Минцлов Сергей Рудольфович
Минцлов Сергей Рудольфович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 (13) ғинуар 1870[2] |
Тыуған урыны | Рязань, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 18 декабрь 1933[3][4][5][…] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Рига, Латвия[3] |
Ерләнгән урыны | Покровское кладбище[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, библиограф, библиофил |
Уҡыу йорто | Нижегородский кадетский корпус[d] |
Жанр | тарихи роман[d] |
Минцлов Сергей Рудольфович (1 ғинуар 1870 йыл — 18 декабрь 1933 йыл) — рус яҙыусыһы, тарихи романдар авторы, рус китабы белгесе, библиограф, бер нисә археологик экспедицияла ҡатнашыусы. Рус китабы китапханаһын йыйыусы һәм системаға һалыусы. А. Р. Минцлованың ағаһы.
Ырыу тарихы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Рудольфович Минцлов тамырҙары менән Литванан сыҡҡан боронғо мәҙәни традициялы ғаиләлә тыуа. Минцловтар ырыуының ике вәкиле тевтон армияһының король Владислав Ягайло командалығы аҫтында тармар ителгән 1410 йылғы Грюнвальд һуғышында һәләк була. Буласаҡ яҙыусы Рудольф Иванович Минцловтың ҡартатаһы оҙаҡ йылдар буйына Император Халыҡ китапханаһында сит ил телдәре бүлегендә мөдир була. Уның ҡатыны, Сергей Минцловтың өләсәһе, Эрнестина де Галле, үҙ туған француз телендә талантлы шиғырҙар яҙа. Сергейҙың атаһы Рудольф Рудольфович Минцлов (1845—1904) — юрист, публицист һәм библиофил.
Тормошоноң башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Минцлов Новгород кадет корпусында уҡып, уны шаҡтай уңышлы тамамлай. Ата-әсә улына Санкт-Петербургта шәп хәрби йәки чиновник карьераһың планлаштыра. Минцловың Санкт-Петербургта перспективалы баш ҡала гвардияһында хеҙмәт итергә балыҡ мөмкинлектәре лә була. Әммә Минцлов үҙ яҙмышын элек-электән Литва мәҙәниәте һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында Вильнола торған Өфө полкында хеҙмәт итергә ҡарар итә. Әммә хәрби хеҙмәт уның бар эш ваҡытын да биләп тормай — Минцлов йыш ҡына бөлгөнлөккә төшкәнлектән емерелгән шляхтичтар усадьбаларына йөрөй, уларҙың интерьерын ныҡышмалы фәнни тикшерә, һуңғараҡ ул тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһен Пруссия дәүләт китап һаҡлағысына бүләк итә. Күрәһең, уның был мөкиббән китеп тарих менән ҡыҙыҡһыныуы артабанғы яҙмышын билдәләй. Йәшләй дворян имениеларына иғтибар бүлеү тәжрибәһе арҡаһында ул отставкаға сыға һәм барлыҡ иғтибарын поляк-литва көнкүреше раритеттарын коллекциялауға бағышлай.
Александровский училищеһында уҡыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиҙҙән йәш тикшеренеүсе Мәскәүгә китә һәм унда Александровский хәрби училищеһына уҡырға инә. Бында Рәсәйҙең иң яҡшы академик белемле уҡытыусылары (уларҙың күбеһе Мәскәү университетынан саҡырыла торған була) һәм уларҙа уҡыу уға бик ныҡ оҡшай. Атап әйткәндә, Сергей күренекле рус филологы, боронғо рус текстары белгесе, Федор Иванович Буслаевтың лекцияларына йөрөүҙән үҙенә ҙур ләззәт ала.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңынан Сергей Минцлов — Новгород археология институтын тамамлай. Төрлө ваҡытта Минцлов һирәк дана менән сыҡҡан китаптар эҙләп табыу маҡсаты менән Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре буйынса библиографик экспедициялар үткәрә. Артабан ул барыбер губерна һәм земство учреждениеларына эшкә инә. XIX быуаттың барлыҡ 90-сы йылдарында ул чиновник хеҙмәте менән шөғөлләнә, бер үк ваҡытта яҙыусы хеҙмәтен дә уңышлы алып барырға өлгөрә, бик күп әйберҙәр яҙа. Библиографияны ла ҡалдырмай, артабан был эше 1904 йылда Санкт-Петербургта нәшер ителгән ҡиммәтле «Рәсәйҙә рус телендә яҙылған һирәк китаптар» каталогына әйләнә. Был библиографик баҫманың айырым ҡиммәте китапҡа Рәсәйҙә цензура рөхсәт итмәгәнлек арҡаһында нәшер ителмәй ҡалған китаптар инеүҙә. 1911—1912 йылдарҙа Новгородта МИнцловтың биш томлы «Обзор записок, дневников, воспоминаний, писем и путешествий, относящихся к России» хеҙмәте баҫылып сыға. Әлеге мәлдә был уникаль йыйынтыҡ булып тора, сөнки ул үҙ эсенә егерменсе быуатҡа тиклем яҙылған 5000 мемуар тексты алған һәм рус мемуар әҙәбиәтендәге иң эре йыйынтыҡ булып тора. Артабан, 1913 йылда «Сергей Рудольфович Минцлов китап һаҡлағысы» хеҙмәте нәшер ителә һәм ул китап һөйөүселәр даирәһендә авторға киң популярлыҡ килтерә. 1904 йылда Минцловтың «За мёртвыми душами» китабы Гоголь реминсценциялары тураһында һәм Минцлов ижадындағы аллюзиялар тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинселек бирә.
Эмиграцияға тиклем Рәсәйҙәге вазифалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минцлов 1909 йылда шәхси характерҙағы шарттар йоғонтоһо аҫтында бер нисә тапҡыр гражданлыҡ хеҙмәте менән шөғәлләнә: 1910—1911 — Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленский ауылында (хәҙер Красноусол) земство начальнигы; 1911—1912 — Новгород губернаторының айырым йомоштары буйынса чиновнигы; 1912—1913 — Полтава губернаһында байтаҡ вазифалар.
Эмиграцияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң, 1916 йылда, яҙмышы ҡушҡанынса Минцлов Трапезундҡа килеп эләгә, ул бында рус телендәге хәрби гәзитте етәкләй, мөхәррир колонкаһында йыш ҡына үҙ шәхси фекере менән сығыш яһай. Киләһе 1917 йылда сәйәси хәлдәр арҡаһында тыныслығын юғалтҡан Петроградҡа ҡайта. Шуға күрә Минцлов уүҙенең Выборгтағы имениеһында яҙыусылыҡ эше менән шөғөлләнергә була, тик революция тулҡындары был тымыҡ мөйөшкә лә килеп етә — Выборг 1918 йылда Финляндияға ҡушыла һәм шулай итеп Минцлов автоматик рәүештә сит ил территорияһында тороп ҡала. Киләһе туҡталышты Минцлов Сербияла яһай һәм ундағы Земун ҡалаһында, ижади тынғы табырға тырышып, төпләнеп ҡала. Ахырҙа Минцлов 1922 йылдың уртаһында рус диаспораһы булған Ригаға күсеп килә, ул заманда Париж һәм Берлинға күскән эмигранттарына ҡарағанда бәлә-ҡаза күрмәй йәшәй башлай. Ҡалала ижади атмосфера уңайлы булғанлыҡтан, Минцловтың ижади репутацияһы ныҡ үҫә, уны Риганың төрлө нәшриәттәре үҙҙәренә саҡыра, әҫәрҙәрен нәшер итә. Ошо уҡ йылда Минцлов тантаналы рәүештә үҙенең 40 йыллыҡ ижади юбилейын билдәләй, латыш иҫке обрядсылары лидеры Иван Заволоко менән дуҫлаша. Дөйөм алғанда, Минцлов 20 китап сығара, шул иҫәптән уларҙың байтаҡ өлөшө Минцловтың үҙ нәшриәтендә баҫыла.
Ижад һыҙығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның иң әһәмиәтле мемуарҙар тонында яҙылған «Петербург в 1903—1910 годах» китабы, шундай уҡ тонлы «Далёкие дни» хәтирәләр китабы , эпистоляр «Трапезондская эпопея» йыйынтығы Ригала 1931 йылда донъя күрә.
Сергей Рудольфович Минцлов Пильский Петр Моисеевичтың яҡын дуҫы була һәм бер нисә Рәсәй мәҙәни-тарихи йәмғиәтенә инә. Пильский уның эштәре тураһында маҡтау һүҙҙәре яҙа, Минцловтың тикшеренеүсе библиофил ғына түгел, ә романдар яҙыусы булыуын да билдәләп үтә.
Минцловтың юғалған китапханаһы һәм Минцлов — әҙәби персонаж
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Минцловтың беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған китапхана йыйылмалары бөтөн түгел. Уның китаптары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Риганың рус китаптарын йыйыусыһы Рубинчик Станиславтың китаптарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Станислав Рубинчиктың «Рукопись, найденная в саквояже» китабы, Минцловтың юғалған йыйылмаһына бағышланып, еңел беллетристика формаһында яҙылған. Был мауыҡтырғыс мажаралы роман әҙәби герой Минцловтың төрлө тормош хәлдәре, уның тырышып китаптарын эҙләүе тураһында һөйләй. Китап 1978 йылда Ригала баҫылып сыға, ә китапты Рига рәссамы Елена Антимонова иллюстрациялар менән биҙәгән. Минцлов китапхана коллекцияһына килгәндә, уның элек яҙыусы йәш сағында йыйылғаны, Выборгҡа күсереп алып кителһә лә, өлөшләтә 1917 йылда революция осоронда, ә өлөшләтә — XX быуаттың 30-сы, 40 сы йылдарында юғала.
Башҡа әҙәби хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Минцловтың тәүге шиғырҙары Одессала 1897 йылда нәшер ителә. Өфөлә 1910 йылда С. Р. Минцловтың этнографик характерлы «Очерки Приуралья» китабы, шулай уҡ «Опись книгохранилища Минцлова» (Санкт-Петербург, 1905 йыл) китабы иң әһәмиәтле китаптары булып тора. Авантюра-мажара жанрындағы «Хазина» китабы 1912 йылда Петербургта донъя күрә.. Шул уҡ йылда, шул уҡ ҡалала — «Беглецы» һәм «Царь царей» киҫкен сюжетлы повестары баҫыла. 1915 йылда уҡыусы «На заре века» тарихи романы, ә уға тиклем, 1908 йылда, «Во тьму» повесы, 1909 йылда «В грозу» романы менән таныша. 1911 йылда «В лесах Литвы» тарихи романы, шулай уҡ көсөргәнешле һәм киҫкен сюжетлы «На крестах» тарихи повесы нәшер ителә.
Минцловтың тарихи романдары рус эмигранттары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана; 1933 йылда Париждың Тургенев китапханаһында уҡыусылар араһында китап таратыу буйынса уның тарихи романдары беренсе урынды биләй.
Сергей Рудольфович Минцлов Ригала вафат була, Покровский зыяратында ерләнә.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волки, 1899, 5-е изд. — Рига, 1927
- В грозу, 1902, 4-е изд. — Рига, 1927
- Огненный путь, 1905, Рига, 1929
- Обзор записок, дневников, воспоминаний, писем и путешествий, относящихся к истории России, Новгород, 1911-12 (аннотированная библиография, перепечатка — Leipzig, 1976)
- Секретное поручение (Путешествие в Урянхай), 1914
- Под шум дубов, 1919, Berlin, 1921, 1924
- Исторические драмы, Трапезунд, 1917
- За мертвыми душами, Berlin, 1921, репринт Paris, 1978
- Дебри жизни. Дневник 1910—1915, Berlin, 1923(?)
- Сны земли. Berlin, 1925
- То, чего мы не знаем, София, 1926
- Закат, Berlin, 1926
- Святые озера. Недавнее, Riga, 1927
- Приключения студентов, Riga, 1928
- Мистические вечера, Riga, 1930
- Орлиный взлет, Riga, 1931
- Петербург в 1903—1910 годах. Воспоминания, Riga.
- Прошлое… (Очерки из жизни Царской Семьи), София, Зарницы, ок 1922 (1926?)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сагадеев, Р. Юрматинские страницы русского писателя: С. Р. Минцлов — писатель, историк и библиограф / Р. Сагадеев // Восход.- 2012.- 3 авг.- С.4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Минцлов Сергей Рудольфович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)
- Сергей Рудольфович Минцлов
- Сергей Минцлов 2018 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #101501110 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Минцлов Сергей Рудольфович // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Минцлов Сергей Рудольфович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Сергей Минцлов // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ МИНЦЛОВ Сергей Рудольфович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 565—568. — ISBN 5-94848-262-6