Минск моторҙар заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Минск моторҙар заводы» ААЙ
Заводтың төп инеү урыны
Заводтың төп инеү урыны
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1963

Уранлашыуы

Белоруссия г. Минск, Белоруссия

Төп фигуралар

генераль директор
Александр Николаевич Рогожник

Тармаҡ

машиналар төҙөү

Продукция

дизель двигателдәре

Әйләнеш
Килем
Милке
Хеҙмәткәрҙәр һаны
  •  4 231 (2020)[2]
  •  4 225 (2019)
Сайт

Официальный сайт

ММЗ (Минск)
Точка
ММЗ
Минск картаһында урынлашыуы
Завод корпустары. Ваупшасов урамы

«Минск моторҙар заводы» (белор. Мінскі маторны завод) — совет һәм белорус заводы, Белоруссияның иң ҙур профилле предприятиеһы, шулай уҡ БДБ илдәре араһында заманса дизель двигателдәрен етештереүсе һәм сығарылған трактор һәм комбайн двигателдәре һаны буйынса беренсе урынды биләй. Предприятиеға 1963 йылдың 23 июлендә нигеҙ һалына һәм Беларусь Республикаһы сәнәғәт министрлығы ҡарамағында тора.

2017 йылда предприятие 187,9 миллион һумлыҡ двигатель (яҡынса 95 миллион доллар) һәм 47,6 миллион һумлыҡ запас частар етештерә. Продукцияның 61,3 проценты - эске баҙарға (МТЗ, Гомсельмаш, БелАЗ, МЗКТ, МАЗ), 38,7 проценты экспортҡа (Рәсәй, Украина, Татарстан, Куба, Венгрия, Польша, Литва, Германия, Молдова, Пакистан) оҙатылған[3].

Эшмәкәрлектең төп төрҙәрен башҡарыу өсөн «ММЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә хәҙерге эре машиналар эшләү предприятиеларына хас булған бөтә төрҙәр ҙә: төҫлө ҡойоу, пресс, иретеп йәбештереү, механик эшкәртеү, буяу, термик, инструменталь, йыйыу, сым етештереү һ. б. бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылдың 26 майында КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР министрҙар Советы Минскиҙа Минск трактор заводы һәм Дәүләт подшипник заводы араһындағы майҙансыҡта дизель двигателдәре етештереү буйынса завод төҙөү тураһында 563-сө һанлы ҡарар сығара. 1963 йылдың июль аҙағында завод сафҡа индерелә һәм үҙенең тәүге продукцияһын — МТЗ тракторҙары өсөн дизель двигателдәрен, улар өсөн запас частар һәм алюмин ҡойоуҙы сығара. 1960—1980 йылдарҙа ММЗ МТЗ-50 һәм МТЗ-80 ғаиләләре тракторҙары өсөн Д-50, Д-60 һәм Д-240 моделдәренең дизель двигателдәрен сығара.

1978 йылда предприятиеның бөтә продукцияһының 75,4 проценты Дәүләт сифат билдәһе менән сығарыла.

1981 йылдың 12 мартында завод Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4].

1984 йылда Д-245 дизеле етештерелә башлай, һуңынан уның төрлө модификациялары тракторҙарға ғына түгел, йөк автомобилдәренә лә ҡуйыла, мәҫәлән ЗиЛ−301 автомашинаһына[5].

Хәҙерге предприятие Беларусь Республикаһының мөлкәт буйынса дәүләт комитетының 2008 йылдың 30 декабрендәге 380-се бойороғо нигеҙендә ойошторола. Беларусь Республикаһының дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу ҡануниәтенә ярашлы, республика унитар предприятиеһын үҙгәртеп ҡорола. Йәмғиәт, тапшырыу актына ярашлы, үрҙә аталған предприятиеларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары үҙ өҫтөнә ала.

Холдингты теркәү менән бәйле 2012 йылдың 20 ноябрендә «Минск моторҙар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Минск моторҙар заводы холдингы идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә.

Продукцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Д-246.4 двигателе ҡуйылған МДГ 7056 дизель-генератор ҡоролмаһы
Минск моторҙар заводының мобиль компрессор ҡоролмалары
Д-245.35Е5 двигателе
Д-245 двигателе ҡуйылған МАЗ-4571N2.35Е5
Д-243s2 двигателе ҡуйылған МТЗ-82.1

Минск моторҙар заводы двигателдәрҙең 250-нән ашыу модификацияһын етештерә. Был двигателдәрҙе комплектлауҙы аныҡ ҡулланыусыға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яраҡлаштырырға мөмкинлек бирә. 1998 йылдан «ММЗ» ААЙ-һы Евро-1 двигателдәре етештерә башлай, ә 2003 йылдан — Евро-2. 2008 йылдан «ММЗ» ААЙ-ы 8-цилиндрлы двигателдәр сығара, шулай уҡ эш күләме 4,75 литр тәшкил иткән 4-цилиндрлы дизель двигателдәрен Евро-3 кимәлендә сәнәғәттә етештереүе башлана. ММЗ донъя лидеры «Bosch» фирмаһының электрон идара итеүе менән яғыулыҡ ҡорамалына таяна. Фирманың яғыулыҡ ҡорамалдарын яраҡлаштырыу буйынса эш бөтә конструкторлыҡ, технологик, һатып алыу һәм етештереү кадрҙарының көсөргәнешлеген талап итә.

2008 йылдың октябренән «ММЗ» ААЙ-һы 425 ат көсөнә тиклем ҡеүәтле 8 цилиндрлы двигателдәр, ә 2009 йылдың апреленән ҡеүәте 450 ат көсө, шулай уҡ дизель-генератор ҡулайламалары өсөн двигателдәр етештерә башлай.

Заводты конкуренцияға һәләтле яңы техника сығарыуға күсереү өсөн йыл һайын предприятиеның бөтә производствоһын тиерлек үҙ эсенә алған техник ҡайтанан ҡоралландырыу проекты булдырыла. 2009—2010 йылдарға «ММЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте экологик һәм техник-иҡтисади күрһәткестәре яҡшыртылған юғары кимәлдәге дизель двигателдәренең яңы ғаиләһен булдырыу һәм етештереүгә индереү буйынса эштәр башҡарырға планлаштыра.

Автомобиль модификацияһы двигателдәре 2010 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланыусылар заявкаһы буйынса Euro-4 халыҡ-ара экологик стандарттарына ярашлы биреләсәк. Бер үк ваҡытта двигателдәр сығарған Euro-5 экологик хәүефһеҙлек кимәленә өлгәшеү буйынса эштәр дауам итә.

Берләшмә составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Минск моторҙар заводы холдингының идара итеүсе компанияһы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең структураһына түбәндәге предприятиелар инә:

  • Минск моторҙар заводы етештереү берекмәһе — баш предприятие
  • «Технологик ҡорамалдарҙың тәжрибә-эксперименталь заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Минск)
  • Житковичи моторҙар эшләү заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте — етештереү берәмеге
  • Столбцы ҡалаһындғы филиалы — етештереү берәмеге
  • Лида ҡойоу-механика заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте — етештереү берәмеге.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Алтын Меркурий» халыҡ-ара премия — производствоны үҫтереү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн (1980 й.)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — производствоны үҫтереүҙә юғары күрһәткестәре һәм ышаныслы һәм сифатлы продукция сығарыуы өсөн (1981 й.)
  • БССР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы
  • Белоруссия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының, БССР Юғары Советы Президиумының, Белоруссия профсоюздарының иҫтәлекле Ҡыҙыл Байрағы
  • Дәүләт Стандарты Дипломы
  • ВЦСПС дипломы.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«УКХ ММЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп эшмәкәрлек йүнәлештәре:

Дизель двигателдәрен эске баҙарҙа һәм сит илдәрҙә етештереү һәм һатыу, уларға запас частар, алюмин ҡойоу.

Төҙөлөш техникаһы, компрессорҙар, һауа һуҙыу ҡоролмалары етештереү һәм һатыу (асфальт юлға соҡорҙарҙы ремонтлау ҡоролмаһы).

Халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын етештереү һәм һатыу.

Запас частар, икенсел баҙар өсөн дизель двигателдәре менән күмәртәләп сауҙа итеү.

Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу.

Ҡулланыусыларға һатылған продукцияны гарантиялы һәм сервис хеҙмәтләндереүе сауҙа-сервис үҙәктәренең киң селтәре, шул иҫәптән Амкодор холдингының сервис үҙәктәре тарафынан тормошҡа ашырыла.

Двигателдәр ремонтлау.

«УКХ ММЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сериялы рәүештә 110×125 мм һәм 110×140 мм үлсәмле дизель эске яныулы двигателдәр етештерә:

  • MMZ-3LD — ҡеүәте 26/31 кВт (35/42 ат көсө) булған 3 цилиндрлы дизель двигателдәре[6];
  • Д-242, Д-243, Д-244, Д-245 — 4-цилиндрлы дизель двигателдәре 44,2 кВт-тан (60 ат көсө) 114,0 кВт-ҡа тиклем (155 ат көсө)[7];
  • Д-260 — 6-цилиндрлы дизель двигателдәре 95,7 кВт-тан (130 ат көсө) 184,0 кВт-ҡа тиклем (250 ат көсө);
  • Д-280 — 8-140×140 мм үлсәмле цилиндрлы дизель двигателдәре 312,5-тән 331,2 кВт-ҡа тиклем (425450 ат көсө)[8].

Бөтә сығарылған двигателдәр халыҡ-ара экологик талаптарға тап килеүгә сертификациялана:

Юл техникаһы — Stage 1, Stage 2, Stage 3A, Stage 3B, Stage 4.

Автомобиль двигателдәре — Евро-1, Евро-2, Евро-3, Евро-4 һәм Евро-5.

Дизель двигателдәре БДБ һәм алыҫ сит илдәрҙә урынлашҡан 44 заводҡа ебәрә.

Профиль булмаған эшмәкәрлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү.
  • Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү.
  • Төҙөлөш материалдары, металл конструкциялар, ағас әйберҙәр, мебель етештереү
  • Төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарыу.
  • Завод хеҙмәткәрҙәренә квалификациялы амбулатор-клиник медицина ярҙамы күрһәтеү.
  • Халыҡҡа түләүле стоматологик хеҙмәттәр күрһәтеү.
  • Аҙыҡ-түлек продукцияһы менән күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу.
  • Халыҡ-ара йөк ташыу автомобиль транспорты менән.
  • Физкультура-һауыҡтырыу эшмәкәрлеге.
  • Ит, он һәм кондитер изделиелары етештереү.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Отчетность за 2020 год. Дата обращения: 13 июнь 2021. Архивировано 13 июнь 2021 года.
  2. Информация о деятельности 2020. Дата обращения: 13 июнь 2021. Архивировано 13 июнь 2021 года.
  3. Информационный меморандум
  4. Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1982 (вып. 26). М., «Советская энциклопедия», 1982. стр.32
  5. Из истории Минского моторного завода — ПО «Минский моторный завод» | Дизельные двигатели. Дата обращения: 9 сентябрь 2019. Архивировано 30 август 2019 года.
  6. Трёхцилиндровый двигатель — ПО «ММЗ». Дата обращения: 4 сентябрь 2017. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.
  7. Двигатели — ПО «ММЗ». Дата обращения: 4 сентябрь 2017. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.
  8. Двигатель Д-280 — ГП ПромСельМаш. Дата обращения: 4 сентябрь 2017. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]