылыҡ белгесе, дәүләт эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Ҡалыу-Айыры ауылынан[11].
  • Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938 й.) — йырсы, композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998 й), Маҡар ауылынан;
  • Нагаева Шәмисә — йырсы, вокал уҡытыусыһы, Маҡар ауылынан;
  • Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (1955 й.) — юридик фәндәр докторы (2005), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), полиция генерал-майоры (2004), Өфө юридик институты начальнигы (1990й.), Иҫәкәй ауылынан;
  • Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы — шағирә, педагог, Иҫәкәй ауылынан;
  • Фәүзиә Алтынбаева (Алтынбикә) — шағирә;
  • Солтанов Радик Ирек улы — Компания «РИА» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Мәрйәм Солтанованың улы, меценат.
  • Владимир Николаевич Стариков — совет, Рәсәй физигы, физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990), действительный член Нью-Йорк фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Зигановка ауылынан;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  10. http://sovet.ishimbaimr.ru/files/Reshenia_soveta/25.04.13/Комплексная_программа_СЭР_на_2013-2015гг_скорректированная.doc 2016 йыл 9 март архивланған.
  11. Набиуллин Ражап Байгундович — биография/ «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)