Маҡар (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Макарово
башҡ. Маҡар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

Маҡар

Координаталар

53°38′39″ с. ш. 56°36′47″ в. д.HGЯO

Халҡы

1019[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

маҡарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453232

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 850 001

ОКТМО коды

80 631 450 101

ГКГН номеры

0524048

Рәсми сайт

vk.com/makarovorb

Макарово (Рәсәй)
Макарово
Макарово
Маҡар (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Макарово

Маҡар (рус. Макарово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1019 кеше булған[2]. Почта индексы — 453232, ОКАТО коды — 80231850001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алыҫлығы:[3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡар ауылы XVII быуат аҙағынан — XVIII быуат башынан билдәле. Ауылдың исеме Маҡар антропонимынан килеп сыҡҡан тип раҫлаусылар бар.[4] Билдәле ғалим Ғ.Бохарова был атаманы фин-уғыр телдәрендә, ҡайһы бер төрки телдәрҙәге «бөкөрө», «таулы», «ҡабарып торған ер» мәғәнәһендәге һүҙҙәргә бәйләй, сөнки ауыл тауҙар араһында урынлашҡан. Мәҫәлән, макар (сыуаш т.)- «бугорок»[5]. Сағыштырыу өсөн- Мағаш тауы («бейек»).

1735 йылда «Өфө өйәҙе башҡорттарын улустар буйынса бүлеү исемлегендә» Юрматы улусының түбәләре һанап кителә, улар араһында Маҡар түбәһе лә була. Ауылдың исеме этнонимға әүерелә, Юрматы улусы түбәһенең ата-бабалар подразделениеһы атамаһы, Ҡармыш түбәһе Маҡар тип атала[6]

XVIII быуат аҙағында Маҡарҙа 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, 5 типтәр, 1836 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы иҫәпләнә.

Халыҡ араһында 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары, Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 12-се башҡорт полкының элекке һалдаттары — Ураҙай Юҙлыбаев, Бикмөхәмәт Иҙелбеков була. XVIII быуат аҙағында Һикәҙе йылғаһы эргәһендәге Маҡар ауылында 35 йортта 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, бер ихатала 5 типтәр йәшәгән. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ була. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. 1834 йылда ауыл халҡында 379 ат, 486 һыйыр, 290 һарыҡ, 260 кәзә һаналған. Уларҙың 500 умартаһы һәм 5 солоғо булған 1843 йылда 576 бот көҙгө ашлыҡ һәм 496 бот яҙғы ашлыҡ сәселә[7]. Ул ваҡытта ауылда бер һыу тирмәне һәм тимерлек була, 1920 йылда инде ике тирмән була. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы күрһәткән. Был осорҙа Маҡар шул уҡ исемле улустың үҙәге булып торған. Маҡар районының (Ишембай районы тип үҙгәртелә) элекке район үҙәге.

Ауылдың бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡар ауыл Советының үҙәге. Ауылда меңгә яҡын кеше йәшәй, 465 йорт бар. Маҡар урман эсендә, төпкөлдә ултырһа ла, бик заманса ауыл. Электр, һыу, газ кеүек заман уңайлыҡтары әүәлдән тормошҡа ашырылған. Ауылда урта мәктәп бар. Маҡар урта мәктәбе 1872 йылда Ишембай районында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла. 1936 йылдан хәҙерге исемен һәм статусын ала. Мәктәп базаһында Ишембай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй (1998 йылдан алып). Мәктәп территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға — обелиск (1985), бинаһына уны тамамлаған Ж. Ғ. Кейекбаев һәм З. Т. Үтәғолов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ (1997) ҡуйылған[8]. Ауылда А. Б. Мөхәмәтҡолов музейы бар. Ҙур мәҙәниәт йорто, дауалау амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, моделле китапхана, спорт залы, почта, балалар майҙансығы, магазиндар, кафелар бар[9].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[10]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Ташкент урамы (рус. улица Ташкентская)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Дауахана урамы (рус. улица Больничная)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Ауыл эргәһендәге ер-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ауылды Йәнәле, Селтербей тауҙары, Кәлимосҡан ҡаяһы уратып алған. Маҡар янында Ҡаран-Йылға, Кургунтуй, Ҡуҡрауыҡ шарлауыҡтары урынлашҡан. Аллағыуат шишмәһе тотош ауылды тап-таҙа эсәр һыу менән тәьмин итә. Йәнә Шишмә соҡоро, Ҡолоҡ шишмәләре бар. Улар бик тәрәндән урғылып сыға, һыуы таҙа һәм һалҡын, унда ҡондоҙҙар йәшәй, ҡыр өйрәктәре төйәк иткән. Әсебашы ҡойоһонда иһә фтор бик күп. Урындағыларҙың ышанысына ярашлы, ауылдың ошо ҡойоһо яғында йәшәгән кешеләр ғаиләһендә башлыса малайҙар тыуа икән. Был әлеге һыуҙың мөғжизәһе. Ҡойо янында ҡышын да йәшел үлән үҫә, тоҙло һыуы йыл әйләнәһенә туңмай. Ул ашҡаҙан ташынан да дауалай, тиҙәр[9].

Кәлимосҡан ҡаяһында Салауат Юлаев мәмерйәһе.

Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителә. Был мәмерйәлә Салауат Юлаев бер ҡасан да булмаған, был урында «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән.

  • Селтәрлеуртаташ (Селтербиуртаташ) — Һикеяҙ йылғаһының (Егән йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында, ауылдың көнсығышында, «Ишембай» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан.
  • Ҡыҙылташ — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында ауылдан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигы биләмәһенә инә.
  • Һикәҙе — Маҡар ауылы янынан көнбайышҡа табан Ишембай районы буйлап ағып, Егән йылғаһына уның тамағынан 60 км ҡалған ерҙә уң яҡтан барып ҡушыла.
  • Һәүәҙе (урыҫ. Хауазе) — ауылы эргәһендә, Маҡар — Ҡолғона юлында урынлашҡан тау. Туристар өсөн иҫтәлекле урын.
  • Ҡолоҡ — Маҡар ауыл советы биләмәһендәге шишмә, Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.
  • Ҡуҡрауыҡ — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Маҡар ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Һикәҙенең һул яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 12 км.
  • Шемәк— ауылдан 6 км төньяҡ-көнсығыштараҡ Һикәҙе йылғаһының һул яҡ ярындағы тау.
  • Божор — ауыл янындағы тау.
  • Ҡыстырлаҡарҡа— ауыл янындағы тау. [Ереклейылға менән Сауҡайорт (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғалары араһында ята.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 992
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1019 523 496 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге Өфө: Китап, 2002. 256 б. — Б. 145.
  5. [ https://cyberleninka.ru/article/n/finno-ugorskiy-substrat-v-bashkirskoy-toponimii Финно-угорский субстрат в башкирской топонимии. Г.Бухарова]
  6. [Әсфандияров, Әнүәр Зәкир улы|Асфандияров А. З.]] ' История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с.— С.124.
  7. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.124
  8. Маҡар (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. 9,0 9,1 «Мин — Маҡарҙан!» — тип ғорурланып йәшәй улар
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Маҡар ауылы