Мейәс буйы (йыр)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Мейәс буйы — башҡорт халыҡ йыры.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Мейәс — Иҫәт йылғаһына ҡойған иң ҙур йылға. Диңгеҙ өҫтөнән 700 метр бейеклектә Нурале һыртында Башҡортостанда башланғыс ала. Төрки телдәрҙә топкое место тигән мәғәнәлә йөрөгән Мейәс йылғаһы буйында Силәбе, Мейәс кеүек ҡалалар ултыра. Шулай итеп, Мейәс буйы — силәбе башҡорттарына ҡараған иҫ киткес матур йыр. Уның ноталарын һәм тарихын беҙ Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы: халыҡ йырҙары, мифтар, легендалар, тип аталған йыйынтыҡта таптыҡ. Был йыйынтыҡтың музыка мөхәрире Айрат Ҡобағошов булһа, йырҙарҙың тарихтары Дамир Вәлиев һәм башҡа ғалим-фольклорсылар тарафынан Силәбе өлкәһе Арғаяш районында яҙып алынған. Мейәс буйы Арғаяш районында ике исем менән йөрөй, уның икенсе исеме — Әминә. Йырҙың авторының исеме лә билдәле, тиергә мөмкин. Һәр хәлдә йыйынтыҡта бирелгән легендала төп герой Яхъя хаҡында шул яҡ кешеһе Яхъя ағай һөйләй. Уның әйтеүе буйынса көйҙө ул үҙе сығарған.
Йырҙың тарихы ҡыҫҡаса былай.
20-се йылдарҙа Учалы яҡтарынан бер йәш кенә Әминә исемле ҡыҙҙы Ҡолой ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы был ҡыҙға күп егеттәрҙең күҙе төшөп йөргән була. Шуларҙың араһында йәш егет, типһә тимер өҙөрлөк көслө Яхъя ағай ҙа була. Ләкин, Әминәне ауылдың Солтан исемле байына икенсе ҡатынлыҡҡа кейәүгә бирәләр. Солтан байҙың оло ҡатыны Әминәне яратмай, уға ҡаршы төрлө бәлә-ҡазалар уйлап табып, нисек тә булһа кәмһетергә, бай алдында ғәйепле итергә тырышып йөрөй икән.
Ә йәш егет Яхъя ағай киленсәккә ғашиҡ булып, иртә һайын Әминә һыуға барған саҡта ҡаршыһына сығып, уның һылыулығына һоҡланып, ҡарап тороп ҡалыр булған. Әммә, серен асмаған, хистәрен әйтергә тартынып йөрөгән. Бер көндө Әминә юғала. Күмәкләп эҙләйҙәр-эҙләйҙәр, ләкин таба алмайҙар. Шулай, һөйгәнен эҙләп, Мейәс буйлап йөрөгән сағында Яхъя ағай Әминәнең мәйетен таба. Үле Әминә төрлө ағас ботаҡтары, таяҡ-һояҡ менән ҡапланған килеш соҡор эсендә ятҡан була. Мәйетте ауылға алып ҡайталар, тейешле рәүештә ерләп ҡуйалар. Яхъя ағай һөйгәнен юғалтҡанына ҡайғырып, Әминәгә бағышлап йыр сығара.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мейәс кенә буйы, ҡыҙырым ҡырсын,
Ҡыҙырым ҡырсын буйлап шул йүгерҙем.
Үткән генә ғүмерем иҫемә төшә,
Башҡынамды һелкеп шул йүгерҙем.
Арҡанан үтә, арҡанан түтә,
Арҡаларҙан йөрөүгә ни етә.
Егет кенә кеше ниәт итә,
Ниәтенә етә алмай ғүмер үтә.
Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баш-портал 2016 йыл 21 декабрь архивланған. (недоступная ссылка)
Иҫкәртмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтан бай халыҡ араһында бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә таралып киткән йыр тураһында белеп ҡалып, шик-шөбһә сығып ҡуймаһын, тип, Яхъяны ҡурҡыта башлай. Унан йырҙың исемен үҙгәртеүен талап итә. Ләкин, халыҡ был йырҙы Әминә тип йырлай башлаған була инде. Шул уҡ ваҡытта уны Мейәс буйы тигән исем менән дә йөрөтәләр.
- Йырҙа ғүмер үтә һүҙбәйләнеше йыш осрай һәм йырҙың поэтик башланғысында ла Яхъяның үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмау хаҡында уйланыуҙары ята. Әйтерһең дә, тәүәкәлерәк булһам, Әминәне һаҡлап алып ҡалыр инем, тимәксе.
Үткән ғүмер. Ҡыҙырым ҡырсын буйлап йүгерһәң дә, ҡойроғон тота алмаҫһың.