Эстәлеккә күсергә

Мерәсев Рәхим Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мерәсев Рәхим Зәки улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)

Мерәсев Рәхим Зәки улы (14 ғинуар 1940) — тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа немец филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).

Рәхим Зәки улы Мерәсев 1940 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районының Әмир ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[1]. Атаһы Зәки — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, колхозда эшләгән, әсәһе Мәрхәбә — колхозсы. Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ Рәхимдең сит телдәрҙе өйрәнеүгә һәләте асыла, ул тырышып немец телен өйрәнә башлай[2]. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетына уҡырға инә (1958—1963).Университетта уға фәнгә тәүге этәргес биреүселәр тип Г. Н. Классен һәм Я. И. Гельблу кеүек билдәле ғалимдарҙы атарға була[2].

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамлаған.1969 йылда Мәскәү дәүләт университетында аспирантура тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһенә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғилми эшенең етәкселәре — МДУ-ның тел ғилеме, грамматика теорияһы белгестәре Е. И. Шендельс, М. Д. Степанова.

1970—1975, 1978—1983, 1990—1998 йылдарҙа БДУ-ның сит телдәр факультетында уҡыта, немец теле кафедраһы мөдире була. 1984—1985 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтында (хәҙерге БДУ-ның Бөрө филиалы), 1986—1990 Кама политехник институтында (Яр Саллы ҡалаһы, Татарстан Республикаһы) сит телдәр кафедраһы мөдире булыр эшләй[1].

1992 йылдан БДУ-ның роман һәм герман филологияһы факультеты деканы.

Башҡортостан Республикаһында сит тел белгестәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индергән. Уның етәкселегендә бер нисә фән кандидаты әҙерләнгән. «Башҡорт университеты докладтары» журналы редакторы.

Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992).

200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы[1]. Фәнни эҙләнеүҙәре немец телендә һүҙъяһалыш теорияһына, контрастив лингвистикаға [ һинд-европа телдәре (инглиз, немец, француз, рус һәм башҡа) һәм башҡорт теле грамматикаларын сағыштырыу] бағышланған. «Словарь словообразовательных элементов немецкого языка» (2000) төҙөүселәренең береһе.

1969 йылда «Категория одушевленности в современном немецком языке» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (10.02.04 — Германские языки (Мәскәү, Германия). 1990 йылда «Грамматика производных слов (на материале суффиксальных существительных немецкого языка)» темаһы буйынса Докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (10.02.04 — Германские языки (Ленинград (Санкт-Петербург)).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән хеҙмәткәре (1993)
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000).
  • Мерәсев Р. З. исеме «Ведущие языковеды мира» (Москва, изд-во РАН, 2000) энциклопедияһына индерелгән.
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006)[1].

Төп фәнни хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Избранные труды по германскому и сопоставительному языкознанию. Уфа, 1998;
  • Сопоставительная морфология немецкого и башкирского языков. Глагол. Уфа, 2002;
  • Типология глагола в разноструктурных языках. Уфа, 2011.

Һуңғы йылдарҙағы хеҙмәттәре:

  • Мурясов Р. З. Категория числа существительных в разносистемных языках // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2016. № 1. — С. 124—134.
  • Мурясов Р. З. Притяжательный падеж в контрастивно-типологическом видении // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2016, № 1. — С. 168—175.
  • Мурясов Р. З. Лингвокультурология и современная лекикография (в соавторстве с проф. Газизовым Р. А.) // Вестник БашГУ, 2016. № 2 С. 413—421.
  • Мурясов Р. З. Контрастивно-типологический взгляд на категорию определенности-неопределенности. Категория определенности // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2016. № 2. — С. 477—485.
  • Мурясов Р. З. Термины родства в контрастивно-типологическом видении // Вестник Башкирского университета. 2017. Т. 22. № 1. С. 98-107.
  • Мурясов Р. З. Союзы в разноструктурных языках // Вестник БашГУ. 2017. № 3 — С. 799—810.
  • Muryasov, R., Samigullina, A., Gazizov, R. The Category of Evaluation in Barack Obama’s Election Discourse: An Empirical Account.

Journal of History Culture and Art Research, 2018. 7(1), P. 1-11. (doi: http://dx.doi.org/10.7596/taksad.v7i1.1463.)

  • Muryasov, R.Z., Samigullina, A.S., Gazizov, R.A. Sensory Metaphor in V.V. Nabokov’s «Ada, or Ardor» // Revista Publicando, 5 No 15. (1). 2018. — P. 383—394. ISSN 1390-9304.
  • Bakiev A.G., Muryasov, R.Z., Samigullina, A.S. Metaphor through the lens of linguosynergetics (Exemplified by the concept «DEATH» in Terry Pratchett’s discourse) // XLinqae, Volume 11, Issue 3, June 2018, ISSN 1337-8384, ISSN 2453-711X. P. 137—145.
  • Мурясов Р. З. Грамматические особенности частиц // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2018, — № 2. — С. 515—521.
  • Мурясов Р. З. Структурно-морфологическая и словообразовательная характеристика частиц // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2018, № 3. — С.931-935
  • Мурясов Р. З. Фонетическая, морфологическая и синтаксическая структура междометий // Вестник БашГУ. Научный журнал. 2018, № 3. — С. 936—941
  • Зайнуллин М. В. О книге Р. З. Мурясова «Типология глагола в разноструктурных языках» //Проблемы востоковедения. 2011. № 3.