Зәйнулла ишан исемендәге мәсет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мечеть имени Зайнуллы Ишана битенән йүнәлтелде)
Иҫтәлекле урын
Зәйнулла ишан исемендәге мәсет

Зәйнулла ишан исемендәге мәсет (Зәйнулла Рәсүлев, Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, шулай уҡ Зайнулла ишан; 1833—1917) — Учалы ҡалаһында 2009 йылдың 20 нобрендә төҙөлгән ике ҡатлы йорт. Мәсет ҡаланың ситендә, коттеджлы йорттарҙан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан. Ғибәҙәт йортоноң төҙөлөү урыны осраҡлы түгел: ун йылдан, ҡала үҫә барыу менән, мәсет үҙәктә ҡаласаҡ.

Мәсеттең тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла ишан хөрмәтенә аталған. Ул 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһының Шәрип ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) тыуған. Был алдынғы ҡарашлы кеше арҡаһында XIX быуатта бик күп мәҙрәсәләр һәм яңы мәктәптәр асыла, китап баҫтырыу эше юлға һалына, тиҫтәләгән гәзит-журналдар сыға башлай. 1884 йылда Зәйнулла Рәсүлев ҡаҙаҡ байы Алтынсариндың аҡсалата ярҙамы менән Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен аса. Һәм бында яңы уҡытыу методикаһын индерә, традицион дини предметтар менән бер рәттән уҡыу программаһына арифметика, физика, химия, география, матур яҙыу, рәсем, рус һәм иҫке төрки телдәрен дә индерә. Киләсәктә лә был мәсеткә Учалы мосолмандары ғилем алыр өсөн йөрөрҙәр.

Мәсеттең төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйнулла ишан мәсете — өс манаралы ҙур бина, төп манараның бейеклеге нигеҙҙән алып 20 метр тәшкил итә. Ирҙәр өсөн ғибәҙәтхана аҫҡы ҡатта, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн икенсе ҡатта урынлашҡан. Шулай уҡ подвал бинаһы ла бар. Унда кухня, ашхана, уҡыу өсөн кластар урынлашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым инеү ишеге булдырылған республикалағы берҙән-бер мәсет тә ул.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйнулла ишан исеме шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Троицк (Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет), Дағстандың Махачкала, Татарстандың Ҡазан ҡалаларында урынлашҡан мәсеттәргә лә бирелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет нисек төҙөкләндерелгән бында күрһәтелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]