Маҡар урта мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Маҡар урта мәктәбе
Нигеҙләнгән

1872

Директор

Хисмәтуллина Гөлнара Римовна

Адрес

Башҡортостан, Ишембай районы, Маҡар ауылы, Үҙәк урам, 58.

Ишембай районы Маҡар урта мәктәбе, тулы исеме Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Маҡар урта мәктәбе — Башҡортостандың иң боронғо мәктәптәренең береһе. 1872 йылдан алып эшләй.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тренажёр залы, Уҡыу оҫтаханаһы, уҡытыу-тәжрибә участкаһы, автомашина, гараж бар.

1998 йылдан алып мәктәп базаһында Ишембай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй.

Йыл һайын шашка буйынса бөтә Рәсәй «Тау һауаһы» ярыштары үтеп тора.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1872 йылда Маҡар урыҫ-башҡорт училищеһе булараҡ асыла. Өфө губернаторының Ырымбур генерал-губернаторы адресына 1875 йылдың 10 апрелендә яҙған хатынан күренеүенсә,Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар улусы Маҡар ауылында 1872 йылдың 5 мартында асыла.

Мәктәп бинаһы 1871 йылда Маҡар ауылы кешеләре — генерал-майор Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы , уның ағаһы Ғүмәр, ауыл байы Әбделмәжит Ҡотлоюлов тарафынан төҙөлә. 1872 йылда Маҡар мәктәбендә 20 малай урыҫ грамотаһын, әҙәбиәт, яҙыу, иҫәп-хисап, арифметиканың беренсе ҡағиҙәләре, география, тарих фәндәрен өйрәнәләр, дин дәрестәре инә. 1886 йылда уҡыусылар — 21 малай, шуларҙың һигеҙе — православие динендәге, ун өсө — мосолман. 1895 йылда — 55 малай һәм 3 ҡыҙ, урыҫтар — 23, башҡорттар — 33, татарҙар — 2.

1918—1934 йылдарҙа — I баҫҡыс Совет Берҙәм Хеҙмәт мәктәбе. Уҡыусылар һаны арта, элекке 3 уҡыу класы урынына 4 класс булып китә. 1920—1921 уҡыу йылында 68 малай һәм ҡыҙ иҫәпләнә.

1924—1925 уҡыу йылында республика әһәмиәтендәге II баҫҡыс мәктәп асыла һәм унда Маҡар ауылы, шулай уҡ Мәләүез, Йомағужа, Ғафури, Стәрлебаш, Белорет райондары ауылдарының балалары уҡый.

1925—1930 йылдар отчеты буйынса Маҡарҙа 3 уҡыу йорто һанала:

1. I баҫҡыс мәктәп — урыҫ-башҡорт училищеһенә алмашҡа килеүсе.

2. II баҫҡыс мәктәп.

3. Уҡыу корпусы, йыһазландырылған оҫтаханалары булған ФЗО мәктәп, 1926 йылдан эшләй.

1930 йылда II баҫҡыс Маҡар мәктәбе Маҡар колхозсы йәштәр мәктәбе (ШКМ) итеп үҙгәртелә, уның иң яҡшы уҡыусылары Стәрлетамаҡ педтехникумының әҙерлек төркөмөнә урынлаштырылалар. 1934 йылдың 15 ғинуарында I баҫҡыс Маҡар мәктәбе менән Маҡар колхозсы йәштәр мәктәбе бер мәктәпкә — Маҡар тулы булмаған урта мәктәбенә берләшә. Мәктәптә ун уҡытыусы эшләй, директоры З. Усманов (1934—1940). Мәктәп бинаһы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә була, дөйөм ятаҡ, химия һәм физика уҡыу кабинеттары, библиотека, ашхана, склад бинаһы, аттары, сәсеү майҙаны була.

1936—1937 йылдарҙа Маҡар мәктәбе Маҡар районында беренсе һәм берҙән-бер урта мәктәп була. 1939 йылда — урта мәктәптең беренсе сығарылышы (20 уҡыусы, бөтәһе лә уҡытыусы һәм инженер булып китәләр). Уҡытыусылар һаны 11, уҡыусылар 247.

1970 йылда мәктәп яңы ике этажлы типовой бинаға күсә.

1985 йылға тиклем күрше ауылдарҙан килгән уҡыусылар өсөн интернат (II баҫҡыс Маҡар мәктәбенең «вариҫы») эшләп килә, мәктәп ике сменала эшләй. 2006 йылда мәктәпкә капитал ремонт яһала, бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә газ үткәрелә.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша осоронда тамамлаусыларҙың дөйөм һаны — өс йөҙ самаһы, шулар араһында Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1925—1930 йылдарҙа БАССР Совнаркомы председателе), Әмир, Гәрәй һәм Мөхтәр Ҡарамышевтар, Зәки Вәлиди, А. Йомағузин (Башҡорт республика нәшриәтендә тәржемәсе), Л. А. Ҡарамышев (ике тапҡыр «РФ мәғәриф отличнигы» исеме алыусы), Ғәлимйән Ҡарамышев — Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы һ.б.

1928—1930 йылдарҙа I баҫҡыс мәктәп менән ҡушылған II баҫҡыс Маҡар мәктәбен тамамлаусылар араһында: (Советтәр Союзы Геройы) Үтәғолов Зөбәй Тәхфәт улы [1], (профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре) Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы , Әмиров А. Ш. (уҡытыусы, Әрмет дөйөм урта белем биреү мәктәбе директоры (дөйөм директор булып эшләү стажы — 23 йыл), Әхмәтйәнова А. А. (РБ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы). 2014 йылға тиклем мәктәпте яҡынса 4300 кеше тамамлай. Сығарылыш уҡыусылары араһында Вафа Исхак улы Әхмәҙиев, Ә. С. Бәхтийәров,Вәлиев Камил Абдрахман улы ,Вилданов Әхәт Ханнан улы , З. Г. Ғәбиҙуллин, Зарипов Нур Талип улы , Ғәлимйән Ҡарамышев, Г. Кәлимуллина, Ф. Ғ. Мурҙаҡаев,Мусин Ноғман Сөләймән улы ,Насиров Шакир Ғиниәт улы , Р. Х. Ниғмәтуллин, Э.Й. Сәсәнбаева (Сәсәниә) ,Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы , В. М. Тимербулатов; бында шулай уҡ А. А. Вәлидов һ.б. уҡынылар.

Профессорҙар — 5, фән кандидаттары — 26, РБ һәм РФ атҡаҙанған эшмәкәрҙәре — 21.

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡытыусылары — әүҙем үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ҡатнашыусылары, район-ҡала саралар призерҙары.

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы һ.б.эшмәкәрлеге мәктәп менән бәйле

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волейбол, баскетбол, көрәш секциялары,, шашка һәм спорт ориентация алыу түңәрәктәре эшләй.

Шашисты Маҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе шашкасылары — 1984 йылдан алып йыл һайын республика беренселеге призерҙары, Казахстанда, Самарала, Мәскәүҙә, Петербургта, Ижевскта, Адлерҙа үткән Бөтә Рәсәй ярыштары ҡатнашсылары. Йыл һайын урыҫ шашкаһы буйынса Бөтә Рәсәй «Тау һауаһы» ярышы үткәрелә. Шашка буйынса 15 КМС әҙерләнгән..

Туристик слеттар, походтар, экологик походтар үтә.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 1998 йылдан алып Ишембай ҡалаһының Музыка мәктәбе филиалы эшләй. Балаларҙың өлгөлө вокаль ансамбле «Селтербей» — район һәм республика конкурстары лауреаты.

Мәктәп музейы

Музейҙың йүнәлештәре: тыуған яҡты өйрәнеү һәм этнография. Музей материалдарын йыйыуҙың төп критерийҙәре: төп нөсхә булыуы, иҫтәлектең уникаллеге, музейҙың йүнәлешенә тап килеүе, музей материалдарын уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланыу мөмкинлеге. Мәктәптең тарихы яҙып барыла:

— мәктәп тарихы буйынса архив материалдар, мәктәпте тамамлаусылар альбомдары;

— мәктәп уҡытыусылары тураһында альбомдар;

— «Мәктәп директорҙары», «Мәктәп медалистары» тематик стендтары;

— Турслеттар буйынса альбомдар;

— «Беҙҙең уҡыусылар — мәктәп ғорурлығы» стенды.

Өҫтәмә белем биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыусылар «Информатика», «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Башҡорт фольклоры» түңәрәктәрендә өҫтәмә белем алалар.

1967 йылдан алып республика конкурстары һәм слеттарында призлы урындар алыусы мәктәп урмансылығы эшләй.

1992 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып барыла.

1992 йылдан алып башланғыс кластарҙа үҫтереүсе уҡытыу методикаһы индерелгән.

«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы менән берлектә «Мәктәпкәсә белем биреү һәм мәктәптең башланғыс звеноһы араһында күсәгилешлелек» программаһы эшләй..

Башҡа факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1,5 гектарлыҡ мәктәп яны участкаһы ашхананы йыл буйына емеш-еләк һәм йәшелсә менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Фән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың 7 февралендә Маҡар мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары «Заманса туған тел дәреслектәре ФГОС НОО талаптарын тормошҡа ашырыу механизмы» Бөтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһында ҡатнаштылар. Конференция материалдары буйынса йыйынтыҡ баҫып сығарылды, был йыйынтыҡҡа Маҡар мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары мәҡәләләре лә ингән: Әхмәҙиева Г. Ф. «„Башҡорт фольклоры“ түңәрәге — балаларҙы тәрбиәләүҙә рухи сығанаҡ», Аҙнабаева М. А. «Тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын туған телде өйрәнеүҙә ҡулланыу», Ғәлиуллина Г. М. «туған телде өйрәнеүҙә уйындың роле», Мәҡсүтова Ф. Т. «туған телде өйрәнеү дәрестәрендә башланғыс класс уҡыусыларының ижади һәләттәрен үҫтереү»[2]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Рәсәйҙең йыл мәктәбе-99», Приоритетлы Милли Проект «Образование» (2007) конкурстарында еңеүсе.

Һәйкәлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәп территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск (1985), бинала — Й. Ғ. Кейекбаев һәм З. Т. Утәғолов хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйылған (1997).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Макаровская средняя школа//Башкирская энциклопедия. Уфа: науч. изд-во «Башкирская энциклопедия», 2008. Т.4 Л-О. С.93

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]