Эстәлеккә күсергә

Мирғәзәмов Марат Парис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирғәзәмов Марат Парис улы
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе
ғинуар 1986 — ноябрь 1992
Алдан килеүсе: Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы
Дауамсы: вазифа юҡ
 
Тыуған: 26 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (82 йәш)
Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылы
Партия: КПСС
Белеме: ӨДНТУ
 
Наградалары:
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1992)

Мирғәзәмов Марат Парис улы (26 февраль 1942 йыл) — партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 19861992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.

Марат Парис улы Мирғәзәмов 1942 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ы-ның Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылында тыуған.

1961 йылда Өфөләге 1-се техник училищены тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай. 1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, ошо предприятиела инженер-электрик, артабан участка начальнигы һәм смена начальнигы булып эшләй. Бында ул Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына инә.

1973 йылда Марат Мирғәзәмов партия эшенә саҡырыла. КПСС‑тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1976 йылда КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. 1980 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эше бүлеге мөдире урынбаҫары итеп үрләтелә.

1982 йылда Марат Парис улы КПСС‑тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был яуаплы вазифала 1986 йылға тиклем эшләй.

1984 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү) тамамлай.

1986 йылдан — БАССР Министрҙар Советы рәйесе.

1992 йылдан 1998 йылға тиклем Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводының генераль директоры була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башпромбанктың Директорҙар советы ағзаһы (1994 йылдан) һәм рәйесе (1997 йылдан)
  • КПСС-тың Үҙәк Контроль комиссияһы ағзаһы (1990-1991)
  • 503-сө Бөрө милли-территориаль һайлау округы буйынса СССР халыҡ депутаты (1989-1991)
  • Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан, 2017, 17 февраль 2017 йыл 23 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  2. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Орден Дружбы народов. Миргазямов Марат Парисович — государственный и хозяйственный деятель, бывший председатель Совета Министров БАССР 2017 йыл 29 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  3. Видные государственные деятели Башкортостана: Марат Миргазямов (К 75-летию). , 2017, 26 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2017)
  4. Марат Миргазямов издал книгу. «Республика Башкортостан» гәзите, 2012, 20 ноябрь 2014 йыл 4 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2017)
  5. Что предсказал — сбылось... «Республика Башкортостан» гәзите, 2012, 25 февраль 2016 йыл 12 ноябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2017)