Минкә (станция ҡасабаһы, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минкә
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡытаутамаҡ ҡала округы[1]
Халыҡ һаны 495 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456051 һәм 456050
Карта

МинкәРәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округына ингән тимер юл станцияһы ҡасабаһы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йүрүҙән йылғаһы ярында урынлашҡан. Ҡасабала шул уҡ Минкә исемле туҡталҡа пункты бар. Ҡытаутамаҡҡа тиклем алыҫлығы — 6 км.

Минкә станцияһының рельефы таулы, ауылдан көнсығышта — Башташ тау армыттары, көньяҡ-көнсығышында — Козлов тауы (482 м).

Ландшафы — ҡарағас һәм япраҡлы аастар менән аралашҡан аҡһыл ылыҫлы ҡарағай урмандары зонаһы[3].

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе топонимисы Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә былай тип яҙған:

«Минйылға (Мәнйылға), бәләкәй йылға, Эҫем йылғаһының уң ҡушылдығы, ҡасаба, Әшә районы; Минә, Үрге һәм Түбәнге йылғасыҡтар, Минйәр йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны; Минкә, йылғасыҡ, Йүрүҙәндең уң ҡушылдығы, обгон, пункт, ҡасаба, 1779 йылда Минкә металлургия заводы булараҡ нигеҙләнгән ауыл; Ҡытау-Ивановск районының Минкә тауы; Минйәр, йылға, Эҫемдең уң ҡушылдығы; 1784 йылда нигеҙләнгән район ҡарамағындағы ҡала; Мини, йылғасыҡ, Әшә йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны, 1867 йылда нигеҙләнгән ҡасаба, Әшә районы»

Һәм топонимды мең ҡәбиләһенә бәйләп аңлата. Әммә Минкә урынлашҡан ерҙәр Түбәләҫ һәм Көҙәй ырыуҙары ерҙәре сигендә урынлашҡаны бындай аңлатманы ҡабул итергә нигеҙ була алмай. Көҙәйҙәрҙә Миндеш ауылы бар, бәлки, шул атама менән уртаҡлығы барҙыр.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һамар—Златоуст тимер юлын төҙөү ул замандың иҡтисади үҫеше өсөн бик әһәмиәтле була. Өфө—Златоуст араһында ғына 3 йөҙгә яҡын төрлө ҡоролма — күперҙәр, һыуайырғыстар, нығытыу дамбалары, терәүҙәр төҙөлә. Эҫем һәм Йүрүҙән йылғалары аша ҙур тимер күперҙәр һалына. Билдәле урыҫ инженеры, профессор А. Белелюбский ошо проекттарҙың авторы була.

Магистраль бик ҡыҫҡа срокта төҙөлә. 1888 йылдың сентябренән — Һамарҙан Өфөгә, 1890 йылдың 8 сентябренән Златоустҡа тиклем хәрәкәт асыла, 25 октябрҙә тәүге поезд Силәбегә килә. Трасса Урал һырттарын киҫеп үтеп, Көнбайыш Себергә һуҙыла[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
604495

бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 2010 йылда 495 кеше (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ 234 261) тәшкил итә.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала 11 урам һәм 1 тыҡрыҡ бар[8].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]