Милли парк
Милли парк | |
Категория-эпоним | Category:Wikipedia categories named after national parks[d] |
---|---|
Милли парк Викимилектә |
Милли парк (рус. Национа́льный парк) — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында кеше эшмәкәрлеге сикләнгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы түбәндәге билдәләмә бирә: «Милли парк — үҙәк власть тарафынан раҫланған майҙан, унда өс төп шарт үтәлергә тейеш: тәбиғәтте тулыһынса һаҡлау; етерлек арауыҡ; билдәләнгән статусы. Милли парк территорияһында туризм рөхсәт ителә һәм ойошторола. Милли парк территорияһы хоҡуҡи режим менән һаҡлана. Тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыуҙың бөтә төрҙәре тыйыла һәм кеше эшмәкәрлеге территорияның бөтөнлөгөн боҙмаҫҡа тейеш»[1].
Кеше эшмәкәрлеге тулыһынса тиерлек тыйылған тәбиғәт ҡурсаулығынан айырмалы рәүештә (һунар, туризм һәм башҡалар тыйылған), милли парктар территорияһында туристар инә ала, ә хужалыҡ эшмәкәрлеге сикләнгән масштабта рөхсәт ителә[2].
Шулай уҡ «милли парк» һәм «тәбиғәт паркы» төшөнсәләрен айырырға кәрәк. Милли парктар юғарыраҡ статусҡа эйә (мәҫәлән, улар федераль әһәмиәткә эйә) һәм федераль (үҙәк) власть органдары ҡарары менән булдырыла. Тәбиғәт парктары төбәк әһәмиәтенә эйә. Уларҙы төбәк властары ойоштора һәм идара итә[1].
Беренсе милли парк булып Йеллоустоун паркы һанала, ул 1872 йылда барлыҡҡа килә[2], әммә айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре урта быуаттарҙан билдәле. Иң ҙуры — Гренландияның Төньяҡ-Көнсығыш милли паркы, майҙаны 972 мең км² тәшкил итә, был донъяның 163 иле майҙанынан артып китә[3]. Был Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң яҡынса дүрттән бер өлөшө. Шул уҡ ваҡытта АҠШ-тың Хот-Спрингс милли паркының майҙаны ни бары 22 км² тәшкил итә[4]. Донъяла 2000-гә яҡын милли парк бар[5].
Советтар Союзында милли парктар булдырыуға Йеллоустоун милли паркы һәм АҠШ-тың Грейт-Смоки-Маунтинс милли паркы ҙур йоғонто яһай. Улар менән1961 йылда АҠШ-ҡа сәйәхәте ваҡытында совет географтары И. П. Герасимов, Ф. Ф. Давитая, Г. А. Мәүлянов, В. П. Ковалевский, К. А. Салищев һәм В. А. Кротов таныша. 1965 йылда Советтар Союзында Байкал күлен һаҡлау буйынса саралар тураһында фекер алышыу барышында И. П. Герасимов уның ярҙарында «тәбиғи парк-комбинат» булдырырға тәҡдим итә. Ул совет граждандарының ял итеү урыны булараҡ, шулай уҡ күлдең үтә таҙа һыуҙарын юғары технологиялы сәнәғәт етештереүе өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирер ине. 1966 йылда «Комсомольская правда» гәзитендә И. П. Герасимов һәм В. С. Преображенскийҙың Советтар Союзында һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен киңәйтеү кәрәклеге, милли парктар системаһын булдырыуға өҫтөнлөк бирелергә тейешлеге тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең милли парктары исемлеге
- Ҡурсаулыҡ һәм милли парктар көнө
- Тәбиғәт паркы
- Биоцентризм
- Ҡурсаулыҡ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Национальные и природные парки . Дата обращения: 28 ғинуар 2019. Архивировано 28 ғинуар 2019 года.
- ↑ 2,0 2,1 [ Национальный парк] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ The National park in North and East Greenland 2006 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ CAPE LOOKOUT NATIONAL SEASHORE . Дата обращения: 28 ноябрь 2013. Архивировано 22 сентябрь 2013 года.
- ↑ Максаковский В. П., Петрова Н. Н., Физическая и экономическая география мира. — М.:Айрис-пресс, 2010. — 368с.:ил. [1] 2021 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Собисевич А. В., Снытко В. А. Создание биосферных заповедников и национальных парков для развития научных исследований и экологического туризма (на примере опыта СССР) // Вестник Московского государственного областного университета. Серия: Естественные науки. — 2018. — № 4. — С. 50-61.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николаевский А. Г. Национальные парки. — М.: Агропромиздат, 1985. — 192 с.
- Бобров Р. В. Всё о национальных парках. — М.: Молодая гвардия, 1987. — 224 с. — (Эврика). — 100 000 экз. (в пер.)
- Национальный парк / Н. Р. Данилина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли парк Викимилектә |