Метагенез (биология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Метагенез
Рәсем
Сцифоид медузаларҙың йәшәү циклы.
1-11 — енси булмаған быуындың үҫеш стадиялары (полиптың) — плануланың субстратта урынлашыуынан алып стробилизацияға тиклем  ;

11-14 — енси быуындың үҫеш стадияһында (медуза) — эфиранан енси яҡтан өлгөргән затҡа тиклем.

Метагенез (шулай уҡ быуындар алмашыныуы) — хайуандарҙың.енси булмаған һәм енси юл менән үрсеүсе быуындарының тәбиғи сиратлашыуынан торған йәшәү циклы формаһы.

Миҫалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Метагенез күпселек гидроид һәм сцидоидлы эсәк ҡыуышлыларға(лат. книдарии, йәки Cnidaria) хас.

Медуза стадияһы — енси быуын, ә енси булмаған быуын — полиптары[1].

Классик метагенезға миҫал— сальпылар (Кл. Thaliacea). Уларҙың йәшәү циклында ике быуын сиратлашып килә: бөрөләнеп үрсеүсе яңғыҙаҡ оозооидтар һәм колониаль гермафродит бластозооид стадиялары [2].

Бынан тыш, метагенез хайуандарҙың башҡа күп кенә төркөмдәренә йәки күп кенә башҡа айырым таксон вәкилдәренә хас булыуы мөмкин. Мәҫәлән, эпиток (енси стадия) стадиялары булған күп төклө селәүсендәр , йәки личинка стадияһында уҡ үрсеү ала торған паразит яҫы селәүсендәр[2].

Был терминды ҡулланыуҙы сикләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был термин йәшәү циклы алмашынып килгән күп күҙәнәкле хайуандар өсөн ҡулланыла. Сөнки, ҡайһы бер протистарҙа ла (мәҫәлән, апикомлекс йәки фораминифер) йәшәү циклдарында енси һәм енси булмаған стадиялар алмашыныуы күҙәтелә. Әммә уларға ҡарата метагенез[3] термины ҡулланылмай, ә процесты бары «быуындар алмашыныуы» тип кенә атайҙар [4]

Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гетерогония

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Догель В. А. Зоология беспозвоночных: Учебник для ун-тов / Под ред. проф. Полянского Ю. И.. — 7-е изд., перераб. и доп.. — М.: Высш. школа, 1981. — С. 125. — 606 с.
  2. 2,0 2,1 Вестхайде В., Ригер Р. (ред.) Зоология беспозвоночных в двух томах. Том 1: от простейших до моллюсков и артропод. М:КМК. 2008.
  3. Протисты : руководство по зоологии / Рос. акад. наук, Зоол. ин-т; [гл. ред. А. Ф. Алимов]. — СПб. : Наука, Часть 1. — 2000
  4. БРЭ, 2017

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чередование поколений // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 449—450. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.