Мерзляков Владимир Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мерзляков Владимир Филиппович
Тыуған көнө 23 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Айбүләк, Байғужа ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты

Мерзляков Владимир Филиппович (23 март 1949 йыл) — нефть сәнәғәте ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Филиппович Мерзляков 1949 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Айбүләк ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1972 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда «Арланнефть» нефть промыслы идаралығында оператор булып башлай. Ҡазан дәүләт университетын тамамлағас Совет Армияһы сафтарында офицер булып хеҙмәт итә. 1974—1987 йылдарҙы «Арланнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында өлкән инженер, өлкән геолог, фәнни-тикшереү һәм производство цехы начальнигы булып эшләй, артабан идаралыҡта партком секретары итеп һайланы. 1987 йылдан «Аксаковнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында начальник вазифаһында эшләй.[1]

Бәләбәй ҡалаһы 73-сө Приют һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]