Минең тормошом (повесть)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минең тормошом
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1896

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1896 йылдың октябрь-декабре

Минең тормошом — А. П. Чехов повесы. 1896 йылда яҙылған[1]. Тәүге тапҡыр «Нива» журналының ай һайын сыға торған әҙәби ҡушымтаһының 10-12 һандарында ошо уҡ йылдың октябрь-декабрендә баҫыла.

Баҫма тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повесть тәүге тапҡыр Нива журналының ай һайын сыға торған № 10-12 әҙәби ҡушымтаһында 1896 йылдың октябрь-декабрендә баҫтырыла. Николай II батшалыҡҡа ултырғанлыҡтан сыҡҡан эшселәр стачкаларынан һәм яңы цензор тәғәйенләнгәнлек арҡаһында цензура көсәйеүҙән ҡурҡып, повестың цензура өсөн хәүефһеҙ тәүге биш бүлеген, цензорҙың уяулығын кәметеү маҡсатында, беренсе китап итеп, ҡалғанын икенсе китапта нәшер итергә булалар.

Автор тарафынан ҡайтанан эшкәртелгән повесть Суворин баҫтырған Мужики хикәйәләр йыйынтығында сыға. Моя жизнь («Минең тормошом») повесы бер ниндәй үҙгәрешһеҙ йыйынтыҡтың ете баҫмаһында 1897—1899 йылдарҙа сыға. 1899—1901 йылдарҙа Адольф Маркс[2] нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының туғыҙынсы томына был повесть автор тарафынан әҙ генә үҙгәртелеп индерелә.

Повестағы тормош сылбырҙарын һүрәтләгән тәьҫораттар яҙыусының бала сағынан уҡ башланып китә. П. Сурожский (П. Н. Шатилов): «…Моғайын, повесты яҙғанда Чехов Таганрог тураһында уйлаған»[3], — тип яҙа.

Фон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехов повесты 1896 йылдың февралендә яҙа башлай һәм шул уҡ йылдың июль аҙағында тамамлай. Повестың атамаһы арҡаһында килешмәүсәнлек килеп сыға. Чеховҡа «Моя жизнь» тигән атама оҡшамай, уның повесты «В девяностых годах» тип атағыһы килә. Нива журналының мөхәррире Алексей Тихонов-Луговой атаманы ниндәйҙер мемориал менән бәйләй һәм Чеховҡа шул көйөнсә үҙгәртеүһеҙ ҡалдырырға тәҡдим итә. Автор бәхәсләшмәй генә риза була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Литературный музей А. П. Чехова. Сборник статей и материалов, вып. 4, Ростов н/Д., 1967, стр. 91.
  • Чехов А. П. Моя жизнь: (Рассказ провинциала) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. James N. Loehlin The Cambridge Introduction to Chekhov 2010 1139493523 p.92. «Three Years» (1895), and «My Life» (1896).
  2. Muratova, K. D. Commentaries to Моя жизнь.
  3. П. Сурожский. Cтатьz «Местный колорит в произведениях А. П. Чехова». «Приазовский край», 1914, № 172, 3 июля

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]