Мирта Легран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирта Легран
исп. Mirtha Legrand
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Аргентина[1]
 Испания[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Rosa María Juana Martínez Suárez
Вторая фамилия в испанском имени Суарес[d]
Псевдоним Mirtha Legrand, Chiqui һәм Chiquita
Тыуған көнө 23 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3] (97 йәш)
Тыуған урыны Вилья-Каньяс[d], Хенераль-Лопес[d], Санта-Фе[d], Аргентина[1]
Бер туғандары Сильвия Легран[d] һәм Хосе А. Мартинес Суарес[d]
Хәләл ефете Даниэль Тинайре[d]
Балалары Marcela Tinayre[d]
Һөнәр төрө актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 187 395
 Мирта Легран Викимилектә

Роса Мария Хуана Мартинес Суарес (исп. Rosa María Juana Martínez Suárez, ижади псевдонимы Легран Мирта; 23 февраль 1927 йыл) — Аргентина актрисаһы һәм телевидение алып барыусыһы. Кинола карьераһын игеҙ ҡыҙ туғаны Сильвия Легран менән 13 йәшендә башлай.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буласаҡ актриса игеҙ ҡыҙ туғаны менән 1927 йылда Аргентинаның төньяҡ-көнсығышындағы ҙур булмаған Вилла Канас ҡалаһында тыуған. 1934 йылда әсәһе аталары менән айырылышҡандан һуң уларға яҡшы белем биреү маҡсатында Росариоға алып килә. Дөйөм белем ютреү мәктәбенән тыш ҡыҙҙар муниципаль театр янындағы театр студияһына йөрөйҙәр. 1939 йылд а ҡыҙҙарға «Нинины тәрбиәләү» (исп. Hay que educar a Niní) фильмында төшөү өсөн ролдәр тәҡдим ителә. Таҫмаға уңыштар юлдаш була, һәм киләһе йылда уҡ Сильвия һәм Мирта ике картинала төшә. Ошо осорҙа Аргентинала иң ҙур киностудия Lumiton ҡыҙҙар менән биш йыллыҡ контракт төҙөй. Бәлиғ булыуҙарына ҡыҙҙарҙың икәүләшеп төшкән фильмографияһы 10 фильм тәшкил итә. «Соло» әҫәрҙәренән тыш, башҡалар араһында «Сафо, бер мауығыуҙың тарихы» (исп. Safo, historia de una pasión, 1943 йыл) картинаһы киң билдәле. 1945 йылда Легран «Бәләкәй сеньора Перес» (исп. La pequeña señora de Pérez, 1944 йыл) фильмындағы роль өсөн «Көмөш кондор» премияһын ала.

1945 йылда Мирта француз сығышлы режиссеры Даниэль Тинайра менән таныша һәм киләһе йылда уға кейәүгә сыға. Ире менән никах уға күп мөмкинлектәр аса. Уның «Берсин фантазияһы» (исп. La vendedora de fantasías La vendedora de fantasías, 1950 йыл), «Мөхәббәт үлмәй» (исп. El amor nunca muere, 1955 йыл), унда Легран Тита Марельо һәм Жулли Марено кеүек йондоҙҙар менән эшләй. Мирта Легран ире менән сәйәсәттән ситтә торалар һәм үҙҙәренең сәйәси өҫтөнлөктәрен туранан-тура әйтмәйҙәр, шуға күрә перонизм ваҡытында ла, уның тарҡалыуынан һуң да әүҙем эшләйҙәр, шул уҡ ваҡытта күп кенә башҡа кинематографистар Аргентинаны ҡалдырырға мәжбүр була[4][5]

Mirtha Legrand, 1946

1957 йылдан үҙен телевидениела һынап ҡарай. 1960 йылдар аҙағында уның өсөн махсус «Йондоҙҙар менән төшкө аш» (исп. Almorzando con las estrellas) проекты ойошторола, уның һәр сығарылышында Мирта Легран иптәштәрсә өҫтәл артында билдәле сәйәсмәндәрҙән, актерҙарҙан, эшҡыуарҙарҙан интервью ала. Был тапшырыуҙар ҙур уңыш яулай һәм тиҙҙән «Мирта Легран менән төшкө аш» тип үҙгәртелә.

Үҙенең 79-йыллыҡ карьераһы эсендә Мирта Легран 36 фильмда төшә, ун бер пьесала һәм өс телесериалда уйнай, уның «Мирта Легран менән төшкө аш» телевизион ток-шоуы 51 йыл дауамында трансляциялана. Актриса күңел асыу индустрияһының танылған эшмәкәре һәм күп премиялар, бүләктәргә эйә, шул иҫәптән — төрлө номинацияларҙа Мартин Фьерро премияһының ун дүрт тапҡыр лауреаты[6]. 2007 йылда Легран Мирта Буэнос-Айрестың почетлы гражданы тигән исеменә[7] һәм Аргентина Сенатынан Доминго Фаустино Сармьенто премияһына лайыҡ була.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://www.cinenacional.com/persona/mirtha-legrand (исп.) — 2001.
  2. https://www.abc.es/20090815/internacional-iberoamerica/mirtha-legrand-actriz-presentadora-200908151639.html
  3. Mirtha Legrand // ČSFD (чеш.) — 2001.
  4. Mirtha Legrand: 50 años de complicidad con el poder (исп.). La Izquierda Diario - Red internacional. Дата обращения 2 октября 2019.
  5. 21 De Mayo De 2017. Mirtha Legrand, enojada: "No apoyé a la dictadura y terminen con eso" (исп.). Infobae. Дата обращения 2 октября 2019.
  6. Aptra | Asociación de Periodistas de la Televisión y la Radiofonía Argentinas - Premios Martín Fierro. web.archive.org (24 март 2014).
  7. 22 De Diciembre De 2007. Declararán a Mirtha Legrand ciudadana ilustre porteña. Infobae.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]