Метеорология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Метеорология
Практика үтә метеоролог[d]
Өйрәнеү объекты Һауа торошо
Метка Stack Exchange earthscience.stackexchange.com/…
Обзорная статья Викимедиа outline of meteorology[d]
Commons-logo.svg Метеорология Викимилектә

Метеороло́гия (бор. грек. μετεωρο-λογία — «һауа күренештәре тураһында фекер йөрөтөү», бор. грек. μετ-έωρα — «һауа күренештәре» (др.-греч. μετέωρος metéōros — атмосферные и небесные явления, «небесный») + бор. грек. λογία — фән) — Ер атмосфераһы төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре, унда барған физик һәм химик процестар тураһында белемдең фәнни-ғәмәли өлкәһе.

Күп кенә илдәрҙә метеорологияны атмосфера физикаһы тип йөрөтәләр, был уның бөгөнгө тәғәйенләнешенә нығыраҡ тап килә.

Метеорологтарҙың күбеһе һауа торошон күҙаллауҙың, климат, атмосфераны тикшереүҙең (радарҙар, спутниктар һәм башҡалар менән) моделен әҙерләү менән шөғөлләнә. Ҡалғандары авиация, диңгеҙ флотын, ауыл хужалығын, төҙөлөштө һауа торошон күҙаллау менән тәьмин итеүсе хөкүмәт ойошмаларында һәм хәрби ойошмаларҙа, шәхси компанияларҙа эшләй, шулай уҡ уларҙы радио һәм телевидение аша тапшыра .

Автоматическая метеостанция в Гейдельберге

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Метеорология» (бор. грек. μετεωρο-λογία һүҙе — « һауа күренештәре тураһында фекер йөрөтөү») Платон, Аристотель, Плутарх хеҙмәттәрендә осрай . Аристотелдең «Метеорологика» (бор. грек. «Μετεωρολογικά») исемле трактатында һауа күренештәре һүрәтләнә. Аристотель үҙ хеҙмәтен «та метеора» (бор. грек. τά μετέωρα) («небесные явления») төшөнсәһе менән бәйләй. Улар иҫәбенә ғалим ямғыр һәм кометаларҙы, боҙ яуыу һәм метеорҙарҙы, йәйғор һәм төньяҡ һаҙағайын индерә.

Метеорология фән булараҡ XVII быуатта Галилео Галилей термометр һәм Отто фон Герике барометр уйлап сығарғас барлыҡҡа килә. XVII быуатта шулай уҡ гигрометр, ямғыр үлсәгес, флюгер һәм анемометр эшләнә. Тоскана герцогы Леопольдо Медичи Флоренцияла Академия дель Чиментола (уның бойороғо буйынса булдырылған) Европа территорияһында һауа торошо тураһында мәғлүмәтте йыя башларға ҡуша, һәм 1654 йылда герцогтың секретары иезуит Антинори туғыҙ метеостанцияла һауа торошон күҙәтеүҙе ойоштора (башлыса Италияла, иң алыҫы Варшавала). Был селтәр 1667 йылға тиклем, Академия дель Чименто ябылғансы, эшләй.

1723 йылда Лондон король йәмғиәте секретары Джеймс Джурин һауа торошон күҙәтеү буйынса инструкция эшләй, унда үлсәүҙәрҙең стандарт таблицаһы формаһын , кәрәкле приборҙар исемлеген һәм температураны үлсәү методикаһын һүрәтләү, һауа баҫымын, ел көсөн һәм йүнәлешен индерә, был инструкцияны ул Европаның йөҙҙән ашыу ғалимына ебәрә. Икенсе Европа метеостанциялары селтәре 1735 йылға тиклем эшләй.

Рәсәйҙә һауа торошон күҙәтеү станциялар селтәре «Бөйөк Төньяҡ экспедицияһы» ваҡытында барлыҡҡа килә. Күҙәтеүселәр өсөн инструкцияны Даниил Бернулли яҙа. 1733 йылдан 1744 йылғаса Себерҙә 24 метеостанция ойошторола.

1781 йылда Мангеймда Пфальц курфюрсты Фәндәр академияһында (Kurpfälzische Akademie der Wissenschaften ) донъялағы тәүге метеорология йәмғиәте төҙөлә. Ул төрлө илдәрҙә йәшәүсе күҙәтеүселәрҙе бер иш приборҙар менән тәьмин итә, уның программаһы буйынса Кембридждан ( АҠШ) Уралға тиклем 39 метеостанция эшләй. Йәмғиәт үлсәүҙәрҙе көнөнә дүрт тапҡыр  — 7, 11, 14 һәм 21 сәғәттә үткәрергә тәҡдим итә .

1802 йылда Жан-Батист Ламарк һәм Люк Говард (бер-береһенән айырым) болоттарҙың үҙ классификацияһы системаларын тәҡдим итә. Ламарк терминологияһы фәнни ҡулланышҡа инмәй ҡала, сөнки ул француз телендә була ( [1]). Говард Карл Линней тарафынан булдырылған хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы номенклатураһын иҫтә тотоп, үҙ классификацияһын латин телендә яҙа. Говард болоттарға хәҙер бөтә донъяла ҡабул ителгән атамалар бирә, улар төп өс төрҙән тора: «cumulus» (ҡуйы -кучевые), «stratus» (ҡатлаулы- слоистые), «cirrus» (ҡыйғас -перистые)[2]). Төп төрҙәрҙән комбинациялар тағы ла дүрт төр болотто һүрәтләргә мөмкинлек бирә: ҡыйғас-ҡуйы («cirro-cumulus»), ҡыйғас- ҡатлаулы («cirro-stratus»), ҡуйы- ҡатлаулы ( «cumulostratus»),ҡуйы-ҡыйғас-ҡатлаулы ( «сumulo-cirro-stratus»), йәки ямғыр («nimbus»[2]) болото.

1853 йылда Брюсселдәге конференцияла төп диңгеҙ дәүләттәре диңгеҙҙә метеорология күҙәтеүҙәре алып барыу принциптарын тикшерә, бынан һуң Бөйөк Британияла Сауҙа буйынса комитетта ( Board of Trade) метеоролог-статистик вазифаһы булдырыла, ул вазифаға Роберт Фицрой билдәләнә. Уға бер нисә ярҙамсы бирелә. Шулай итеп, тарихта тәүге дәүләт метеорология ведомствоһына нигеҙ һалына (Met Office).

Ҡырым һуғышы ваҡытында 1854 йылдың 14 ноябрендә 60 инглиз һәм француз карабы дауылда һәләк була. Бынан һуң ноябрь аҙағында Париж обсерваторияһы директоры Урбен Леверье үҙенең Европалағы таныш ғалимдарынан 12 ноябрҙән 16 ноябргә тиклем һауа торошо тураһында мәғлүмәт биреүҙәрен һорай. Был мәғлүмәттәрҙе алып, картаға теркәгәс, Ҡара диңгеҙҙә караптарҙы батырған дауылды алдан күҙаллап булғаны асыҡлана. 1855 йылдың февралендә Леверье Наполеон III исеменә үҙәкләштерелгән метеорология күҙәтеүҙәре селтәрен булдырыу перспективалары тураһында доклад ебәрә, метеорология мәғлүмәттәрен телеграф аша ебәреүҙе тәҡдим итә. 19 февралдә Леверье реаль ваҡыт арауығында алынған мәғлүмәттәр буйынса төҙөлгән һауа торошоноң тәүге картаһын төҙөй.

Бөйөк Британияла Фицрой бөтә Англия караптары капитандарына һауа торошон күҙәтергә, температура күрһәткестәрен, ел көсө һәм йүнәлешен билдәләп, барометр күрһәткестәрен ҡарап, бар мәғлүмәтте махсус эшләнгән таблицаларға яҙып барырға ҡуша. Бының өсөн ул бөтә караптарҙы ла яңы ҡоролмалар менән тәьмин итеүҙе талап итә. Бөйөк Британия, Европаның ҡайһы бер илдәрендә диңгеҙ яры буйында 24 метеорология станцияһы эшләнә. 19 Бөйөк Британияла, береһе — Копенгагенда, береһе Нидерландтарҙа, икәү Францияла (Брест һәм Байен ҡалаларында) һәм тағы ла берәү Лиссабонда. Яңы ғына уйлап табылған Морзе телеграфы аша был станциялар һауа торошо хеҙмәте үҙәге менән тоташтырыла. Был станцияларҙа йыйылған һауа торошо тураһында мәғлүмәт һауа торошо хеҙмәте үҙәгендә анализлана, һәм ошо анализ нигеҙендә рекомендациялар бирелә. Рекомендациялар телеграф аша станцияларға ебәрелә. Тәүге синоптик карталар төҙөлә, улар нигеҙендә һауа торошон күҙаллауҙар бирелә башлай. «Таймс» һауа торошон күҙаллауҙары баҫтырып сығарыусы тәүге гәзит була.

1873 йылда Венала тәүге халыҡ-ара метеорологтар конгресы үтә, бында үлсәүҙәрҙең берҙәм ваҡыты, метеомәғлүмәт тапшырыуҙың берҙәм телеграф коды булдырыла.

Синоптическая карта Европы 1887 г.

1917 йылда Норвегия метеорологы Вильгельм Бьеркнес атмосфера фронты концепцияһын тәҡдим итә. Фронтологик анализ принциптары 1940-се йылдар аҙағынаса һауа торошо күҙаллауҙарҙың төп фәнни нигеҙе булып ҡала.

1930 йылдан башлап, атмосфераның юғары ҡатламдарын тикшереү өсөн радиозондтар ҡуллана башлайҙар. Донъяла аэрологик станцияларҙың ҡуйы селтәре тик Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына булдырыла. Ошо сәбәпле 1946-1953 йылдарҙа һауа торошон күҙаллауҙар теүәлерәк була бара.

1961-1967 йылдарҙа һауа торошон күҙәтеүҙә һәм күҙаллауҙа ЭВМ, метеорологик спутниктар ҡулланыла башлай, һауа торошон күҙаллауҙар күҙгә күренеп яҡшыра, был йүнәлештә һиҙелерлек алға китеш була[3]

Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа метеорология тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Красноармейская книжка образца 1944 года старшины Е. М. Добрышмана[4] (1919—2016), старшего метеоролога Одесской военной школы пилотов, в декабре 1941 года переброшенной под Фрунзе (Киргизия). После войны — доктор физ.-мат наук, профессор, до 2015 года — сотрудник Института физики атмосферы

Һауа торошон даими күҙәтеүҙе батша Алексей Михайлович беренсе булып ойошторорға тырышҡан . Уның ҡушыуы буйынса Европанан астрономия инструменттары һәм метеорологик ҡоролмалар , Галилейҙың уҡыусыһы Эванджелист Торричелли уйлап сығарған барометр ҙа ҡайтартыла. Тик батша ҡушыуы буйынса һауа торошон күҙәтергә тейешле дьяк улы Афанасий Матюшкин, инструменттарҙы ҡулланмай, «Дневальные записки» тигән көндәлегендә үҙ күҙәтеүҙәрен: ҡасан ямғыр башланған, ҡасан туҡтаған, ҡасан Мәскәү йылғаһы туңған, ҡасан боҙ киткәнен генә яҙа[5].

  • XVII быуат аҙағы ( Петр I осоронда) — һауа торошон даими күҙәтеү башланған.
  • 1715 йыл — Рәсәйҙә тәүге һыу кимәлен үсәү посы, Петр I бойороғо буйынса, Нева йылғаһында Петропавловская крепость янында булдырыла.
  • 1722йылдың 10 апрелендә Петр Беренсе указы менән Санкт-Петербургта һауа торошон даими күҙәтеү башлана. Яҙыуҙарҙы вице-адмирал Корнелиус Крюйс алып бара. Баштараҡ был яҙмалар бик ҡыҫҡа була һәм ошолайыраҡ итеп алып барыла: « 22 апрель, йәкшәмбе. Иртәнгә табан ел норд-вест; һыу элекке кимәлдә тора. Көн болотло һәм һыуыҡ … төшкө ваҡытта көсһөҙ генә норд-вест һәм төштән һуң ямғыр. Кискә тиклем тыныс һәм матур көн». Һуңыраҡ күҙәтеүҙәр фәнгә яҡыная төшә.
  • 1724 йылда Рәсәйҙә тәүге метеорология станцияһы ойошторола, 1725 йылдың декабренән Фәндәр академияһында һауа торошон күҙәтеүҙә барометр һәм термометр ҡулланыла башлай
  • XVIII быуаттың 30-сы йылдары — 20 метеостанциянан торған һауа торошон күҙәтеү селтәре булдырыла- «Бөйөк төньяҡ экспедиция»(«Великая северная экспедиция»).
  • 1 апреля 1849 йылдың 1 апреле — Петербургта «Төп физик обсерватория» асыла- «Главная физическая обсерватория» (ГФО). (хәҙерге «Главная геофизическая обсерватория» им. А. И. Воейкова (ГГО)).
  • XIX быуаттың 70-се йылдарында  — ҙур йылғалар һәм күлдәрҙә бик күп гидрологик күҙәтеүҙәр пункттарынан торған селтәр булдырыла.
  • 1872 йылдың 1 ғинуары — ГФО Европа һәм Себер өсөн көндәлек синоптик карталар һәм метеорологик бюллетень эшләп сығарыуға тотона ( был көндө Рәсәйҙә һауа торошо хеҙмәте тыуған көн тип иҫәпләйҙәр).
  • 1892 г. — «Метеорологик айлыҡ белешмә» ( «Метеорологический ежемесячник») сыға башлай.
  • 1921 йылдың 21 июне — В. И. Ленин «РСФСР-ҙа метеорология хеҙмәтен ойоштороу тураһында» («Об организации метеорологической службы в РСФСР») декретына ҡул ҡуя.
  • 1929 йылдың авгусында — СССР хөкүмәте ( СНК СССР) берҙәм Гидрометеорология хеҙмәтен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә .
    • уның ойоштороусыһы һәм етәксеһе — Алексей Феодосиевич Вангенгейм, СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы янындағы Гидрометеорология комитеты рәйесе. (1934 йылда 10 йылға иркенәнән мәхрүм ителә )[7]
  • 1930 йылдың 1 ғинуары — «Үҙәк һауа торошо бюроһы» эшен башлай («Центральное бюро погоды»).

Хәҙерге заманда метеорологик мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн компьютер селтәре ҡулланыла, был мәғлүмәттәрҙе йыйнаҡлау алгоритмын яҡшыртырға мөмкинлек бирә: ғәҙәти хәреф һәм цифраларҙан торған код урынына таблицалар төҙөлә, уларҙың кодын сисеүе һәм аңлауы еңел бирелә[8].

Башҡортостанда метеорология хеҙмәте тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда тәүге метеорология күҙәтеүҙәре XVIII быуат аҙағында ойошторола. Уларҙы айырым крайҙы өйрәнеүселәр алып бара, мәҫәлән, Өфөлә 1780 йылдан алып, егерме йылдан ашыу Ребеллинский, һуңыраҡ 1835 — 1850 йылдарҙа аптекарь Боссе үҙ күҙәтеүҙәрен теркәп барған. 1838 йылдан башлап Өфө ирҙәр гимназияһында (хәҙерге медицина университетының бер бинаһы), 1912 йылдан Өфөнөң көньяҡ-көнбайыш ситендә (хәҙерге Телеүҙәк тирәһе) урынлашҡан метеостанцияла һауа торошон даими күҙәтеү ойошторола [9] .

1877 йылдың 9 сентябрендә хәҙерге Дуҫлыҡ монументы янындағы күпер тирәһендә, Золотуха биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһындағы һыу күләмен үлсәү посы булдырыла. Ошо ваҡыттан алып, был урындағы пост үҙ эшен дауам итә. 1880 йылда Бөрө ҡалаһы, Андреевка ауылы янында Ағиҙел йылғаһы кимәлен үлсәү өсөн ике гидрология посы , 1912 йылда Ҡариҙел ауылында Ҡариҙел йылғаһында гидропост булдырыла.

1875 йылдан метеорология күҙәтеүҙәре Бөрөлә, Благовещен заводында, Бәләбәй ауыл хужалығы мәктәбендә алып барыла.

1895 йылда Өфө губерна земствоһы һауа торошон күҙәтеүҙе даими алып барыусы метеорология станциялары селтәрен булдыра. Был эштең башлап йөрөүсеһе Ҡазан университеты профессоры Д.А.Гольдгаммер булған. Профессор Гольдгаммер — Рәсәйҙең Көнсығышында метеорология селтәренә нигеҙ һалыусы, 1895 йылдан 1912 йылдың 1 ғинуарына тиклем Өфө метеоселтәре был селтәргә ингән . 1912 йылда Башҡортостанда 22 метеостанция эшләй. 1892 йылда Бөрөлә, 1912 йылда Шишмәлә, 1914 йылда Асҡында һәм Мәләүездә , 1917 йылда Баҡалыла метеостанциялар булдырыла.

Өфө Метеорология бюроһы 1913 йылдың 22 майынан башлап эшләй, уның тәүге мөдире— Константин Иванович Михеев. 1913 —1917 йылдарҙа был хеҙмәт яҡшы ғына эшләй. 1916 йылда Өфө губернаһында 88 метеорология станцияһы һәм пункты була, уларҙың дүртеһе Екатеринбург физика обсерваторияһы, ҡалғандары земство иҫәбенә тотола. Земстволар бөтөрөлгәс, был станциялар ҙа ябыла.

Граждандар һуғышы эҙемтәләре метеохеҙмәтте лә бик ауыр хәлгә килтерә. 1920 йылда барыһы 6 станция эшләй, улар араһында 1912 йылдан Шишмәлә һәм 1914 йылдан башлап, Бөрөләге станциялар иң тотороҡло эшләгәне була [10].

Башҡортостандың тәбиғәт зоналары

1921 йылдың ғинуарынан Өфөгә губерна ер бүлегенә (губземотдел) метеорология инспекторы итеп Кургузов Яков Васильевич саҡырыла. Метеокүҙәтеүҙәр селтәре бик яй тергеҙелә, приборҙар етешмәй, 1921 йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ һәм аслыҡ була. 1925 йылдан башлап, инспекторҙар метеорология станцияларында йөрөп, инструктаж үткәрә һәм күҙәтеүҙәрҙе тикшерә, ай һайын бюллетендәр сығарыла башлай. 1932 йылда республикала 39 метеостанция, 38 ямғыр кимәлен билдәләүсе пункт, 16 гидрология станцияһы, 98 йылғаларҙа һыу кимәлен билдәләү посы эшләй.

1923—1930 йылдарҙа Башнаркомзем янында Метеорология бюроһы эшләй, мөдире— Константин Иванович Михеев. Башҡорт АССР-ы Совнаркомы янында 1930 йылдың 19 ғинуарында Гидрометеорология бюроһы булдырыла. Гидрометбюро рәйесе— Корхов Михаил Никифорович. 1932 йылдан Гидрометкомитет рәйесе — Тернер Евстафий Владимирович.

1933 йылда Өфөлә булдырылған Гидрометеорология хеҙмәте идараһы 1937 йылға тиклем эшләй . ЦУГМС- тың бойороғо буйынса 1937 йылдың 23 мартынан БАССР гидрометеоролгия хеҙмәте идаралығы бөтөрөлөп, бөтә материалдар Свердловск ( Урал) гидрометеохеҙмәт идаралығына тапшырыла, Өфөлә Свердловск гидрометология хеҙмәте идаралығы бүлексәһе эшләй башлай.

1948— 1964 йылдарҙа Өфөлә эшләгән Гидрометбюро (Урал Гидрометеохеҙмәт идаралығы составында ) етәксеһе— Пацков Алексей Алексеевич . 1964 йылдың декабрендә Өфө гидрометобсерватория ойошторола, ул 1982 йылдың ғинуарына тиклем эшләй. 1964— 1979 йылдарҙа уның етәксеһе Мәскәү гидрометинститут тамамлаған синоптик Никульшина Галина Алексеевна була.

1979 йылда гидрометобсерватория етәксеһе вазифаһына Лапиков Василий Васильевич тәғәйенләнә ( Ленинград гидрометеорология институтынан һуң 8 йыл Амурҙағы Комсомольск ҡалаһы авиаметстанцияһында эшләгән). Метеостанциялар селтәре тулыһынса Урал УГКС-ына буйһона. Республика хужалығы үҫеүе, гидрометеорология хеҙмәтен ҡайтанан ойоштороу кәрәк булғанлыҡтан Урал идаралығынан айырылып сығыу хәжәте тыуа.

Өфө Гидрометобсерваторияһы директоры Лапиков В.В. республика етәкселеге ярҙамы менән Башҡортостан территория идаралығын булдырыу планын төҙөй . 1982 йылда үҙ балансы булған Башҡортостан Гидрометобсерваторияһы булдырыла, уның ҡарамағына бар метеостанция һәм постар ҙа күсә.

Идаралыҡтың материаль-техник базаһын нығытыу ихтыяжынан сығып, 1983 йылда идаралыҡтың яңы бинаһы төҙөлә башлай . 1985 йылдың ғинуарында идаралыҡ был бинала эш башлай. 1986 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан гидрометобсерватория, Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхите бысраныуын тикшереү һәм контролдә тотоу хеҙмәте , Башҡортостан территорияһындағы Урал территориаль идаралығы оператив- производство ойошмалары нигеҙендә Башҡортостан гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитен контролдә тотоу идаралығы булдырыла. 1989 йылда – УГКС Башҡортостан УГМС-ы, 1992 йылдан - Гидрометеоролгия һәм тәбиғәт мөхите мониторингы идаралағы. 1979 -2007 йылдарҙа идаралыҡ етәксеһе- атҡаҙанған метеоролог, география фәндәре кандидаты Лапиков Василий Васильевич.

1994 — 2002 йылдарҙа 14 яңы метеорология станцияһы булдырыла, Дүртөйлө һәм Сибайҙа яңы станциялар асыла. Баймаҡта, Павловкала (Нуриман районы), Оло-Тәләктә (Иглин районы) яңы биналар төҙөлә. 2002 йылда Туймазыла Мониторинг үҙәге асыла.

2000-2001 йылдарҙа метеоселтәр компьютерлаштырыла. 2002 йылда Башҡортостанда 38 станция, 3 гидрология станцияһы, 1 күл посы, 15 метеопост, 68 гидрология посы, 7 лаборатория, 24 атмосфера бысраныуын күҙәтеүсе пункт, 38 (50 створ) ер өҫтө һыуҙарының бысраныуын күҙәтеүсе пункт булған.

2003-2004 йылдарҙа финанс ауырлыҡтары булыу сәбәпле 7 метеостанция, 10 метеопост, 2 лаборатория, 4 атмосфера һауаһы бысраныуҙы күҙәтеү пункты ябыла. 2007-2013 йылдарҙа идаралыҡ етәксеһе- Ферапонтов Юрий Иванович.

2010-2011 йылдарҙа (ФЦП «Модернизация и техническое перевооружение Росгидромета» бойороғона ярашлы ) бөтә метеостанцияларҙа ла автоматик метеорология комплекстары (АМК) ҡуйыла. 2013 йылда Баймаҡ метеостанцияһы ябыла, Бүздәк, Раевка, Үрге Йәркәй ҡыҫҡартылған күҙәтеү программаһына күсерелә[11]. 2013 йылдың ноябренән «Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә- яҡ мөхитте мониторинглау» Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе итеп Горохольская Вилора Зиннуровна тәғәйенләнә.

2014 йылда Башҡортостанда 32 станция, 3 гидрология һәм 1 күл станцияһы, 68 гидрометеорология посы, 5 лаборатория, 20 атмосфера һауаһын күҙәтеү пункты, 39 ер өҫтө һыуҙары бысраныуын күҙәтеү пункты булған. Автоматик метеорология станциялар Белорет районы Рәүәт (рус.Ревет) һәм Николаевка ауылында, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында, Шүлгәнташ ҡурсаулығына ҡуйылған. Рәүәттә,Кесе Инйәрҙә һыу кимәлен һәм температураһын билдәләүсе автоматик гидрология комплексы ҡуйылған.

Росгидромет селтәрен техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыу проекты буйынса станциялар һәм постарҙы техник яҡтан яңыртыу көтөлә.

Метеорология бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бынан тыш ғәмәли бүлектәр:

  • Авиационная метеорология
  • Агрометеорология
  • Биометеорология ( атмосфера процестарының кешегә һәм башҡа тере организмдарға тәьҫир итеүен өйрәнеү фәне )
  • Ядро метеорологияһы( тәбиғи һәм яһалма радиоактивлыҡты, атмосферала радиоактив ҡатнашмаларҙың таралыуын, ядро шартлауының тәьҫирен өйрәнеүсе фән)
  • Радиометеорология (атмосферала радиотулҡындар таралыуын өйрәнеүсе фән)
  • Спутник метеорологияһы

Шулай уҡ вағыраҡ бүлектәр- урман (янғындар менән бәйле), транспорт, төҙөлөш һәм башҡа.[12] Ҡалып:Разделы физики атмосферы

Тикшеренеүҙәр өлкәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хромов С. П. Метеорология и климатология для географических факультетов — Л.: Гидрометеорологическое изд-во, 1964. — Б. 30. — 500 б.
  • Городецкий О. А., Гуральник И. И., Ларин В. В. Метеорология, методы и технические средства наблюдений — 2-е изд. — Л.: Гидрометеоиздат, 1991. — Б. 8. — 336 б. — ISBN 5-268-00646-9.
  • Хромов С. П., Петросянц М. А. Метеорология и Климатология. Учебник — М.: Изд. МГУ, 2001. — 527 б.
  • Пасецкий В. М. Метеорологический центр России. Л.: Гидрометеоиздат, 1978.
  • Селезнева Е. С. Первые женщины геофизики и метеорологи. Л.: Гидрометеоиздат, 1989.-184 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Метеорологическое оборудование

  1. The Man Who Named The Clouds
  2. 2,0 2,1 RMetS
  3. А.Угрюмов. «По сведениям Гидрометцентра…»
  4. Метеорология и гидрология // Гидрометеоиздат. — 2014. — № 4. — С. 126—127. — Из содерж.: Евгений Михайлович Добрышман (к 95-летию со дня рождения). — ISSN 0130-2906.
  5. И о погоде
  6. http://www.isaran.ru/?q=ru/fund&guid=4EEACCCC-3A05-48E3-90C0...ida=27
  7. Пропавший Соловецкий этап, Владимир Тольц, 25.08.07 на сайте Радио Свобода
  8. Готюр И. А., Костромитинов А. В.Технология описания и раскодирования метеорологических данных на основе алгебраического подхода. — Журнал Приборостроение. — Выпуск № 1. — Стр. 6-11
  9. www.meteorb.ru/about/historical-reference
  10. www.meteorb.ru/about/historical-reference
  11. www.meteorb.ru/meteorology/network-of-meteorological-stations
  12. Кан С.И. Океан и Атмосфера — Москва: Наука, 1982. — Б. 71—72. — (Человек и окружающая среда).