Эстәлеккә күсергә

Милка Бабович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милка Бабович
хорв. Milka Babović
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]
 Югославия короллеге
 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Хорватия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Тыуған көнө 27 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Скопье, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]
Вафат булған көнө 26 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Загреб, Хорватия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Һөйәк һыныуы һәм коронавирусная инфекция COVID-19[d]
Ерләнгән урыны Gaj urni Cemetery[d][2]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө журналист, спортивный комментатор, еңел атлет
Эш урыны Радио и телевидение Хорватии[d]
Уҡыу йорто Загреб университеты[d]
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы бег на 100 метров[d]
Ойошма ағзаһы Croatian Journalists' Association[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Милка Бабович Викимилектә

Милена «Милка» Бабович (хорв. Milka Babović; 27 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1], Скопье, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]26 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (92 йәш), Загреб[4]) — Хорватия спортсыһы (спринт һәм барьерҙар менән йүгереү) һәм журналисы. Югославияла спринт буйынса бихисап ярыштарҙың еңеүсеһе. Шулай уҡ телевидениела спорт журналисы һәм мөхәррир булып эшләй.

Милена Бабович Югославияның (хәҙерге Төньяҡ Македонияның) Скопье ҡалаһында тыуған, Сараевола үҫкән, артабан Румаға һәм Белградҡа күсә, бында мәктәптә белем алған. Һуңынан Загреб университетының педагогия факультетын тамамлай[5]. Рума ҡалаһында спорт менән шөғөлләнә башлап, Загребта Младость спорт йәмғиәтенә ингән һәм спринт буйынса тәүге ярыштарҙа ҡатнашҡан. 1953 йылдан 100 метрға йүгереүҙә (бер тапҡыр), барьерҙар менән 80 метрға йүгереү (ете тапҡыр), 4 × 100 метрға эстафетала (ете тапҡыр) һәм 4 × 200 метрға эстафетала (ике тапҡыр) Югославия чемпионатында еңеү яулай. Спринтта Югославияның бер нисә рекордын урынлаштыра. 1953 һәм 1957 йылдарҙағы халыҡ-ара студенттар ярыштарында барьерҙар менән 80 метрға йүгереүҙә ике тапҡыр еңеү яулай. 1954 йылғы Европа чемпионатында 5-се урын ала[5]. Sportske novosti гәзитенең һайлауҙарында өс тапҡыр Хорватияның иң яҡшы спортсыһы һәм ике тапғыр Югослаияның иң яҡшы спортсыһы тип таныла[5].

1949 йылдан Narodni sport гәзитендә спорт журналисы булып эшләй. 1957 йылда Загреб телевидениеһына эшкә урынлаша, бында тәүгеләрҙән булып спорт мөхәррире вазифаһын биләй. Был вазифала дүрт йыл тәнәфес менән 1975 йылға ҡәҙәр эшләй. Бер нисә тапҡыр Хорватия журналистары ассоциацияһының спорт журналистикаһы секцияһының рәйесе була. Ике мандат Югославия Олимпия комитеты ағзаһы була. Бер мәртәбә Загреб ҡалаһы ассамблеһы башҡарма советының ағзаһы була[5].

Милена Бабович 1974 йылда Журналистар ассоциацияһы һәм 1977 йылда Загреб ҡалаһы бүләктәренә лайыҡ була. 1979 йылда Югославияның Ҡәрҙәшлек һәм берҙәмлек ордены менән бүләкләнә[5].

  1. 1,0 1,1 Milka Babović // Hrvatski biografski leksikon (хорв.) — 1983.
  2. https://www.gradskagroblja.hr/trazilica-pokojnika/15
  3. Hrvatski biografski leksikon (хорв.) — 1983.
  4. Milena Babovic 2016 йыл 8 май архивланған.. trackfield.brinkster.net
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Frntić, Franjo (1983), "Babović, Milka", «Croatian Biographical Lexicon», vol. 1, Leksikografski zavod Miroslav Krleža