Эстәлеккә күсергә

Минкә (ауыл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Минкә
Минка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Ҡала округы

Ҡытаутамаҡ ҡала округы

Координаталар

55°00′03″ с. ш. 58°14′57″ в. д.HGЯO

Халҡы

251[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 35167

Почта индексы

456051

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 455 000 008

Код ОКТМО

75 755 000 131

Номер в ГКГН

0326004

Минкә (Рәсәй)
Минкә
Минкә
Минкә (ауыл, Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Минкә

Минкә — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округындағы ауыл.

Минкә йылғаһы менән Минкә шишмәһе ҡушылған ерҙә, Башташ һыртының көньяҡ-көнбайыш осонда, Ҡытаутамаҡтан 9 (15) км төньяҡ-көнсығышта һәм Силәбенән көнбайышҡа табан 200 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Минкә ауылының рельефы таулы, ауылдан көнсығышта — Башташ тау армыттары, көньяҡ-көнсығышында — Козлов тауы (482 м).

Ландшафы — ҡарағас һәм япраҡлы аастар менән аралашҡан аҡһыл ылыҫлы ҡарағай урмандары зонаһы[2].

Элек күрше тораҡ пункттары менән грунт һәм шоссе юлдарынан бәйләнеш тотҡандар.

Хәҙерге ваҡытта ауыл аша Минкә тимер юл станцияһы[3]—Минкә ауылы 75К-258, Түбәләҫ—Минкә ауылы 75К-261 төбәк автомобиль юлдары үтә.

Силәбе топонимисы Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә былай тип яҙған:

«Минйылға (Мәнйылға), бәләкәй йылға, Эҫем йылғаһының уң ҡушылдығы, ҡасаба, Әшә районы; Минә, Үрге һәм Түбәнге йылғасыҡтар, Минйәр йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны; Минкә, йылғасыҡ, Йүрүҙәндең уң ҡушылдығы, обгон, пункт, ҡасаба, 1779 йылда Минкә металлургия заводы булараҡ нигеҙләнгән ауыл; Ҡытау-Ивановск районының Минкә тауы; Минйәр, йылға, Эҫемдең уң ҡушылдығы; 1784 йылда нигеҙләнгән район ҡарамағындағы ҡала; Мини, йылғасыҡ, Әшә йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны, 1867 йылда нигеҙләнгән ҡасаба, Әшә районы»

Мин- өлөшөнә -кә ҫтәп әйтеү урыҫ теленең йоғонтоһонда барлыҡҡа килгәне аңлашылып тора. Шувалов топонимды мең ҡәбиләһенә бәйләп аңлата. Әммә Минкә урынлашҡан ерҙәр Түбәләҫ һәм Көҙәй ырыуҙары ерҙәре сигендә урынлашҡаны бындай аңлатманы ҡабул итергә нигеҙ була алмай. Көҙәйҙәрҙә Миндеш ауылы бар, бәлки, шул атама менән уртаҡлығы барҙыр.

Минкә, Дурасовка, Минкә заводы, ауыл. Ҡытаутамаҡ округының төньяҡ-көнсығышында, Минкә йылғаһы ярында урынлашҡан. Шул йылға атамаһы һуңғараҡ ауыл исеменә күскән тип фаразларға кәрәк. Минкә ауылына Я. Б. Твердышев тарафынан 1779 йылда, Йүрүҙән-Ивановск суйын эшкәртеү буйынса тимер заводын төҙөгән осорҙа, төп заводтың ярҙамсыһы сифатында нигеҙ һалына. Компания хужалары [И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников] вафатынан һуң Йүрүҙән-Ивановский һәм Минкә заводтарына А. И. Дурасова эйә була. 1803 йылдан уның улы Н. А. Дурасовҡа (Дурасовка уның исеме менән бәйле) күсә. 1815 йылда А. Г. Белосельская-Белозерскаяға һатыла. 1830 йылда уның ҡыҙының бирнәһе булараҡ (ауылдары менән бергә) И. О. Сухозанетҡа күсә. 1861 йылда хосуси милек булараҡ поручик А. И. Сухозанет ҡулына күсә[5]. Ауыр хеҙмәт шарттары бик күп тапҡыр завод халҡының болаларына алып килгән. Ҡытау заводтары крепостнойҙары ихтилалдары (1828-1829) тоҡанған[6].

1870 йылда биләмәнең 436 хужалығында 2401 кеше йәшәгән. Май яҙыу заводы, ағас бысыу цехы, 3 һыу тирмәне, 5 кибет булған. 1873 йылда Минкә заводы эшмәкәрлеге туҡтатылғандан һуң, халыҡ игенселек менән шөғөлләнә. 1917 йылда ауыл Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Минкә улусы үҙәге була. Ул ваҡытта ауылдағы 791 йортта 4192 кеше, шул иҫәптән украиндар (103), белорустар (86), эстондар (3) йәшәгән. Дөйөм сәсеү майҙаны 2156,77 дисәтинә тәшкил иткән, 1491 йылҡы малы аҫрағандар.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1920-се йылдарҙа Минкә Урал өлкәһе Златоуст округының Ҡытау районы үҙәге лә булған. Мәктәп, медпункт, кооператив эшләгән[5]. 1930 йылда 3614 га ергә (һөрөнтө ерҙәре — 2166,5, сабынлыҡтары —821 га) эйә «Красный Октябрь» колхозы ойошторолған. Тирмәне, 1936 йылдан ағас бысыу ҡулайламаһы (лесопилка) булған. Ауыл халҡы бөртөклө һәм техник культуралар, бәрәңге, йәшелсә үҫтереү, мал үрсетеү менән шөғөлләнгән. 1959 йылда колхоз нигеҙендә Түбәләҫ емеш-еләк питомник-совхозы булдырылған (һуңғараҡ ТОО «Түбәләҫ»). 1990-сы йылдарҙа Минкә ауылы территорияһында совхоздың 2-се бүлексәһе урынлашҡан[5].

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса — 2347 кеше, 1959 йылғы мәғлүмәт буйынса — 742, 1995 йылда 360 кеше йәшәгән.

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[1]
319251

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының һаны 251 кеше (129 ир-ат һәм 122 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил итә.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге осорҙа Минкәлә мәктәп, китапхана, клуб, фельдшер-акушер пункты бар.

Минкә ауылында 12 урам бар[8].