Микулин Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Микулин Иван Иванович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Иглин районы
Вафат булған көнө 2 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө полководец
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]

Микулин Иван Иванович (16 февраль 1942 йыл2 март 2016 йыл) — совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы (1994—1995), отставкалағы генерал-лейтенант. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары каваалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Иванович Микулин 1942 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районында Новый ауылында тыуған.

1963 йылда Рязань хәрби автомобиль училищеһын тамамлай һәм Карпат буйы хәрби округында транспорт взводы командиры булып хеҙмәт итә.

1964 йылдан ғәскәрҙәрҙә сәйәси эштә.

1975 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай һәм Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң 6-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының сәйәси бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1976—1981 йылдарҙа — 21-се мотоуҡсылар дивизияһы, ә һуңынан 4-се гвардия Кантемир танк дивизияһы сәйәси бүлеге начальнигы.

1983 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай һәм ғәскәрҙәрҙә хеҙмәтен дауам итә.

1991 йылда — СССР Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1991—1993 йылдарҙа — Көнбайыш ғәскәрҙәре төркөмөнөң шәхси состав менән эшләү буйынса ғәскәр баш командующийы ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең шәхси состав менән эшләү буйынса Тыл начальнигы ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының шәхси состав менән эшләү буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре Идаралығы начальнигы.

1994 йылдан 2000 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы йәштәр эштәре буйынса Совет ағзаһы.

2016 йылдың 2 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]