Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 2 февраль 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе
Дәүләкән районы,Бик-Ҡарамалы
Вафат булған көнө 1969
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Талбазы ауылы
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры[d], Мәғариф һәм етәксе[d]
Уҡыу йорто Ғәлиә мәҙрәсәһе
К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы (2 февраль 1891 йыл — 1969 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулла Сәйет улы Мирсәйетов 1891 йылдың 2 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының) Бик-Ҡарамалы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем алып, ныҡышмалы эшләү һәм аң-белем кимәлен күтәреү һөҙөмтәһендә, ул яҡшы мөғәллим булыу хыялын аҡрынлап тормошҡа ашыра — 1907 йылда балалар уҡыта башлай. Әммә урядник, старосталар уға тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй[1].

Белемен артабан күтәреү маҡсатында ул 1909 йылда Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый башлай, уны 1912 йылда тамамлай. Ауыл мәктәбендә шәкерттәр уҡытыуҙан тыш, мөғәллим табип та, агроном да була. Аң-белемгә, аҡыллы кәңәшкә һыуһаған, яҡшы һүҙгә сарсаған кешеләр мөғәллимгә бара, уның тормошто еңеләйтеү тураһындағы һүҙҙәрен тыңлай[1].

Октябрь революцияһынан һуң мөғәллим Ғабдулла Сәйет улы балалар уҡыта, кешеләрҙе мәҙәни-ағартыу сараларына йәлеп итә[1].

1930 йылда Дәүләкән кантон халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Кантон мәғариф әлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшә, балаларҙы уҡыуға йәлеп итеү буйынса республикала беренсе урын яулай, наҙанлыҡты бөтөрөү саралары ғәмәлгә ашырыла[1].

1932 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, уның тел һәм әҙәбиәт факультетын ситтән тороп тамамлай.

1934 йылда Ауырғазы район үҙәге Талбазы урта мәктәбендә эшләй башлай, бер үк ваҡытта халыҡ араһында күп төрлө эштәр башҡара.

1936 йылда урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бында уның ойоштороу һәләте, педагогик таланты артабан үҫә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ауырғазы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 36 йыл уҡытыусы һәм мәктәп директоры, алты йыл халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләгәндә өлгәшкән уңыштары өсөн 1948 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

1956 йылда уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.

1969 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 К.Ғ.Яйыҡбаев «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» — Өфө: «Китап», 2003 й. — Б. 88-се б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • К.Ғ.Яйыҡбаев «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» — Өфө: «Китап», 2003 й. — Б. 88-се б..