Минаева Татьяна Максимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Минаева Татьяна Максимовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 7 ғинуар 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған көнө 18 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Һөнәр төрө ғалим, археолог

Минаева Татьяна Максимовна (18961973) — совет ғалимы, археолог, педагог.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1896 йылдың 7 ғигуарында Смоленск губернияһы Цибульники ауылында Мәскәү-Брест тимер юлы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған[1].

Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң яҡшы уңыштары өсөн Мария Петербург уҡытыусылар семинарияһына ебәрелә (һуңыраҡ Баш педагогия институты тип атала), унда урта белем ала. 1913 йылдан башлап, семинарияны тамамлағас, Васильевка ауылының ике класлы земство мәктәбендә, артабан Һамар губернаһының Балаковский ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһындә уҡыта.[2] 1919 йылда Һарытау университетының тарих-филология факультетына уҡырға керә, 1924 йылда тамамлай. Археология һәм сәнғәт тарихы кафедраһында аспирантурала уҡыуын дауам итеү өсөн университетта ҡала, бер үк ваҡытта Һарытау край музейының фәнни хеҙмәткәре булып эшләй.

П. С. Рыков һәм П. Д. Степанов менән бергә 1925 йылда Ҡаҙағстанда сармат мәҙәниәтенең курганлы төркөмдәрен ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаша. Һуңыраҡ, П. С. Рыковты һәм уның фәнни мәктәбен эҙәрлекләүҙәр башланыу сәбәпле, эшһеҙ ҡала. 1929 йылдан 1936 йылға тиклем Минаева Сталинград өлкә музейының (хәҙерге Волгоград өлкә крайы музейы) археолог һәм тарих бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан ҡулға алына һәм һөргәнгә ебәрелә. 1936-1939 йылдарҙа Татарстан АССР-ы Соль-Илецк ҡалаһында мәктәптең башланғыс сыйныфтар уҡытыусыһы булып эшләй. 1939 йылда фәнни эшкә ҡайтыу мөмкинлеген ала һәм Төньяҡ Кавказға күсеп китә.[3].

1939 йылдан Татьяна Максимовна был төбәктә эшләй һәм ун йылға яҡын Ставрополь крайҙы өйрәнеү музейының тарих бүлеге мөдире булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, немецтар ҡамап алған Ставропольдә ҡалып, коллекцияларын һаҡлап ҡала. Ҡайһы бер иң ҡимммәтле экспонаттарҙы, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, фашисттарҙан йәшереп алып ҡала. Т. М. Минаевтың картиналары һәм башҡа музей фондын ҡоткарған өсөн «1941-1945 йылдар Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙале менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң тергеҙелгән археология эштәренең нәтижәһе булып Юғары Прикубаньда 1947 йылда һаҡланған "Кубань юғары ҡатламдарының археологик ҡомартҡылары" диссертацияһы була. Диссертацияны яҡлағандан һуң, Т. М. Минаева Ставрополь педагогика институтында (хәзерге Ставрополь дәүләт университеты, тарих кафедраһы доценты) уҡытыусы булып эшләй, был вазифала пенсияға сыкҡҡансы ҡала. Бер үк ваҡытта Ҡарасәй-Черес, Ставрополь крайында һәм Чечен-Ингушетияла археологик эштәр алып бара. Күп кенә фәнни эштәр авторы, шул иҫәптән монография ла бар.[1].

Ставрополдә 1973 йылдың 18 авгусында вафат була.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]