Мирсаев Рафаил Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мирсаев Рафаил Нурый улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Абдулла
Вафат булыу көнө 22 апрель 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, ғалим, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Мирсаев Рафаил Нурый улы (17 июль 1948 йыл22 апрель 2016 йыл) ― философ-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының I ― III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рафаил Нурый улы Мирсаев 1948 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) һәм һуңыраҡ ― КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

1972—1974 йылдарҙа ― Совет Армияһында эскадрилия техника-инженеры вазифаһында хеҙмәт итә.

1974—1979 йылдарҙа ― Өфө авиация институтын ҡарамағындағы Авиация сәнәғәте министрлығының тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһында өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй.

1979—1985 йылдарҙа ― КПСС-тың Киров район комитеты инструкторы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы.

1985—1987 йылдар ― КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары.

1987—1990 йылдарҙа ― КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре академияһы аспиранты.

1990—1995 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының ойоштороу бүлеге баш белгесе, бүлек мөдире, Секретариат еткәсеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

1995—2008 йылдар — Башҡортостан Республикаһының I ― III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты: Закондар сығарыу Палатаһының мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса Комитет рәйесе (1995—1999), Закондар сығарыу Палатаһы рәйесе урынбаҫары (1999—2003), Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса даими Комитет рәйесе (2003—2008).

2008—2016 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында (БАГСУ) дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты деканы булып эшләй.

2016 йылдың 22 апрелендә ҡаты ауырыуҙан вафат Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

60-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы.
  • СССР ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдары.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]