Мейер Гуггенхайм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мейер Гуггенхайм
Meyer Guggenheim
Meyer Guggenheim.jpg
Тыуған ваҡыты:

1 февраль 1828({{padleft:1828|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Швейцария, Аргау кантоны, Ленгнау[1]

Вафат ваҡыты:

15 март 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны:

АҠШ, Флорида, Палм-Бич [1]

Гражданлығы:

Швейцария Швейцария
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Компания

Philadelphia Smelting and Refining Company

Вазифа

Хужа

Commons-logo.svg Мейер Гуггенхайм на Викиһаҡлағыста

Мейер Гуггенхайм (ингл. Meyer Guggenheim, 1 февраль 182815 март 1905)[1]америка эшҡыуары һәм филантропы, Гуггенхаймдар кланының нигеҙләүсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мейер Гуггенхайм 1828 йылдың 1 февралендә Швейцария Аргау кантонының Ленгна ауылында ашкенази йәһүдтәре ғаиләһендә тыуған. Атаһы Симон Гуггенхаймдың биш балаһы араһында ул берҙән-бер ир бала булған. 1847 йылда ғаилә АҠШ-ҡа күсә[1].

Гуггенхаймдар ҡәһүә һәм тәмләткестәрҙе импортлау буйынса бизнес аса, әммә үҙенең байлығын (XIX быуатта иң ҙурҙарының береһен) Мейер Гуггенхайм мәғдән сығарыу һәм уны эшкәртеү арҡаһында булдыра. 1881 йылда уға бурыслы кеше Колорадо штатында тау сығарыу предприятиеһын Гуггенхаймға бирә, һуңынан бында көмөш ятҡылыҡтары табыла. Тиҙҙән предприятие эшмәкәрлеген мәғдәнде иретеү иҫәбенә киңәйтә: 1889 йылда Колорадо штатының Пуэбло ҡалаһында тәүге көмөш иретеү заводы асыла. Шул уҡ йылда Philadelphia Smelting and Refining Company булдырыла. Артабан эшкәртеү заводтары АҠШ һәм Мексиканың төньяғы буйлап асыла башлай. Гугенхайм мәғдән сығарыуҙан алып әҙер продуктҡа тиклем тулы сылбыр булдыра, был уға көмөш, ҡара ҡурғаш һәм баҡыр баҙарында өҫтөнлөк яуларға булышлыҡ иткән.

Гуггенхаймға ҡаршы тороу маҡсатында көнәркәштәре 1899 йылда American Smelting and Refining Company тресын булдыра, әммә 1900 йылда Гуггенхайм уны үҙ ҡулы аҫтына ала. Ҡайһы бер ваҡыт Гуггенхайм донъяла етештерелгән көмөш, ҡара ҡурғаш һәм баҡырҙың хатта 80 %-ҡа тиклемен контролдә тота.

Үҙенең империяһын улдарына ҡалдырып, Флорида штатына күсә һәм шәфҡәтлелек менән шөғөлләнә.

Вариҫтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1852 йылда Барбара Майерс менән никахлаша. Мейер Гугенхаймдың 11 балаһы була. Ҙурая бара 5 улы атаһының бизнесынла өлөш алған[2] .

  • Исаак Гуггенхайм (1854–1922)
  • Даниэль Гуггенхайм (1856–1930) — атаһы үлгәнлән һуң кланды етәкләй
  • Мюррей Гуггенхайм (1858–1939)
  • Соломон Роберт Гуггенхайм (1861–1949) — хәҙерге заман сәнғәтен ҡурсалаусыһы, Нью-Йоркта Хәҙерге заман сәнғәте музейына нигеҙ һалыусы.
  • Бенджамин Гуггенхайм (1865–1912) — «Титаник» батҡанда һәләк булған.
  • Роберт Дж. Гуггенхайм (1867–1876)
  • Симон Гуггенхайм (1867–1941) — Колорадо штатынан АҠШ Конгрессы сенаторы итеп һайлана
  • Уильям Б. Гуггенхайм (1868–1941)
  • Роза Гуггенхайм (1871–1945)
  • Кора Гуггенхайм (1873–1956)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Meyer Guggenheim. Encyclopedia. Encyclopædia Britannica. 5 апрель 2013 тикшерелгән.
  2. National Mining Hall of Fame: Meyer Guggenheim. 5 февраль 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]