Минһажев Әнис Ғилемйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мингазов Анис Гилемьянович битенән йүнәлтелде)
Минһажев Әнис Ғилемйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Кесе Бишҡурай ауылы, Бишҡурай ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө милиция, юрист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Минһажев Әнис Ғилемйән улы (10 июль 1948 йыл) — хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы. 1993—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, 1995—2002 йылдарҙа Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1998).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнис Ғилемйән улы Минһажев 1948 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Кесе Бишҡурай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәпте тамамлай һәм Совет Армияһы сафтарында хәрби бурысын үтәй. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң 1969 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының Туймазы ҡала-район эске эштәр бүлегендә милиционер вазифаһында үҙаллы эш башлай.

1970 йылда енәйәтселәр эҙләү бүлеге инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә һәм уға беренсел офицер дәрәжәһе — «милиция кесе лейтенанты» дәрәжәһе бирелә.

1971 йылдан Дүртөйлө район эске эштәр бүлегенең Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлексәһендә инспектор була.

1977 йылда Әнис Минһажев Нефтекама ҡала эске эштәр бүлегенә күсерелә һәм артабанғы йылдарҙа бындағы Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлеге начальнигын вазифаһынан Нефтекама ҡала эске эштәр бүлегенең криминал милиция начальнигы вазифаһына тиклем хеҙмәт баҫҡыстары үтә.

1993 йылда милиция подполковнигы Әнис Минһажев Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1995—2002 йылдарҙа ул Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы начальнигы була һәм, милиция органдарында 33 йыл хеҙмәт итеп, отставкаға сыға.

1986 йылда Әнис Ғилемйән улы Минһажев СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай.

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрының 1996 йылдың 19 апрелендәге бойороғо менән уға «милиция полковнигы» тигән дәрәжә, ә Башҡортостан Президентының 1998 йылдың 9 декабрендәге указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1999—2005 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының ике саҡырылыш ҡала Советы депутаты[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1998)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]