Минһажев урамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минһажев урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 2,9 ± 0,1 km
 Минһажев урамы Викимилектә

Минћажев урамы Өфө ҡалаһының Киров һәм Совет райондары биләмәһендә урынлашҡан[1]. Урам иҫке Өфөнөң шәхси сеткорындағы Соҡалаҡ сығанағынан башлана, аҙаҡСалауат Юлаев проспектын киҫеп үтеп, төньяҡҡа борола һәм Ҙур Граждандар урамы менән тоташа.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Минһажев урамындағы Покровский сиркәүе

Урамдың тәүге исеме: Репной биҫтәһе атамаһынан Ҙур Репной урамы тип атала. Урам Өфө Кремле стеналарынан башлана һәм төньяҡҡа ҡарай китә. XVIII быуат аҙағынан Себер юлы исеме менән Себер урамы тип атала башлай, ул юл Өфө Кремле стеналарынан Покров Изге Богородица һәм Николай Чудотворец сиркәүенә тиклем, артабан Дудкин кисеүенә тиклем бара. Пугачев ихтилалы ваҡытында Өфөнө икенсе тапҡыр штурмлағанда был урам буйлап пугачевсыларҙың ҡалаға һуңғы уңышһыҙ һөжүме бара (1774 йылдың 25 ғинуарында).

1819 йылда Өфө ҡалаһының планы буйынса уоар ҡаланың төньяҡ ситенә, Богородский урамына (хәҙер Революция урамы) тиклем дауам итә. Һуңынан урам, уға көнсығыштараҡ параллель булған күрше Кесе Себер (хәҙер Ветошников урамы) урамынан айырыу өсөн, Ҙур Себер урамы тип атала башлай. 1879 йылда Ҙур Себер урамы ҡаланың көнсығыш сиге була. XX быуат башында бында фәхешханалар асыла, уларға ҡарата табип күҙәтеү аҫтындағы эштәрҙе яйға һалыу маҡсатында, шулай уҡ һалым һалыу буйынса тотош квартал бүленә.

Йорт идаралығына зина йорттары өсөн оҙонлоғо 80 сажин, киңлеге 36 сажин бирелгән урындарҙы айырым кварталға әйләндерергә һәм 16 йортҡа бүлергә[2]

1930-40 йылдар осоронда Себер урамы Семен Буденный хөрмәтенә атала. Тулыһынса урам РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың Халыҡ артисы хөрмәтенә Ғималетдин Минһаж улы Минћажев исеме менән үҙгәртелә (1899—1955 йй.).

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмәғәт транспортынан Минһажев урамы буйлап Иҫке Өфөнө Үҙәк менән тоташтырыусы тик трамвай хәрәкәте генә ойошторолған (№ 1, 16, 18, 21), ҡушма маршруттары).

Биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Покров сиркәүе
  • Өфө урман хужалығы техникумы
  • Урам аҙағында студенттар ҡаласығы
  • Башҡорт дәүләт университетының химия-технология факультеты
  • Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге ҡала үҙәк балалар китапханаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2013 йыл 19 сентябрь архивланған.
  2. Нигматуллина И. В. Старая Уфа. Историко-краеведческий очерк. — Уфа: Белая река, 2007. — 224 с. — ISBN 978-5-87691-036-3.