Эстәлеккә күсергә

Месхет төрөктәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Месхет төрөктәре
төр. Ahıska Türkleri
груз. მუსლიმი მესხები
Туған тел Төрөк теле
Дәүләт  Грузия
 СССР
Урын Месхетия[d]
Халыҡ һаны 550 000 кеше[1],
4095 кеше (2021)[2]
 Месхет төрөктәре Викимилектә

Месхет төрөктәре (үҙатамаһы: төрөк Ahıska Türkleri, груз. მესხეთელი თურქები; төрөктәрҙең шулай уҡ аһысҡа, аһысҡа төрөкләре, жавах төрөкләре, ахалцих төрөктәре, кавказ төрөктәре) атамалары ла киң таралған — сығыштары менән Грузияның көньяҡ-көнбайышындағы Месхетия өлкәһенән булған төрөктәрҙең субэтник төркөмө. Төрөк теленең төньяҡ-көнсығыш-анатолий диалектында һөйләшәләр.

Диндәре — ислам, күпселеге мосолман-сөнниҙәр (хәнәфи мәҙһәб), мосолман-шиғыйҙар (шиғый-ун икенселе) аҙсылыҡты тәшкил итә.

Һаны һәм йәшәгән ерҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Месхет төрөктәре түбәндәге биләмәләрҙә йәшәй:

Дөйөм һаны яҡынса 550 000 кеше.

Ставрополь крайы Курск районы Ростовановский ауыл советында халыҡтың күпселеген (50,7 % 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) тәшкил итә. Месхет төрөктәре шулай уҡ Ҡуян ауылында ла (62,2 %) (Ҡабарҙы-Балҡар) күпселекте тәшкил итә. Ҡалмыҡ Республикаһы Яшалтинский районында ла (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса — 14,9 %) ҙур вәкәләттәргә эйә.

Месхети тарихи өлкәһе әлеге ваҡытта Грузияның Самцхе-Джавахети төбәге өлөшө

Әзербайжан месхет төрөктәренең фактик һаны рәсми мәғлүмәттән күпкә арта. Әзербайжанда месхет төрөктәренең бер өлөшөн йыш ҡына әзербайжан тип яҙыу бының сәбәбе. Төрөктәрҙең «Ватан» йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта Әзербайжанда 100 меңдән күберәк төрөк йәшәй, улар ике төркөмгә бүленә: «төрөктәр» һәм «әзербайжандар» тип теркәлгән граждандарға[4].

Тарихи тыуған илдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи Месхетия территорияһы хәҙерге ГрузияныңСамцхе-Джавахети крайына ҡараған өс — Адиген, Ахалцих һәм Аспиндз административ райондарына, шулай уҡ Төркиәнең сиктәш райондарына тура килә. Аджарияның көнсығышында һәм хәҙерге Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында месхет төрөктәренең ҙур булмаған төркөмө йәшәгән.

Месхет төрөктәре төрөк теленең көнсығыш анатолий диалекттарының береһендә һөйләшәләр. Ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса месхет төрөктәренең айырым теле бар тиҙәр, хәйер, был теория телсе-төркиәтсе белгестәрҙең аҙ өлөшөнөң хуплауын таба. Был теорияға ярашлы, месхет төрөктәренең теле урта быуаттарҙа Анатолия төрки телле халҡы ҡулланған боронғо төрөк теленең туранан-тура дауамы булып тора. Месхет төрөктәренең 85 % тиклеме рус телендә иркен һөйләшә.

Месхет төрөктәренең телендә яҙыу өсөн, йыш ҡына кириллица алфавиты ҡулланыла. Мәҫәлән, 2011 йылда сыҡҡан һүҙлектә, Ғ ғ, Җ җ, Ө ө, Ү ү, Ә ә тамғалары өҫтәп, урыҫ алфавиты ҡулланыла[5]. Истанбулда 2019 йылда ислам нигеҙҙәре буйынса баҫылған әсбапта алфавиттың башҡа варианты тәҡдим ителгән — унда Ғ ғ, Қ қ, Ў ў, Ҳ ҳ[6] өҫтәмә хәрефтәре ҡулланыла.

Месхет төрөгө кәләше


1829 йылда рус-төрөк һуғышы тамамлағандан һуң, Месхетия-Джавахетия ерҙәре ике өлөшкә (Адриапольский килешеүенә ярашлы) бүленә. Шунан егерме биш район Рәсәйҙә ҡалған, ә ҡалғандары Төркиәгә күскән. Грузин ССР-ы ойошторолғандан һуң, месхет төрөктәренең ерҙәре уның составына инә[7].

Бөйөк ватан һуғышы башланыу менән, бөтә өлкән ир-ат тиерлек армияға мобилизациялана (40 меңдән ашыу кеше, шуның 26 меңе һәләк булған), шуларҙан һигеҙ кеше Советтар Союзы Геройы, өсөһө — Дан орденының тулы кавалерҙары[8].

Ҡыуып сығарылыуы депортация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылда месхет төрөктәр (курдтар, хемшилдар, месх субэтник төркөмөнә ҡараусы мосолман грузиндар менән бергә) Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Үзбәкстанға депортациялана. Депортация «халыҡтың байтаҡ өлөшө Төркиәнең сик буйында йәшәүсе халҡы менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә һәм эмиграцияға ынтылыш ниәтендә булыуҙа, дошманға енәйәтсел аҫтыртын ярҙам итеүҙә, контрабанда менән шөғөлләнеүҙә һәм төрөк разведка органдарына хеҙмәт итеүҙә ғәйепләнгән, шпион элементтарҙы һәм бандит төркөмдәрҙе үрсетеү сығанағы булыу менән бәйле» һәм ҡарар буйынса һәм СССР Дәүләт Оборона Комитетының ГКО № 31 июль 1944 йылдың 31 июлендә ҡабул ителгән 6279-сы Ҡарары нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Барыһы 115,5 мең кеше ҡыуыла[9]. Һөрөлгән халыҡ йәшәр ерҙәренә барып етһен өсөн ике ай самаһы ваҡыт кәрәк булған, белгестәрҙең төрлөсә баһалауы буйынса, тауар поездарында барған саҡта юлда 20 % алып 30 % тиклем халыҡ репрессиялана (башлыса, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар) һәләк була. Ҡыуылған башҡа халыҡтарға оҡшаш, бигерәк тә депортацияның тәүге йылында сирҙәрҙән, яланғаслыҡтан (һыуыҡ үткәреү) һәм аслыҡтан үлеүҙең юғары кимәле теркәлгән.

Ҡыуылған месхет төрөктәре ерриторияларҙа төрлө төрөктәр тарафынан Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың төрлө өлкәләре буйынса айырым ҡасабаларҙа «махсус күскенсе» спецпоселенцы (йәғни йәшәү урынын үҙгәртеү хоҡуғы булмаған кеше) булараҡ таратып урынлаштырылған.

1956 йылда месхет төрөктәренән махсус һөргөн буйынса сикләүҙәр алынған, әммә Грузияға ҡайтыу мөмкинлеге бирелмәй[10][11]. Уларҙың ҡайһы берҙәре өлөшөнә айтҡан Кавказдың төрлө райондарына, бигерәк тә Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ына.ҡайтҡан. Республика КПСС Үҙәк Комитеты аппаратының тырышлығы менән бер нисә мең месхет төркө Әзербайжан ССР-ы Саатлы һәм Сабирабад райондарына[12] урынлаштырылған. Әммә месхет төрөктәренең күпселеге Урта Азия һәм Ҡаҙағстандың үҙҙәре ерегеп өлгөргән райондарында тороп ҡалған.

Үҙгәртеп ҡороу һәм постсовет осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылдың июнендә Үзбәкстандың Фирғәнә үҙәнендә этник көсөргәнеш үҫеше һөҙөмтәһендә, месхет төрөктәрен ҡырып һалыу күҙәтелде. Был хәл месхет төрөктәренең Үзбәкстан тарафтарынан Рәсәйгә, Ҡаҙағстанға һәм Әзербайжанға.күпләп күсенеп килеүенә сәбәп булды.

Месхет төрөктәренең ҙур төркөмө Украинаның Славянск ҡалаһы тирә-яғына, Крестищенский ауыл һәм Райгородский ҡасаба советтары территорияһына килеп төпләнде[13]. 2015 йылда, Донбасстағы ҡораллы конфликт барышында, уларҙың 1,6 меңе, күпләп, Төркиәгә күсеп китте.

Әзербайжан да бер нисә мең месхет төрөгөн ҡабул итте, әммә Таулы Ҡарабахтан килгән ҡасаҡтар менән проблема килеп сығыуы арҡаһында, артабанғы күсенеүҙәрен туҡтатырға булдылар. Әзербайжан месхет төрөктәренең «Ватан» йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, 1989 йылға илдә Урта Азия илдәренән 39 меңдән ашыу ҡасаҡ килгән, шуларҙың күп өлөшө Саатли (5,2 мең), Сабирабад (3,7 мең), Шамахи (3 мең), Ғуба (2,2 мең), Шабран Дивичинский, Оғуз Варташенский, Самухский, Шәмкир Шамхорский, Гөйгөл Ханларский райондарында һәм Гәнжә[14] ҡалаһында төпләнгән.

1990-сы йылдар башында Төркиә месхет иммигранттарын илдең ярлы көнсығыш райондарына, башлыса Иғдырға, күсереп ултыртыу буйынса программа ҡабул итә башланы, 150 ғаиләне шунда күсерҙе. урынлаштырып булмай. Был, ошо зонала ойошоп йәшәгән курд халҡының ризаһыҙлығын тыуҙырғанлыҡтан, көсөргәнешле хәл барлыҡҡа килтерә, һәм программа туҡтатыла. 2000-се йылдар уртаһынан, дәүләт ярҙамын көтмәй, меңләгән месхет төрөктәре көнбайыш Төркиәнең ҙур ҡалаларына: Бурса, Анталья, Измир, Айдын, Балыкесир, Истанбулға һәм Чанаккале ынтылдылар, һәм күпселеге гражданлыҡ рәсмиләштереүҙең ун йыллыҡ процедураһын һорап мөрәжәғәт итте[15]. 2015 йылда Төркиәлә Донбасстанкилгән 1,6 мең месхет төрөк ҡасағын Әрзинжан[16]провинцияһының Үзүмлү районына һәм башлыса курдтар йәшәгән Битлис[17]провинцияһының Аһлат районына таратылып ултыртыла. Был урындағы курд халҡында, властар был төбәктә демографик хәлгә йоғонто яһарға тырыша тигән ризаһыҙлыҡ тыуҙыра,[18]. 2017 йылға илдә рәсми рәүештә БДБ илдәренән күсеп килгән яҡынса 80 мең месхет төрөгө йәшәй[19]. Ысынбарлыҡта был һан байтаҡҡа күберәк, сөнки күбеһе илдә туристик виза буйынса, ҡайһы берҙәре бөтөнләй рөхсәтһеҙ йәшәй һәм эшләй. Төрөк аналитигы Фехима Таштекина[tr]фекеренсә, 2018 йылда илдә 100 меңдән алып 200 меңгә тиклем месхет төрөк мигранттары йәшәй, шуларҙан 585 кеше 2017 йылға тиклем, 2018 йылға — 24 мең кеше, ә 2019 йылға — 30 мең кеше[20]төркиә гражданлығы алған. Алдынан 2018 йылдағы һайлауҙар алдынан сит ил эштәре министры Мевлүт Чавушоғлу президент кампанияһы барышында белдереүенсә, гражданлыҡ алыу маҡсатында тағы 30 мең месхет төрөгө сиратта тора[21].

Месхет төрөктәренең ҙур ғына төркөмө Рәсәй Краснодар крайының көньяҡ-көнбайыш райондарында ойошоп төпләнгән. 1989—1992 йылдарҙа месхет төрөктәре Краснодар крайының урындағы властарына (ауыл йәки ҡасаба һәм район советтары кимәлендә) теркәлеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткән. Ул ваҡытта месхет төрөктәренең күпселек өлөшө, нигеҙҙә, СССР паспортына эйә булған, һәм улар, РФ ҡануниәтенә ярашлы, автомат рәүештә рәсәй паспортын алыу мөмкинлеген бирә. Дөйөм алғанда, месхет төрөктәре тәғәйен урында теркәлмәгәнлектән рәсәй паспорты ала алмаған.

2004 йылдың февраленән, рәсәй хөкүмәт ҡарамағында булмаған хоҡуҡ яҡлау ойошмалары һәм АҠШ, Халыҡ-ара миграция ойошмаһы ярҙамы менән месхет төрөктәрен Краснодар крайынан АҠШ-ҡа күсереү . күсереү буйынса программа башланды. 2005 йылдың 21 сентябренә меңгә яҡын кеше программала ҡатнашыусы булып ғариза бирҙе һәм 5 меңе Портленд, Филадельфия, Атланта, Ноксвилл, Уокешо, Кент: ҡалала барлығы 60-тан ашыу Америка.ҡалаларына күсеп килде. 2014 йылға ғариза Дейтон ҡалаһында ғына 2,5 мең месхет төрөгө йәшәгән[22]. Иң яуаплы эште Новороссийск ҡалаһындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Комитет үҙ өҫтөнә алды. Әлеге ваҡытта программа туҡтатылған.

2007 йылдың 22 июнендә Грузия Парламенты Грузияның көньяғында йәшәгән һәм Урта Азия республикаларына күсерелгән месхет төрөктәрен: «XX быуаттың 40-сы йылдарында СССР властарының Грузиянан ихтыярҙарына ҡаршы күсерелгән кешеләрҙең репатриацияһы тураһында» закон проектын ҡабул итә. Закон проектына ярашлы, Грузияға репатриацияланырға теләүселәр 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем үҙҙәре йәшәгән илдәрҙәге Грузия илселектәренә документтар тапшырырға тейеш була, әммә Грузия властары тарафынан хупланған ғаризалар әлеге мәлдә күп түгел[23]. Эксперттар баһалауы буйынса, был закон проекты бары декларатив характерҙа ғына һәм күп ғаризалар хуплау алмай. Мәҫәлән, әзербайжан территорияһынан 15 мең ғариза бирелгән, әммә күпселек өлөшө кире ҡағылған.

Мәскәүҙә 2013 йылдың ноябрендә 1944 йылда месхет төрөктәренең Грузиянан Урта Азияға фажиғәле ҡыуылыуына депортация арналған хәтер кисәһе үтте[24].

2014 йылдың февралендә АҠШ конгресында (Вашингтон, Колумбия округы) месхет төрөктәрен төньяҡ Кавказда һәм Рәсәйҙең көньяғында йәберләү тураһындағы «Бер күргәҙмә тарихы. Тамамланмаған депортация»[25][26] документаль фильмы беренсе серияһы инглиз телендәге версияһы күрһәтелә. Конгрестан һуң, фильм авторҙары Дмитрий Флорин һәм Елена Власенко фильмдың 3 серияһын Сиэттлда, Луисвилда, Сент-Луиста һәм Дейтонда күрһәткән.

2015 йылдың декабрендә Интеркавказ «Бер күргәҙмә тарихы. Тамамланмаған депортация» фильмының 4 серияһын баҫтырып сығара[27].

2015 йылдың декабрендә Төркиә Украинаның Славянск ҡалаһы тирә-яғынан 3000 месхет төрөгөн Әрзинжан[28]ҡалаһына күсереү проектын башланы инициировала.

  1. https://web.archive.org/web/20120603071601/http://www.ecmi.de/uploads/tx_lfpubdb/ECMI_AR_2011.pdf
  2. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  3. Официальная оценка Государственного статистического комитета Азербайджанской Республики
  4. Этнический состав Азербайджана (по переписи 1999 года). www.demoscope.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
  5. В. И. Рассадин. Краткий турецко-месхтинско-русский словарь. — Элиста: Калмыцкий гос. университет, 2011.
  6. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  7. Малик Мухлис Угли. Мы — турки из Ахальцхе. Культура, традиции, воспоминания очевидцев. — Альтаир, 2014. — С. 88 с., 8 с. илл.. — ISBN 978-5-91951-186-1.
  8. Елена Малиновская. Судьба «наказанного» народа. День kiev.ua (5 ноябрь 2004). Дата обращения: 14 май 2015.
  9. Постановления ГКО в 1944 г. www.soldat.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
  10. Месхетинские турки: общие сведения 2019 йыл 9 июнь архивланған.. «Мемориал».
  11. Нарушение прав вынужденных мигрантов и этническая дискриминация в Краснодарском крае 2019 йыл 8 октябрь архивланған.. «Мемориал».
  12. Эльмира Ахундова. Смертельная схватка Анастаса Микояна и Назима Гаджиева. 6 июня 2019 г.
  13. Турки-месхетинцы в Славянском районе хотят построить мечеть (укр.) (23 май 2019). Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
  14. Ҡалып:Az icon Севиль Пириева. «Месхетинские турки в Азербайджане» 2019 йыл 9 июнь архивланған.. Баку: Эльм, сс. 39—40.
  15. Fehim Tastekin. Is Ankara trying to change demographics in Turkey’s Kurdish regions?. Al-Monitor. 13 июня 2018 г.
  16. 4. Grup Ahıska Türkleri Erzincan’a Geldi. Исполнительная власть провинции Эрзинджан.
  17. Ahlat’a Ahıska Türkleri yerleştiriliyor. «Миллийет». 1 июня 2016.
  18. Ahıska Türkleri Ahlat’ta, halk tepkili. Rûdaw. 5 июня 2016 г.
  19. Ugur Aslanhan. Turkey set to ‘give citizenship to 23,000 Ahiska Turks’. «Анадолу». 5 ноября 2017 г.
  20. Over 30,000 Ahiska Turks granted Turkish citizenship. «Хюррийет». 23 января 2019 г.
  21. Çavuşoğlu: 30 bin Ahıska Türküne daha vatandaşlık vereceğiz. Haberturk. 3 июня 2018 г.
  22. The rise of Dayton’s Ahiska Turkish community. Dayton Business Journal. 25 апреля 2014 г.
  23. Кавказ Мемо. Ру :: kavkaz-uzel.ru :: Грузия | Парламент Грузии принял законопроект о репатриации турок-месхетинцев
  24. В Москве вспомнят притеснения турок-месхетинцев. www.interkavkaz.eu. Дата обращения: 16 ноябрь 2019. 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.
  25. Фильм о турках-месхетинцах показан в Конгрессе США. Интеркавказ (18 март 2014). Дата обращения: 18 февраль 2016. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  26. Интеркавказ опубликовал 4 серию документального фильма о турках-месхетинцах в России. Интеркавказ (23 декабрь 2015). Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 7 март 2016 года. 2016 йыл 7 март архивланған.
  27. Интеркавказ опубликовал 4 серию документального фильма о турках-месхетинцах в России. Интеркавказ. Дата обращения: 18 февраль 2016. 2017 йыл 24 февраль архивланған.
  28. Турция начала эвакуацию турок-месхетинцев из Донбасса. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
урыҫ телендә
  • Турки-месхетинцы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Гаджиев А. Ахалцихские турки: Знание о Родине. Стамбул, 2009(недоступная ссылка)
  • Гаджиев А. Ахалцихские турки. История. Этнография. Фольклор // IRS Наследие. — 2007. — С. 8—17.
  • Гаджиев А. На чужбине. Этническая культура ахалцихских (месхетинских) турок. Б., 1992
  • Симоненко В. А.Месхетинские турки: историческая судьба и проблемы культурной адаптации / Диссертация. Краснодар: КубГУ, 2002.
  • Симоненко В. А. . Месхетинские турки: исторические условия двуязычия // Грани 2002: Ежегодник факультета истории, социологии и международных отношений. — Краснодар, 2002. — С. 163—169.
  • Юнусов А. Месхетинские турки: дважды депортированный народ. — Баку : Заман, 2000. — 164 с.
башҡа телдәрҙә