Милена Павлович-Барили

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милена Павлович-Барили
сер. Милена Павловић-Барили
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Variant flag of Serbia (1882–1918).svg Сербия короллеге
Тыуған көнө 5 ноябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Пожаревац[d], Сербия короллеге
Вафат булған көнө 6 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][5] (35 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе падение с лошади[d]
Ерләнгән урыны Римское некатолическое кладбище[d]
Атаһы Барилли, Бруно[d]
Һөнәр төрө рәссам, яҙыусы, шағир
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Уҡыу йорто факультет изящных искусств Университета искусств в Белграде[d]
Požarevac Gymnasium[d]
Сәнғәт йүнәлеше модернизм[d]
Жанр портрет[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Файлы артиста по адресу Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][6]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Milena Pavlović-Barili
Commons-logo.svg Милена Павлович-Барили Викимилектә

Милена Павлович-Барили (сер. Милена Павловић-Барили; 5 ноябрь 1909 йыл — 6 март 1945 йыл) — Сербия шағиры һәм рәссамы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милена Павлович-Барили 1909 йылдың 5 ноябрендә Сербия короллегенең Пожаревац ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Бруно Барили композитор, музыка тәнҡитсеһе һәм шағир була[7]. Әсәһе Даничи Павлович сығышы менән Ҡарагеоргиевичтар нәҫеленән, ул сәнғәтте өйрәнгән. 1922—1926 йылдарҙа Белградта Сәнғәт король мәктәбендә белем ала, ә 1926—1928 йылдарҙа — Германияла Мюнхенда сәнғәтте өйрәнә.

1930-сы йылдар башында Югославиянан китә. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем бер нисә тапҡыр Югославияға килә, башлыса Испанияла, Римдә, Парижда һәм Лондонда йәшәй, бында Жан Кокто һәм Андре Бретон һымаҡ рәссамдар менән аралашыу мөмкинлеген ала. Көнбайыш сәнғәт мәктәптәре һәм рәссамдәре, айырым әйткәндә Джорджо де Кирико йоғонтоһона эләгә. 1939 йылдан һуң АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында йәшәй.

1945 йылдың 6 мартында вафат була. Үлем сәбәптәре араһында аттан ҡолап төшөү һәм йөрәк өйәнәге атала[7].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның эшәренең темактикаһы күп төрлө — бында портреттар ҙа һәм Тәүрәт сюжеттары интерпретациялары ла бар. Мотивтар араһында вуальдәр, фәрештәләр, Венера статуялары һәм арлекиндар бар. Күп кенә әҫәрҙәре Римдә, Нью-Йоркта, Белграда һәм шулай уҡ туған ҡалаһы Пожаревацта даими рәүештә күрһәтелә. Ул тыуған йорт 1962 йылда музейға әйләндерелгән[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Milena Pavlović-Barili // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Milena Pavlovic-Barili // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Bibliothèque nationale de France Milena Pavlović Barilli // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  7. 7,0 7,1 7,2 Zorica Markovic. MILENA PAVLOVIĆ-BARILI (билдәһеҙ). www.stil-magazin.com. Дата обращения: 26 мая 2015. 2015 йылдың 20 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]